Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Допинг низағтары. Кем ғәйепле?
Рәсәйҙең допингка ҡаршы агентлығы (РУСАДА) йәнә үҙ эшен башлай.

Сентябрь аҙағында илдең спорт тормошонда һиҙелерлек ваҡиға булды. Сейшель утрауҙарында уҙған Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлыҡ (WADA) башҡарма комитетының ултырышында РУСАДА-ның 2015 йылдан алып сикләнгән хоҡуҡтарын кире ҡайтарыу мәсьәләһе ҡаралды. Етәкселек органының туғыҙ ағзаһы уны ыңғай хәл итеү өсөн тауыш бирҙе, берәү икеләнде, икәү ҡаршы булды. Был ҡарар һуңғы өс йылда илдең спорт системаһын ҡаҡшатҡан допинг низағтарына кәртә ҡуйыр тигән өмөттәбеҙ.

Тәнҡит ярҙам итмәне

РУСАДА-ны “ярлыҡау” тәҡдиме башҡарма комитет ҡарамағына ултырышҡа бер аҙна ҡалғас индерелде. Күпселектең фекеренә Рәсәй спортына ҡаршы сығыш яһаған АҠШ, Бөйөк Британия, Канада, Яңы Зеландия, Австралия, Германияның допингка ҡаршы агентлыҡтарының, Еңел атлетика федерациялары халыҡ-ара ассоциация­һының спортсылар комиссияһының, саңғы буйынса Канаданан олимпия чемпионы Бекки Скоттың, Мәскәү допингка ҡаршы агентлығының элекке етәксеһе Григорий Родченковтың РУСАДА-ны артабан да ситләтеүгә саҡырыуҙары тәьҫир итмәне. Уларҙың теләген тик Норвегия һәм Яңы Зеландия вәкилдәре генә ишетте. Ә Польша вәкиле бер ниндәй ҙә ҡарарға килә алманы.

Килешеү

Беҙҙең файҙаға булған күренешкә нимә ярҙам итте һуң? Рәсәйҙең спорт министры Павел Колобковтың WADA тәҡдимдәренә күнеүе. Ә ул 31 талап ҡуйғайны. Шуның 29-ы үтәлде. Хәҙер ҡалған икәүһен хәл итергә ҡалды. Беренсеһе – Ричард Макларен етәкләгән бойондороҡһоҙ комиссияның тикшереүе асыҡлаған 2011 – 2015 йылдарҙа беҙҙең илдә допинг ҡағи­ҙәләрен боҙоу системаһының булыуын таныу. Икенсеһе – Мәскәү допингка ҡаршы лабораторияһының допинг өлгөләренә һәм уларҙы тикшереү мәғлүмәттәренә юл асыу. Һөҙөмтәлә Рәсәй айырым етәкселек вәкилдәре тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы таныны, ә йыл аҙағынаса икенсе пунктты ла үтәргә бурыслы.

– Беҙ бер ваҡытта ла ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын инҡар итмәнек, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең допингка ҡаршы системаны үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләндек. Был беҙҙең спортсылар мәнфәғәтендә эшләнде. Улар хәҙер бөтә ярыштарҙа ла ҡатнаша аласаҡ, – тине Павел Колобков.

