Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЙЫЛ ТУРНИРЫ! “Өфө” клубы Европа лигаһына сыҡты
Баш ҡалабыҙҙың футбол клубы тарихта беренсе тапҡыр Европа ярышында ҡатнашты. Унда эләгеүҙәре лә бәхетле осраҡ булды. Ғәҙәттә, ил беренселегендә тәүге алты урынды алған командалар ҡитға бәйгеләрендә көсөн һынай. “Өфө” былтыр етенсе булды, әммә унан алдағы “Тосно” командаһы Европала уйнар өсөн лицензия алып өлгөрмәне. Беҙҙекеләр быны алдан хәстәрләгән.

Яҡташтарыбыҙ сығышын квалификация турнирында башланы, тәүге дәғүәселәре “Домжале” словен коллективы булды. Башта июль аҙағында Өфөлә – 0:0, артабан август башында Словенияла 1:1 иҫәбенә уйнап, ҡунаҡта гол индереү сәбәпле, сираттағы турға үттеләр.

Унда беҙҙең футболсыларҙы Люксем­бургтың “Прогресс Нидеркорн” командаһы көтә ине инде. Уны Башҡортостанда 2:1 иҫәбенә отҡас, Люксембургта матч тигеҙ иҫәп менән тамамланды (2:2). Шулай итеп, өфөләр артабанғы турға аяҡ баҫыу бәхетенә өлгәште.

Август аҙағында иһә хәл иткес осрашыуҙар уҙҙы. Был юлы бик көслө команда ҡаршы торҙо – Шотландияның иң алдынғыларҙан һаналған “Рейнджерс” футбол клубы. Уның баш тренеры ла – “Ливерпуль” инглиз командаһының элекке данлыҡлы уйынсыһы Стивен Джеррард! Ҡапҡасылары ла ил йыйылма командаһы составына инә...

Ошо кәртәне уҙһалар, Европа лига­һының төркөм уйындарына юл асыла. Тик тәүге матчта шотландтарҙан 0:1 иҫәбенә отолоп ҡайттыҡ. Шулай ҙа өмөт бар ине әле. Бының өсөн футболсы­ларыбыҙға Өфөләге осрашыуҙа уңайлы шарттар ҙа тыуып торҙо. Иҫәпте лә тигеҙләнеләр, бер-бер артлы ҡаршы яҡтың ике вәкиле майҙандан ҡыуылды... Ярты сәғәт буйы туғыҙ кеше беҙҙекеләрҙең ун бер уйынсыһына ҡаршы торҙо, туҡтауһыҙ һөжүмебеҙҙе кире ҡаҡты...

Бар тырышлыҡ бушҡа булды: ҡунаҡ­тарҙың ҡапҡаһына гол индерә алманылар. 1:1 – “Өфө” артабан турнирҙан төшөп ҡалды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Салауат рухлы Илмир

Салауат рухлы Илмир 22.01.2019 // Спорт һәм туризм

Салауат районының Малаяҙ ауылы егете Илмир Арыҫланов “Мистер БДМУ” конкурсында еңеп, сит илгә...

Тотош уҡырға 42

Ситтәр ҡыҙыға башланы...

Ситтәр ҡыҙыға башланы... 21.01.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостан тәүге тапҡыр сит ил кешеләренең иғтибарына лайыҡ булған Рәсәй төбәктәре исемлегенә...

Тотош уҡырға 68

Ап-аҡ ҡарҙар яуа...

Ап-аҡ ҡарҙар яуа... 20.01.2019 // Йәмғиәт / Спорт һәм туризм

Тирә-йүнде аҡлыҡҡа күмеп, бөгөн иртәнсәктән ҡар яуа. Һалҡын да түгел, ел дә үтә ҡотормай. Баҡтиһәң,...

Тотош уҡырға 77

Ҡыҙыл боҙонда – ҡыҙыу!

Ҡыҙыл боҙонда – ҡыҙыу! 20.01.2019 // Спорт һәм туризм

Әбйәлил районында матур йолаға әйләнгән “Сәләмәт ауыл” акцияһына туйыштар ҙа ихлас ҡушылды. Ҡыҙыл...

Тотош уҡырға 64

Төнгө боҙҙағы алыш

Төнгө боҙҙағы алыш 18.01.2019 // Спорт һәм туризм

Бөтә Рәсәй “Һәүәҫкәр 40+” дивизионы төнгө хоккей лигаһы фестиваленә ярашлы, “Саҡмағош-Арена”...

Тотош уҡырға 51

“Алтын шайба” – Әлшәй боҙонда

“Алтын шайба” – Әлшәй боҙонда 17.01.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының республика финал ярыштарын...

Тотош уҡырға 50

Әзекәйҙә хоккей ҡабы ... февралдә әҙер буласаҡ!

Әзекәйҙә хоккей ҡабы ... февралдә әҙер буласаҡ! 17.01.2019 // Спорт һәм туризм

“Башҡортостан” гәзитенә Белорет районы Әзекәй ауылынан “һөйөнсө” һорап шылтыраттылар....

Тотош уҡырға 78

Ҡадиров тураһында фильм күрһәтәсәктәр

Ҡадиров тураһында фильм күрһәтәсәктәр 16.01.2019 // Спорт һәм туризм

“Башҡортостандың йөҙ исеме” проекты сиктәрендә төшөрөлгән “Беренсе чемпион Ғабдрахман Ҡадиров” тип...

Тотош уҡырға 64

Иң күп награда – Бәләбәй көрәшселәрендә

Иң күп награда – Бәләбәй көрәшселәрендә 16.01.2019 // Спорт һәм туризм

Бәләбәйҙәр сәләмәт тормош яҡлы. Яңы йыл хакимлыҡ итә башлау менән биләмәлә спорт һәм сәләмәтлек ун...

Тотош уҡырға 62

Йәштәр Ғәли Ишмырҙинды беләме?

Йәштәр Ғәли Ишмырҙинды беләме? 16.01.2019 // Спорт һәм туризм

19 ғинуарҙа ҡаһарман осоусы, республикабыҙҙа башлап осоу­сылар мәктәбен ойошторған яҡташыбыҙ Ғәли...

Тотош уҡырға 72

Мушкетерҙар Парижды алды

Мушкетерҙар Парижды алды 15.01.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостан спортсылары Францияла фехтование буйынса Донъя кубогы этабында уңышлы сығыш яһаны....

Тотош уҡырға 55

Беҙҙә футбол стадионы булырмы?

Беҙҙә футбол стадионы булырмы? 12.01.2019 // Спорт һәм туризм

“Ул дөрөҫ урында төҙөлөргә тейеш. Заманса объект булыуы мөһим. Өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш. Балалар унда...

Тотош уҡырға 94