Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем хоккейҙы яҡшы уйнай?
Туймазы ҡалаһының “Девон” хоккей командаһы үткән миҙгелдә бик уңышлы сығыш яһай. 2006 йылғы уйынсыларҙың Ҡытай Халыҡ Республикаһында дуҫтарса осрашыуҙа ҡатнашыуҙары иһә “Туймазы-Арена” универсаль спорт боҙ комплексы етәкселеге өсөн дә, балалар өсөн дә көтөлмәгән ваҡиғаға әйләнде. Беҙ ҙә уларҙың Ҡытайға барып ҡайтыуҙан алған тәьҫораттары, спорт комплексының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында “Туймазы-Арена”ға юлландыҡ. Әйткәндәй, ул “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” проекты исемлегенә индерелгән.

“Туймазы-Арена” комплексы “Башнефть” компанияһы ярҙамында 2013 йылда асыла. Дүрт меңдән ашыу майҙанды биләгән бина 808 тама­шасыға тәғәйенләнгән. Комплекста фигуралы шыуыу менән шөғөл­ләнергә мөмкин, тренажер залдары эшләй. Ғөмүмән, спорт ҡоролмаһы заманса йыһазландырылған, бар уңайлыҡтар булдырылған.

Быйыл “Туймазы-Арена”ның икенсе өлөшө файҙаланыуға тапшы­рылған. Уның майҙаны – 4 423 квадрат метр. 115 тамашасы һыйҙы­рышлы трибунаһы, еңел атлетика залы, душ кабиналары урынлаш­тырылған, кейем алмаштырыу бүлмәләре бар. Универсаль спорт залында мини футбол, волейбол, билбау һәм милли көрәш, еңел атлетика менән шөғөлләнәләр. Тағы ла баскетбол һәм регбол буйынса спорт секциялары асырға йыйыналар. Хәҙер бында спорт фести­валдәре, спартакиадалар һәм ярыштар ҙа йыш ойоштороласаҡ.

“Туймазы-Арена”ның икенсе өлөшөн тапшырғас, спорт менән шөғөлләнгәндәр һаны 372-нән 822-гә тиклем артҡан. Фигуралы шыуыу буйынса Максим Завозин, Александр Успенский кеүек билдәле тренерҙар йыл һайын йәш спортсылар өсөн халыҡ-ара күнекмәләр уҙғара.

– Биш йыл эсендә көслө хоккей командаһы туплауға өлгәштек. “Девон” 2017-2018 йылғы миҙгелдә Волга буйы федераль округы беренсе­легенең ике этабында еңеү яуланы, “Шкода кубогы” халыҡ-ара турнирында уңышлы сығыш яһаны. Коман­даның 2006 йылғы хоккейсылары “А” төркөмөнә сыҡты. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың ике командаһы – “Салауат Юлаев” менән “Девон” ғына Урал-Себер лигаһында уйнай.

Уңыштарыбыҙҙы күрҙеләр. Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк “Девон” командаһының 2006 йылғы уйынсыларын Рәсәй исеменән Ҡытайҙағы дуҫтар осрашыуына саҡырҙы. Туймазы ҡалаһын Башҡортостандың көнбайыш төбәге спорт кластеры тип атарға була. Әле Хөкүмәт ярҙамы менән ҡала стадионына ремонт эшләү планлаштырыла. Унда заманса футбол яланы, махсус ҡатламлы йүгереү юлы ла буласаҡ, – ти “Туймазы - Арена” комплексы директоры Тимур Ғәлләмов.

Балаларҙа хоккейға һөйөү тәр­биәләгән “Девон” командаһының баш тренеры Ринат Әхмәҙиев был спорт төрө менән биш йәшенән шөғөлләнә башлаған, 12 йәшендә уны “Салауат Юлаев” спорт клубына саҡыралар. Уға билдәле тренер Владимир Иванович Воробьев етәкселегендә шөғөлләнеү һәм тәрбиәләнеү бәхете лә эләгә. 15 йәшендә “ЦСКА”-ның үҫмерҙәр командаһына алалар. Шулай итеп, ул СССР-ҙың үҫмерҙәр йыйылма командаһында сығыш яһай. Яратҡан тренерлыҡ эшенә 2013 йылда тотонған.

– Ҡытайға саҡырғастар, тәүҙә ғәжәпләндек, һуңынан тиҙ генә документтар әҙерләй башланыҡ. Унда беҙҙе юғары кимәлдә ҡаршы алдылар. Балалар өсөн төрлө экскурсиялар ойошторҙолар. Иң иҫтә ҡалғаны ике бөйөк дәүләттең лидерҙары менән осрашыу булды. Балалар Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин менән спорт, хоккей тураһында һөйләште. Осрашыу мәлендә Ҡытай балала­рының Рәсәй үҫмерҙәренән хоккей уйнарға өйрәнеүе хаҡында ла телгә алынды. Ҡытайҙа әле хоккей кимәле үҫә. Беҙҙең балалар үҙҙәренән ике йәшкә өлкәндәр менән уйнаһа ла, ыңғай һөҙөмтә күрһәтте. Ике команда ла дүртәр шайба индерҙе, – ти Ринат Әхмәҙиев.
Әлеге мәлдә Туймазының 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 300-ҙән ашыу бала хоккей менән шөғөлләнә.