Сәйер допинг өлгөләре

Әйтеүебеҙсә, йыл аҙағынаса беҙҙә һаҡланған допинг өлгөләренә юл асырға тейешбеҙ. Әгәр ҙә уларҙы шикле тип тапһалар нимә булыр һуң? Яңы допинг низағтары Рәсәй спортсыларының киләсәгенә аяҡ салмаҫмы? Бик мөмкин. Унан инде уларға элегерәк яулаған наградаларын да тартып алыу хәүефе янаясаҡ. Әле биатлонда ике тапҡыр олимпия чемпионы Евгений Устюговтың һөҙөмтәһе шик аҫтына алынды. Ул ғәйепле тип танылһа, Сочиҙағы Олимпиада алтынынан составында Антон Шипулин, Алексей Волков, Дмитрий Малышко булған тотош ил йыйылма командаһы мәхрүм ителәсәк. Хатта 2010 йылда Ванкуверҙағы ошондай сарала Евгений менән бергә эстафетала өсөнсө урынды яулаған яҡташыбыҙ – Өфө районының Михайловка ауылы егете Максим Чудов та миҙалынан ҡолаҡ ҡағыуы бар. Былай ҙа бер ниндәй сәбәпһеҙ быйыл Көньяҡ Кореяла уҙған Уйындарҙан шул уҡ Шипулинды, тағы саңғысы Сергей Устюговты, шорт-трексы Виктор Анды ситләттеләр бит инде. Тимәк, ундай башбаштаҡлыҡтар йәнә осрарға мөмкин.

Әлбиттә, Рәсәйҙең олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков эштең уң булырына ышана, ләкин баштан уҡ беҙгә ҡаршы булып, ағыу сәскән дәғүәселәрҙең уйында ни икәнен кем белә?..

Икеләтә ҡыйырһытылғандар

Шикле тикшереү эштәре ауазы хатта былай ҙа тормош тарафынан ҡыйырһытылған паралимпия спортсыларын да урап үтмәне. Улар ҙа Бразилиялағы Олимпиаданан мәхрүм ителде, Кореяға ла аҙ ғына һанда барҙы, дәүләт флагы аҫтында сығыш яһай алманы.

Рәсәйҙең паралимпия комитеты президенты Владимир Лукин да ғәҙеллектең тантана итеренә ышана, әммә бының ҡасан булырын әйтә алмай, сөнки барыһы ла WADA ҡуйған һуңғы ике талаптың хәл ителеүенә бәйле.

РУСАДА-ны үҙгәртеп ҡороу

Һуңғы өс торғонлоҡ йылында РУСАДА ла үҙгәрештәр кисерҙе. Етәкселек яңыртылды, ойошма Спорт министр­лығынан тулы бойондороҡһоҙлоҡ алды. Ҡануниәттә тыйылған препараттар – допинг – ҡулланыуға мәжбүр иткәнгә енәйәт яуаплылығы булдырылды. Спортсыларҙың, тренерҙарҙың, спорт белгестәренең килешеүҙәрендә допингка кире ҡараш һәм халыҡ-ара допингка ҡаршы ҡағиҙәләрҙе үтәү зарурлығы тураһындағы пункттар индерелде.

Йыл да РУСАДА алты мең тирәһе допинг өлгөһө алып, сит ил лабораторияларына ебәреп торҙо. Уларға дәғүә юҡ. Яҡын арала WADA Мәскәү лабораторияһына ла аккредитацияһын ҡайтарып бирһә, тиҙҙән барыһы ла үҙебеҙҙә башҡарыласаҡ.

Бер боҙоҡ алма бөтә тоҡто серетә

Ләкин ҡыуанырға иртәрәк кеүек. Хәтерегеҙҙәлер, бөтә допинг бәләләре 2015 йылда еңел атлеттарыбыҙҙан башланғайны. Иң беренсе уларҙы ил флагы аҫтында сығыш яһауҙан мәхрүм иттеләр. Әлегәсә халыҡ-ара ярыштарҙа атлеттарыбыҙ ил исеменән түгел, айырым спортсы булараҡ ҡына ҡатнаша. Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһының хоҡуҡтарын ҡайтарып биреү мәсьәләһе декабрҙә Еңел атлетика федерацияларының халыҡ-ара ассоциацияһы советы ултырышында ҡараласаҡ. Ә уның спортсылар комиссияһы WADA-ның әлеге РУСАДА буйынса ҡарарына ла ҡаршы. Тимәк, беҙҙең федерацияның яҙмышы ыңғай хәл ителеренә өмөт аҙ.

