Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал Учалыны данланы
Италияның Лидо ди Езоло ҡалаһында 16 – 23 сентябрҙә кикбоксинг буйынса донъя чемпионаты уҙҙы. Унда 63 илдән 15-18 йәшлек ике мең ярым спортсы йыйылғайны. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан да ун үҫмер ҡатнашты.

Беҙҙең ил вәкилдәре бөтәһе 28 миҙал – 13 алтын, 11 көмөш, дүрт бронза яуланы. Шуныһы һөйөнөслө: яҡташтарыбыҙ ете миҙалға лайыҡ булды. Кикбоксингтың “лайт-контакт” төрөндә Өфөнән Валерий Евграфов (94 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәме) менән “К-1” төрөндә Дарья Прошенкова (48 килограмм ), “фулл-контакт”та Учалынан Урал Ғиниәтуллин (42 килограмм) чемпион исемен алды. Көмөш миҙалдарға – Туймазынан Кристина Маликова (52 килограмм) менән Сибайҙан Жослан Костаморатов (81 килограмм), ә бронзаға Туймазынан Раушан Закиров (54 килограмм) һәм Дэрья Акьюз (52 килограмм) лайыҡ булды.

Урал Ғиниәтуллинға 16 йәш, спорт мастерлығына кандидат. Ул Учалы ҡалаһының 3-сө лицейында XI класта уҡый, дүрт йыл инде билдәле тренер Денис Ямалетдиновта шөғөлләнә. Үҫмер – Башҡорт­остан, Волга буйы федераль округы бе­ренселектәре еңеүсеһе. Ә апрель аҙағында ил чемпионатында 930 ҡатнашыусы рәтендә йәнә алтын миҙалға эйә булып, халыҡ-ара ярыштарға барыу хоҡуғын яуланы. Турнир алдынан: “Туплаған оҫталығым, тәжрибәм киләсәктә кәрәк булыр, тип уйлайым. Старт алдынан бер аҙ тулҡынланам. Донъя чемпионатында ил данын яҡлау – оло яуаплылыҡ”, – тип белдергән егет теләгенә өлгәште һәм тыуған Учалыһы, Башҡортостан халҡы йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Афарин!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәртип боҙһаң, язаһы бар

Тәртип боҙһаң, язаһы бар 23.10.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” командалары ике аҙна элек кенә осрашҡайны инде. Йәнтәслим...

Тотош уҡырға 26

“Йәшел дерби” ҡыуандырманы

“Йәшел дерби” ҡыуандырманы 19.10.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” менән сәкәләште. Сентябрҙә юлаевсылар үҙ...

Тотош уҡырға 62

Полина – өс тапҡыр чемпион!

Полина – өс тапҡыр чемпион! 18.10.2018 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Аргентинаның Буэнос-Айрес ҡалаһында үҫмерҙәрҙең III Йәйге Олимпиадаһы тамамланды. Унда Рәсәй...

Тотош уҡырға 61

Нижегородка биҫтәһендә – яңы спорт майҙансығы

Нижегородка биҫтәһендә – яңы спорт майҙансығы 18.10.2018 // Спорт һәм туризм

Өфөнөң Ленин районында физкультура менән шөғөлләнеү өсөн өр-яңы майҙансыҡ асылды. Объект “Берҙәм...

Тотош уҡырға 46

Күршеләрҙә ҡунаҡта

Күршеләрҙә ҡунаҡта 17.10.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” ут күршеләр бәйгеһендә һынатманы. Ул Магнитогорскиҙың “Металлург” командаһы менән...

Тотош уҡырға 63

Еңеү – беҙҙең йәш спортсыларҙа!

Еңеү – беҙҙең йәш спортсыларҙа! 16.10.2018 // Спорт һәм туризм

Октябрьский ҡалаһында Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Р. Хафизов иҫтәлегенә спорт акробатикаһы...

Тотош уҡырға 50

Герой булып булманы

Герой булып булманы 15.10.2018 // Спорт һәм туризм

Йәкшәмбелә “Салауат Юлаев” командаһы хоккейсылары Екатеринбургта хужалар менән осрашты. Әгәр шунда...

Тотош уҡырға 52

Силәбелә лә, Өфөлә лә...

Силәбелә лә, Өфөлә лә... 12.10.2018 // Спорт һәм туризм

Республика көнөнә юлаевсылар көйәрмәндәренә ҙур бүләк эшләне. Силәбенән уйынға килгән “Трактор”ҙы...

Тотош уҡырға 55

Буласаҡ чемпиондың теләге үтәләсәк

Буласаҡ чемпиондың теләге үтәләсәк 11.10.2018 // Спорт һәм туризм

Владимир Путин ете йәшлек Даша Куртьконың үтенесе буйынса Өфөлә гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн...

Тотош уҡырға 63

“Хоккейсылар аллеяһы” һалынасаҡ

“Хоккейсылар аллеяһы” һалынасаҡ 11.10.2018 // Спорт һәм туризм

Саҡмағоштар районда хоккейҙың барлыҡҡа килеүенә 50 йыл тулыуҙы билдәләргә йыйына....

Тотош уҡырға 65

Балашиха хоккейы ниндәй ул?

Балашиха хоккейы ниндәй ул? 10.10.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев”тың “Авангард” менән осрашыуын көйәрмәндәр ныҡ көттө. Быйыл Омск клубының...

Тотош уҡырға 67

Кем көслөрәк?

Кем көслөрәк? 09.10.2018 // Спорт һәм туризм

Өфөлә Республика көнөнә бағышланған XXV Милли һәм халыҡ спорты төрҙәре буйынса республика фестивале...

Тотош уҡырға 54