Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙбәковтарҙың ҡымыҙын тәмләргә килегеҙ
Ҡаҙбәковтарҙың ҡымыҙын тәмләргә килегеҙМораҙым тарлауығына һыйынып ятҡан Мораҙым ауылы һуңғы йылдарҙа яңы һулыш алды. Башҡортостаныбыҙҙың ҡабатланмаҫ гүзәл урындарының береһен күрергә тип килгән туристарҙың йылдан-йыл арта барыуы ла уға булышлыҡ итә. Был иһә урындағы халыҡҡа башҡортҡа ғына хас кәсепселекте үҫтереү юлдарын аса.

– Районда туризмдың үҫеүе беҙҙең тормошобоҙға ла ыңғай йоғонто яһай. Етештергән ризығыңдың бөтәһен дә һатырға була: ҡымыҙын да, итен дә, һөтөн дә, майын да, утынын да. Хәҙер йәшәйем тигән кеше рәхәтләнеп йәшәй, – тип беҙҙе ихлас ҡаршыланы йорт хужабикәһе Эльвира Әхмәҙей ҡыҙы.
Шулай булһа ла, милләт­тәштәребеҙ араһында үҙ кәсебен асырға баҙнат иткәндәр әлегә һирәк. Мораҙым ауылында ла Ҡаҙбәковтарҙың ғаиләһе генә крәҫтиән (фермер) хужалығы эшенә ныҡлап тотонған. Әле улар йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә, киләсәктә һыйыр малын да арттырырға йыйыналар.
Ҡаҙбәковтар хужалыҡтарын рәсми теркәгәс, 2014 йылда “Башлаусы фермер” программаһы буйынса грант ала. Ул аҡсаны трактор, пресс-йыйғыс, тырма алыуға тотонғандар. Йылҡы – үрсемле мал, әле был малҡайҙарҙы 70-кә еткергәндәр, шул иҫәптән 20 баш һауын бейәләре бар. Көнөнә яҡынса 70 килограмм ҡымыҙ етештерәләр. Шифалы эсемлек туристар араһында ла ҙур һорау менән ҡулланыла, уларҙан артып ҡалғанын Мораҡ магазиндарына ҡуялар. Йылҡы ите лә яҡшы үтә, уны ауылдаштары ла яратып ала.
Ауылда “эш юҡ” тип ситкә киткәндәр ҙә бар, әммә ғаилә башлығы был хаҡта уйлап та бирмәй, яйлап ҡына йылҡы үрсетә башлай. Эльвираның Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан ҡунаҡҡа килгән әсәһе Зәһүрә Исҡужина: “Йылҡы тотҡас, ҡымыҙ эшләйһегеҙ инде”, – тип кәңәш итә. Һуңынан үҙе лә ике йыл ҡыҙына ҡымыҙ бешеү серҙәрен өйрәтә, хужалыҡта ярҙамлаша.
– Ҡымыҙ бешкәндә халҡы­быҙҙың ысулдарын файҙаланам, ыҫлап эшләйем. Туристар был тәмде аңламай, шуға ла “ыҫлан­ған ҡымыҙ кәрәк” тип һорай. Былтыр беҙҙең ҡымыҙҙы Парижға ла алып ҡайтып киттеләр. Ҡаҙының бер килограмын 500 һум менән һатһаҡ та, заказдар күп. Йылҡы ите лә яҡшы үтә, – ти Эльвира Әхмәҙей ҡыҙы.
Оло улдары Альберт Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағас, уны, ситкә ебәрмәй, үҙҙәрендә эшкә ҡалдыр­ғандар. Йәш кеше документ артынан йөрөргә шәп, тип хужа­лыҡты ла уның исеменә теркә­гәндәр. Альберттың ҡатыны Эльвина Илнур ҡыҙы район полик­линикаһында педиатр булып эш­ләй. Ул да буш ваҡытында ауылға ҡайтып, ҡәйнәһенә ярҙамлаша.
– Армияға тиклем хеҙмәт юлымды совхозда тракторсы булып башланым, аҙаҡ водитель һәм башҡа вазифаларҙа эшлә­нем. Тормош өйрәтә бит, әле беҙ ҙә баҙар шарттарына яйлап ҡулай­лашабыҙ. Хәҙер ауылда йәшәйем тигән кеше мал аҫрап, бал ҡорто тотоп көн күрә, – ти ғаилә башлығы Әхтәм Ғәлимйән улы.