Етмәһә, спортсыларыбыҙ ҙа тәртип боҙоуын дауам итә. Мәҫәлән, августа яҡташыбыҙ – Бөрө ҡалаһынан бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенко Европа чемпионатынан ситләтелде. Сәбәбе – допингка ҡаршы ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоу. Был төшөнсә тыйылған препарат ҡулланыуҙы ғына түгел, ә билдәле бер талаптарҙы үтәүҙе лә аңлата.

Ниңә һаман һабаҡ алмайбыҙ һуң?! Данилға 21 йәш кенә әле тиергә, ул бит инде билдәле, тәжрибәле спортсы! Һуңғы ике йылдағы Рәсәй чемпионы ғына түгел, ә 2017 йылғы донъя беренселегенең көмөш призеры, ә быйыл бина эсендәге планета ярышында бөтөнләй чемпион исемен яулаған атлет!

“Бөрө сиңерткәһе”нең эше

Хәҙер еңел атлеттар араһында “Бөрө сиңерткәһе” исемен йөрөткән Данил билдәһеҙ ваҡытҡа барлыҡ халыҡ-ара ярыштарҙан ситләтелде. Ул ниндәй эш боҙғанмы? Рәсми сығанаҡ “Мистер Лысенко, Халыҡ-ара еңел атлетика федерацияһының допингка ҡаршы ҡағиҙәләрендә талап ителгәнсә, үҙенең ҡайҙалығын хәбәр итмәне һәм ярыштан тыш тест үткәрер өсөн уны табып булманы” тип хәбәр итә. Ҡағиҙәләр буйынса, Лысенко кеүек спорт элитаһына ингән спортсылар өс айға бер тапҡыр АДАМС электрон системаһында алдағы өс ай эсендә үҙенең ҡайһы урындарҙа буласағы хаҡында тулы мәғлүмәт ҡалдырырға тейеш. Йәнә унда ярыштан тыш тест үтер өсөн көн эсендәге бер буш сәғәтте күрһәтеү мотлаҡ. Ошо ваҡытта допинг офицеры спортсыға килһә, ә уныһы урынында булмаһа, йә иһә ҡайҙалы­ғыңды белдергән мәғлүмәтте һуңлап тапшырһаң, бер иҫкәртеү яҙыла. Бер йәки ике иҫкәртеү өсөн бер нимә лә булмай. Ләкин Данил йыл эсендә өс иҫкәртеү алырға өлгөрә!
Бер йыл эсендә өс тәртип боҙоу осрағы ул иғтибарһыҙлыҡ ҡына түгел, ә законды инҡар итеү, сөнки Халыҡ-ара еңел атлетика федерацияһы “хәтерһеҙ” спортсыға тәүҙә был турала хәбәр ебәрә. Унан һуң да атлет хатаһын төҙәтмәһә, иҫкәртеү-санкция ҡуллана.

Кем ғәйепле?

– Нимә әйтәһең инде, үҙем ғәйепле, АДАМС системаһын тултырыуға етди ҡараманым, – ти Данил Лысенко, ғәйебен танып. Уға хәҙер бер йылдан ике йылғаса дисквалификация янай. Был осраҡта 2020 йылғы Токио Олимпиадаһында ла ҡатнашыуы бик икеле.

Эйе, был эш өсөн спортсылар шәхсән яуап бирә. Әммә шул уҡ Европа чемпионатына ла беҙҙән 30 ғына кешегә барырға рөхсәт бирелде. Уларҙың араһынан бишләбе генә еңеүгә дәғүә итә, ә Данилдың мөм­кинлеге иң юғарыһы ине. Шулай булғас, бындай атлеттарҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға кәрәк. Лысенконың өс иҫкәртеүе бер көн эсендә генә барлыҡҡа килмәгән. Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы вәкилдәре быны белмәгәнме ни? Әлбиттә, улар АДАМС системаһына инә алмай, ләкин үҙҙәренең спортсыһының эштәре менән ҡыҙыҡһынырға була бит. Һәр хәлдә атлетты ярыштарҙан ситләтеү, ә артабан хатта оҙайлы ваҡытҡа дисквалификациялау федерация эшмәкәр­легенә лә тап төшөрәсәк. Етмәһә декабрҙә уға хоҡуҡтарын ҡайтарып биреү мәсьәләһе ҡараласаҡ...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәртип боҙһаң, язаһы бар