Һуңғы йылдарҙа республикала ла, илдә лә спорт йылдам үҫешә. Футбол буйынса донъя чемпионатының да юғары кимәлдә үтеүе ошо хаҡта һөйләй. “Туймазы - Арена” комплек­сы­ның эшмәкәрлеген миҫал итеп алғанда ла, бындай объекттарҙың ни тиклем файҙалы һәм кәрәкле булыуын аңлайһың. Универсаль спорт боҙ комплексы тапшырылғандан алып бөгөнгәсә унан халыҡ, балалар өҙөлмәй, спорт менән шөғөл­лән­гәндәр һаны ла артҡандан-арта, шулай уҡ Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ярыштар үтә.

– Район һәм ҡала етәкселегенә рәхмәт. Республиканың бөтә район-ҡалаларында ла ошондай спорт объекттары, ябыҡ боҙ майҙандары булһын, тип теләйбеҙ, шул саҡта ғына һау-сәләмәт милләт вәкилдәре үҫәсәк. Беҙҙең Башҡортостанда һәләтле балалар бик күп, – ти Ринат Әхмәҙиев.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Путин сәләм ебәргән

Путин сәләм ебәргән 17.12.2018 // Спорт һәм туризм

Әлеге ваҡытта Өфөлә барған Рәсәй-Ҡытай уйындарының мөһимлеген ил Президенты Владимир Путин да...

Тотош уҡырға 0

Темәстәргә келәм нимәгә?

Темәстәргә келәм нимәгә? 17.12.2018 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районында яңыртылған спорт залы асылды. “Балалар спорты” проекты ярҙамында Темәс ауылындағы...

Тотош уҡырға 0

Антон Бабиков кемдең юлын ҡыйған?

Антон Бабиков кемдең юлын ҡыйған? 17.12.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә биатлонсы яҡташыбыҙ Антон Бабиковҡа бәйле тауыш ҡупты. Йәнәһе, Австрияла барған Донъя кубогы...

Тотош уҡырға 53

Ә һеҙ бөгөн һыу индегеҙме әле?

Ә һеҙ бөгөн һыу индегеҙме әле? 17.12.2018 // Спорт һәм туризм

Төмән ҡалаһында асыҡ һауала йөҙөү буйынса асыҡ Рәсәй турниры уҙҙы. Унда Өфө “морж”дары ла ҡатнашты....

Тотош уҡырға 28

Һыу сәсрәтеп ҡыуышып...

Һыу сәсрәтеп ҡыуышып... 17.12.2018 // Спорт һәм туризм

Кушнаренко ауылындағы “Һаулыҡ” физкультура-һауыҡтырыу комплексында дөйөм белем биреү мәктәптәренең...

Тотош уҡырға 27

Һеҙгә яңы стадион кәрәк!

Һеҙгә яңы стадион кәрәк! 15.12.2018 // Спорт һәм туризм

Күмертауҙағы "Таусылар" стадионы авария хәлендә. Ҡалала уның урынына яңыһы төҙөлә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 79

“Аҡташ”мы, “Ҡараташ”мы?

“Аҡташ”мы, “Ҡараташ”мы? 15.12.2018 // Спорт һәм туризм

Түбә ауылы халҡы телевизорҙан ғына хоккей матчтарын күҙәтеп көйәләнмәй, үҙҙәре лә боҙ майҙансағында...

Тотош уҡырға 55

Рәсәй-Ҡытай уйындарына рәхим итегеҙ!

Рәсәй-Ҡытай уйындарына рәхим итегеҙ! 13.12.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе “Өфө-Арена” боҙ һарайында Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла....

Тотош уҡырға 65

Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа...

Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа... 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” командаһы бер урында тапана. Бер аҙым алға баҫа ла тағы сигенә....

Тотош уҡырға 65

Бәләкәй чемпион

Бәләкәй чемпион 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ғафури район үҙәгендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусыһы Тимербулат...

Тотош уҡырға 92

Сибай институты ҡыҙҙары — беренсе!

Сибай институты ҡыҙҙары — беренсе! 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡаланың урта махсус һәм юғары белем биреү йорттары араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол ярышы...

Тотош уҡырға 54

Иң яҡшы бишәү исемлегендә

Иң яҡшы бишәү исемлегендә 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Башҡортостан мотоспорт буйынса бына дүртенсе йыл инде илдең иң яҡшы ете командаһы исемлегендә....

Тотош уҡырға 45