“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына туристар йыл әйләнә­һенә килә, шуға ла ауылда етеш­те­релгән ризыҡҡа һорау ҙур. Был иһә йыл буйы килем алырға мөмкинлек бирә.
Ҡаҙбәковтарҙың 125 гектар баҫыуы бар. Унда һоло, бойҙай, арпа кеүек культуралар сәсәләр. Ашлыҡҡа һорау ҙур, күрше ауылдарҙан да киләләр.
– Бойҙай-арпаны теләгәндәр ваҡлатып ала. Тоҡтарҙы тултырып, намыҫ менән һатҡас, кеше беҙҙән ашлыҡ алырға тырыша, – ти Әхтәм Ғәлимйән улы.
Әйткәндәй, һолоно үҙҙәре үҫтергәс, көн дә йылҡыға ла һоло бирәләр. Шуға ла малҡайҙар ҡышты ла көр сыға. Һоло ашап торған бейәләрҙең һөтөнән бешкән ҡымыҙ ҙа сифатлы.
Хужалыҡ аукцион аша ағас алып, таҡта, штакетник, бурса кеүек төҙөлөш материалдары етештерә. Заказ буйынса бура ла бурайҙар. Төҙөлөш материалдарына һорау ҙур, Өфө, Стәр­летамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән йыш заказдар килә.
– Бөгөнгө тормошто ауыр тип әйтмәҫ инем. Элек ашарға он да булмаған мәлдәр булды. Хәҙер, Аллаға шөкөр, бөтәһе лә бар, эшлә генә. Төбәктә туризмдың үҫеүенә ҡыуанабыҙ. Тәүҙәрәк туристарҙы арба менән йөрөттөк, уларға оҡшай ине. Киләсәктә һыбайлылар маршруты асырға уйлайбыҙ. Мораҙым тарлауығына туристар ағымы көслө. Халыҡ күп йөрөһә лә, бында тәртип бар, таҙартып торалар, – ти Ҡаҙбәковтар.
Әле хужалыҡ мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Бында миҙгел эштәре ваҡытында ситтән механизаторҙарҙы йәлеп итәләр. Багдашкин ауылынан Хөсәйен Иҙрисов, Мәләүез ҡалаһынан Миңләхмәт Килсенбаев эшләй. Яҙғы сәсеүҙә Фәтих Әхмәтйәнов, Марсель Вәлиев ярҙамлашҡан.
– Әле кооперацияға ойошоп йөрөйбөҙ. Эшләп китһәк, пландар күп. Һәр ваҡыт бер нәмә менән генә шөғөлләнеп булмай бит инде. Артабан иҫке техниканы яңыртҡы ла килә. Район етәксе­легенең дә ярҙамын тоябыҙ. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, банктар беҙҙең кеүек бәләкәй эшҡыуарҙарға кредит бирә һалып бармай. Был инде яңы техника алыуҙы тотҡарлай, – ти ғаилә башлығы.
Ә шулай ҙа Ҡаҙбәковтар ярты юлда туҡтап ҡалғандарҙан түгел, яңы үрҙәрҙе яулауҙы дауам итә. Ташландыҡ хәлендәге яландарҙы эшкәртеп, сәсеүлектәрен киңәй­теү­ҙәре лә уларҙың уңғанлығы, ныҡышмалылығы тураһында һөйләй.
Эйе, дәртләнеп йәшәй Эльвира менән Әхтәм Ҡаҙбәковтар. Тырышлыҡтары ла бушҡа түгел, сөнки үҙҙәренә ышаныслы алмаш үҫтерәләр. Дүрт балалары ла уңған: Альберт үҙҙәре менән эшләй, ҡыҙҙары Резидә юрист һөнәрен үҙләштергән, мәктәптә уҡыған Айбулат менән Айһылыу ҙа яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, буш ваҡыттарында ата-әсәләренә хужалыҡта ярҙам итәләр.
Ҡаҙбәковтар менән осраш­ҡандан һуң, ауылдарыбыҙҙа ысын хужалар бар саҡта, йәшәй әле башҡорт ауылдары, тип ҡыуанып ҡайттыҡ.

