Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теләһәң, футбол йә баскетбол уйна...
Быйылғы йәй Хәйбулла спортсылары өсөн уңышлы булды: әле бер ауылда уйын майҙансығы сафҡа инә, әле икенсеһендә асыҡ һауала тренажерҙар урынлаштырыла, ә район үҙәгендә күптән көтөлгән, яһалма япма менән түшәлгән өр-яңы спорт майҙаны сафҡа инде. Быларҙың барыһы ла “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы тормошҡа ашырылды.

Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан спорт объектының майҙан күләме – 28х56 метр. Дөйөм хаҡы – өс миллион 600 мең һумдан ашыу. Спорт майҙансығының төҙөлөшө республика Ауыл хужалығы министрлығы аша “2020 йылға тиклем Башҡортостан ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә финанслана. Шулай уҡ республика, район ҡаҙнаһынан, бағыусыларҙан һәм район үҙәге халҡынан аҡса туплана.

Яһалма япма экологик яҡтан барлыҡ талаптарға яуап бирә, ул халыҡ-ара донъя ярыштарында ла ҡулланыла. Мультиспорт өсөн тәғәйенләнгән заманса урын экологик йәһәттән хәүефһеҙ материал ҡулланылып төҙөлгән. Майҙансыҡтың өҫкө япмаһы полимер һеңдерелгән резинанан яһалған. Бындай йомшаҡ материал йәрәхәт алыуҙан һаҡлай. Төҙөүселәр спорт майҙансығын мини-футбол, баскетбол, волейбол һәм ҙур теннис уйындары өсөн һыҙаттар менән йыһазландырған. Теләһәң, футбол йә баскетбол уйна, шулай уҡ бында лаптасылар ҙа шөғөлләнә ала. Ҡышын хоккей уйнау һәм конькиҙа шыуыу өсөн мөмкинлектәр ҡаралған.

Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Ринат Мортаев әйтеүенсә, спорт объектында төбәк һәм республика ярыштарын үткәреү күҙ уңында тотола. Теләгән ваҡытта һәр кем бында шөғөлләнә, һаулығын нығыта ала.

Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне
Фото: Автор фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Төркмәндәрҙең оло еңеүе

Төркмәндәрҙең оло еңеүе 09.12.2018 // Спорт һәм туризм

Силәбе өлкәһендә рус шашкаһы буйынса VI Бөтә Рәсәй беренселеге үтте. Унда Рәсәйҙең бөтә...

Тотош уҡырға 53

Хәрәкәттә – Бәрәкәт

Хәрәкәттә – Бәрәкәт 07.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡырмыҫҡалы ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәр саҡ йәнлелек. Бында уҡыусылар...

Тотош уҡырға 30

“Балапандар”- еңеүсе!

“Балапандар”- еңеүсе! 07.12.2018 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Балапандар” ирекмәндәр төркөмө “Рәсәй ирекмәндәре 2018” конкурсында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 47

Йөҙөү буйынса тренер – Милли спорт премияһы лауреаты

Йөҙөү буйынса тренер – Милли спорт премияһы лауреаты 06.12.2018 // Спорт һәм туризм

Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан йөҙөү буйынса тренер Ольга Изилаева 2018 йылдың...

Тотош уҡырға 36

Еңелһәң дә, саҡыралар...

Еңелһәң дә, саҡыралар... 05.12.2018 // Спорт һәм туризм

Вәт, ҡыҙыҡ, “Салауат Юлаев” рәттән дүрт тапҡыр еңелде, капитанының ҙур штраф алыуҙан башы сыҡмай,...

Тотош уҡырға 90

Ҡыҙҙар ҙа гер күтәрә

Ҡыҙҙар ҙа гер күтәрә 05.12.2018 // Спорт һәм туризм

Билдәлелек яулау өсөн күп кәрәкме? Уҡыусы балаларға килгәндә, тырышып уҡыу ҙа етә, тип әйтер...

Тотош уҡырға 55

Өфө — дәғүәселәр иҫәбендә

Өфө — дәғүәселәр иҫәбендә 05.12.2018 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың баш ҡалаһы киләһе йыл уҙғарылған Халыҡ-ара велоконгрестың баш ҡалаһы исеменә дәғүә...

Тотош уҡырға 52

Көрәш сәнғәте оҫталары йыйыла

Көрәш сәнғәте оҫталары йыйыла 05.12.2018 // Спорт һәм туризм

14 — 17 декабрҙә Өфөлә халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы уҙғарыла....

Тотош уҡырға 102

"Салауат Юлаев" тәрән көрсөктә

"Салауат Юлаев" тәрән көрсөктә 02.12.2018 // Спорт һәм туризм

Рәттән өсөнсө уйында еңелеү! Кемгә-кемгә, "Адмирал"ға! Иң аҙаҡта килгән командаға......

Тотош уҡырға 92

Әйҙә, сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ...

Әйҙә, сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ... 02.12.2018 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында сәләмәт тормошто үҙ иткән, спорт яратҡан халыҡ йәшәй. Йәштәр генә...

Тотош уҡырға 76

Афарин, Айна!

Афарин, Айна! 02.12.2018 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайында эшләп килгән фигуралы шыуыу секцияһында шөғөлләнгән балалар...

Тотош уҡырға 78

Йәш спортсылар Монсондан һабаҡ алды

Йәш спортсылар Монсондан һабаҡ алды 01.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡатнаш төрҙәр буйынса билдәле көрәшсе Джефф Монсон Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында тиҙҙән...

Тотош уҡырға 74