Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм ХӘМИТОВ: “Иң мөһиме – һөҙөмтә түгел, ә марафонда ҡатнашыу”
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты. Быйыл сара дүртенсе тапҡыр уҙғарылды. Унда 10 илдән 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Программала 3, 10, 21,1 һәм 42,2 километрлыҡ дистанциялар, шулай уҡ 4х10 километрлыҡ эстафета һәм хендбайкерҙар – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың уҙышы ҡаралғайны.

– Спорт – һәр ваҡытта ла яҡшы күренеш, күмәкләп йүгереү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Мин Өфө марафонындағы дистанцияны тәүге тапҡыр йүгереп үттем. Барыһы кеүек үк тулҡынланам, сөнки был – үҙенә күрә, саҡырыу, адреналинды арттырыусы ғәмәл, – тине Рөстәм Хәмитов.
“Мәрхәмәт” хәйриә белем биреү фонды ойошторған акцияла Башҡортостан етәксеһе өс саҡрымлыҡ арауыҡты үтте.

– Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында йүгерә, ярышта ҡатнаша алмаған балаларға ярҙам итке килә. Мин дә, хәйриә фонды командаһы ла сарала ошо балалар өсөн ҡатнаша, – тине төбәк Башлығы. – Бынан тыш, интернетта аҡса йыйыу ойошторолдо. Атап әйткәндә, бөгөн ошонда килә алмаған ике малай өсөн тырыштыҡ. Улар күпселек ваҡытын өйҙәрендә үткәрә, ҡайһы саҡта “Мәрхәмәт” уҡыу үҙәгенә килә. Беҙ байтаҡ аҡса йыйҙыҡ, ул балаларға 1,5 йыл дауамында белем алыу өсөн етәсәк.

Республика Башлығы әйтеүенсә, физик культура менән даими шөғөлләнеү дистанцияны үтергә булышлыҡ итә.

– Иң мөһиме – һөҙөмтә түгел, ә ҡатнашыу. Спорт менән шөғөлләнгән, бер үк ваҡытта хәйриә эшенә бирелгән кешеләр бик күп, – тине Рөстәм Хәмитов. – Өфө марафонының үҙ тарихы бар. Унда меңдәрсә кешенең ҡатнашыуы ҡыуаныслы хәл. Өҫтәүенә, беҙгә башҡа ҡалаларҙан да киләләр. Быларҙың барыһы ла ыңғай кәйеф тыуҙыра. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлдабыҙ. Иң мөһиме – марафонда ҡатнашҡандар мохтаждарға ярҙам күрһәтә.

Өфө халыҡ-ара марафоны Башҡортостандың баш ҡалаһында 2015 йылдан үткәрелә. Спорт форумы Рәсәйҙәге иң ҙур марафондар тиҫтәһенә, бөтә донъя буйынса йүгереүҙәр рәтендә халыҡ-ара календарға индерелгән. Марафондың халыҡ-ара сертификаты бар. Ул – Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы тарафынан ойошторолған Милли йүгереү хәрәкәте рейтингында.

Дүртенсе Өфө халыҡ-ара марафоны нигеҙендә “Мәрхәмәт” хәйриә белем биреү фонды #бегупомогу хәйриә акцияһы ойошторҙо. Проект нигеҙендә марафонда ҡатнашыусылар фондтың Балалар үҫеше үҙәгендә шөғөлләнеүселәргә уҡыу өсөн аҡса йыйыуҙа булышлыҡ итә. 2017 йылда йүгереүселәр дөйөм алғанда 304 километр юл үтеп, 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һеҙгә яңы стадион кәрәк!

Һеҙгә яңы стадион кәрәк! 15.12.2018 // Спорт һәм туризм

Күмертауҙағы "Таусылар" стадионы авария хәлендә. Ҡалала уның урынына яңыһы төҙөлә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 64

“Аҡташ”мы, “Ҡараташ”мы?

“Аҡташ”мы, “Ҡараташ”мы? 15.12.2018 // Спорт һәм туризм

Түбә ауылы халҡы телевизорҙан ғына хоккей матчтарын күҙәтеп көйәләнмәй, үҙҙәре лә боҙ майҙансағында...

Тотош уҡырға 43

Рәсәй-Ҡытай уйындарына рәхим итегеҙ!

Рәсәй-Ҡытай уйындарына рәхим итегеҙ! 13.12.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе “Өфө-Арена” боҙ һарайында Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла....

Тотош уҡырға 59

Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа...

Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа... 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” командаһы бер урында тапана. Бер аҙым алға баҫа ла тағы сигенә....

Тотош уҡырға 62

Бәләкәй чемпион

Бәләкәй чемпион 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ғафури район үҙәгендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусыһы Тимербулат...

Тотош уҡырға 87

Сибай институты ҡыҙҙары — беренсе!

Сибай институты ҡыҙҙары — беренсе! 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡаланың урта махсус һәм юғары белем биреү йорттары араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол ярышы...

Тотош уҡырға 53

Иң яҡшы бишәү исемлегендә

Иң яҡшы бишәү исемлегендә 12.12.2018 // Спорт һәм туризм

Башҡортостан мотоспорт буйынса бына дүртенсе йыл инде илдең иң яҡшы ете командаһы исемлегендә....

Тотош уҡырға 44

Ҡыйғылар сәләмәт тормош яҡлы

Ҡыйғылар сәләмәт тормош яҡлы 11.12.2018 // Спорт һәм туризм

Сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибар ҙур. Районда спорт тормошона, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар...

Тотош уҡырға 43

Чемпиондар балға йыйылды

Чемпиондар балға йыйылды 11.12.2018 // Спорт һәм туризм

Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында йыл һайын үткәрелеп килгән Чемпиондар балы уҙғарылды....

Тотош уҡырға 54

“Ирина Винер ҡулынан награда алдым”

“Ирина Винер ҡулынан награда алдым” 10.12.2018 // Спорт һәм туризм

Ольга Изилаева Краснокама районында ғына түгел, хәҙер бөтә Рәсәйҙә билдәле тренер....

Тотош уҡырға 56

Меңдән ашыу каратист...

Меңдән ашыу каратист... 10.12.2018 // Спорт һәм туризм

Стәрлетамаҡта алтынсы тапҡыр каратэның бөтә төрҙәре буйынса ла Урал һәм Волга буйы кубогы ярыштары...

Тотош уҡырға 38

" Берҙәмлек "  үҫеш юлынан бара

" Берҙәмлек " үҫеш юлынан бара 10.12.2018 // Спорт һәм туризм

Өфөлә "Берҙәмлек " йәмәғәт ойошмаһы ойошторған " Үҫеш юлы" форумы үтте. Сарала ҡатнашыусылар...

Тотош уҡырға 52