Күгәрсен районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Рәсәй-Ҡытай уйындарына рәхим итегеҙ!

Рәсәй-Ҡытай уйындарына рәхим итегеҙ! 13.12.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе “Өфө-Арена” боҙ һарайында Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла....

Тотош уҡырға 54

Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа...

Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа... 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” командаһы бер урында тапана. Бер аҙым алға баҫа ла тағы сигенә....

Тотош уҡырға 60

Бәләкәй чемпион

Бәләкәй чемпион 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ғафури район үҙәгендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусыһы Тимербулат...

Тотош уҡырға 85

Сибай институты ҡыҙҙары — беренсе!

Сибай институты ҡыҙҙары — беренсе! 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡаланың урта махсус һәм юғары белем биреү йорттары араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол ярышы...

Тотош уҡырға 50

Иң яҡшы бишәү исемлегендә

Иң яҡшы бишәү исемлегендә 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Башҡортостан мотоспорт буйынса бына дүртенсе йыл инде илдең иң яҡшы ете командаһы исемлегендә....

Тотош уҡырға 42

Ҡыйғылар сәләмәт тормош яҡлы

Ҡыйғылар сәләмәт тормош яҡлы 11.12.2018 // Спорт һәм туризм

Сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибар ҙур. Районда спорт тормошона, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар...

Тотош уҡырға 43

Чемпиондар балға йыйылды

Чемпиондар балға йыйылды 11.12.2018 // Спорт һәм туризм

Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында йыл һайын үткәрелеп килгән Чемпиондар балы уҙғарылды....

Тотош уҡырға 52

“Ирина Винер ҡулынан награда алдым”

“Ирина Винер ҡулынан награда алдым” 10.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ольга Изилаева Краснокама районында ғына түгел, хәҙер бөтә Рәсәйҙә билдәле тренер....

Тотош уҡырға 54

Меңдән ашыу каратист...

Меңдән ашыу каратист... 10.12.2018 // Спорт һәм туризм

Стәрлетамаҡта алтынсы тапҡыр каратэның бөтә төрҙәре буйынса ла Урал һәм Волга буйы кубогы ярыштары...

Тотош уҡырға 36

" Берҙәмлек "  үҫеш юлынан бара

" Берҙәмлек " үҫеш юлынан бара 10.12.2018 // Спорт һәм туризм

Өфөлә "Берҙәмлек " йәмәғәт ойошмаһы ойошторған " Үҫеш юлы" форумы үтте. Сарала ҡатнашыусылар...

Тотош уҡырға 50

Төркмәндәрҙең оло еңеүе

Төркмәндәрҙең оло еңеүе 09.12.2018 // Спорт һәм туризм

Силәбе өлкәһендә рус шашкаһы буйынса VI Бөтә Рәсәй беренселеге үтте. Унда Рәсәйҙең бөтә...

Тотош уҡырға 99

Хәрәкәттә – Бәрәкәт

Хәрәкәттә – Бәрәкәт 07.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡырмыҫҡалы ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәр саҡ йәнлелек. Бында уҡыусылар...

Тотош уҡырға 45