Тәртип боҙһаң, язаһы бар 23.10.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” командалары ике аҙна элек кенә осрашҡайны инде. Йәнтәслим...

Тотош уҡырға 26

“Йәшел дерби” ҡыуандырманы

“Йәшел дерби” ҡыуандырманы 19.10.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” менән сәкәләште. Сентябрҙә юлаевсылар үҙ...

Тотош уҡырға 62

Полина – өс тапҡыр чемпион!

Полина – өс тапҡыр чемпион! 18.10.2018 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Аргентинаның Буэнос-Айрес ҡалаһында үҫмерҙәрҙең III Йәйге Олимпиадаһы тамамланды. Унда Рәсәй...

Тотош уҡырға 61

Нижегородка биҫтәһендә – яңы спорт майҙансығы

Нижегородка биҫтәһендә – яңы спорт майҙансығы 18.10.2018 // Спорт һәм туризм

Өфөнөң Ленин районында физкультура менән шөғөлләнеү өсөн өр-яңы майҙансыҡ асылды. Объект “Берҙәм...

Тотош уҡырға 46

Күршеләрҙә ҡунаҡта

Күршеләрҙә ҡунаҡта 17.10.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” ут күршеләр бәйгеһендә һынатманы. Ул Магнитогорскиҙың “Металлург” командаһы менән...

Тотош уҡырға 63

Еңеү – беҙҙең йәш спортсыларҙа!

Еңеү – беҙҙең йәш спортсыларҙа! 16.10.2018 // Спорт һәм туризм

Октябрьский ҡалаһында Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Р. Хафизов иҫтәлегенә спорт акробатикаһы...

Тотош уҡырға 50

Герой булып булманы

Герой булып булманы 15.10.2018 // Спорт һәм туризм

Йәкшәмбелә “Салауат Юлаев” командаһы хоккейсылары Екатеринбургта хужалар менән осрашты. Әгәр шунда...

Тотош уҡырға 52

Силәбелә лә, Өфөлә лә...

Силәбелә лә, Өфөлә лә... 12.10.2018 // Спорт һәм туризм

Республика көнөнә юлаевсылар көйәрмәндәренә ҙур бүләк эшләне. Силәбенән уйынға килгән “Трактор”ҙы...

Тотош уҡырға 55

Буласаҡ чемпиондың теләге үтәләсәк

Буласаҡ чемпиондың теләге үтәләсәк 11.10.2018 // Спорт һәм туризм

Владимир Путин ете йәшлек Даша Куртьконың үтенесе буйынса Өфөлә гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн...

Тотош уҡырға 63

“Хоккейсылар аллеяһы” һалынасаҡ

“Хоккейсылар аллеяһы” һалынасаҡ 11.10.2018 // Спорт һәм туризм

Саҡмағоштар районда хоккейҙың барлыҡҡа килеүенә 50 йыл тулыуҙы билдәләргә йыйына....

Тотош уҡырға 65

Балашиха хоккейы ниндәй ул?

Балашиха хоккейы ниндәй ул? 10.10.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев”тың “Авангард” менән осрашыуын көйәрмәндәр ныҡ көттө. Быйыл Омск клубының...

Тотош уҡырға 67

Кем көслөрәк?

Кем көслөрәк? 09.10.2018 // Спорт һәм туризм

Өфөлә Республика көнөнә бағышланған XXV Милли һәм халыҡ спорты төрҙәре буйынса республика фестивале...

Тотош уҡырға 54