Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Елдәй елеп саңғыларҙа...
Ишембайҙың Саңғы базаһында саңғы миҙгелен асыуға һәм 1-се Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 65 йыллығына арналған үҙенсәлекле спорт байрамы үтте. Унда Ишембай районы һәм ҡалаһынан, Салауаттан, Стәрлетамаҡтан барлығы 200-гә яҡын кеше ҡатнашты, 17 яҡташыбыҙ призлы урындар яуланы.

Саңғы базаһы иртә менән ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Бәләкәс кенә саңғыларын тотоп кескәйҙәр ҙә килгән, ярышта ҡатнашырға дәрт иткән ололар ҙа бихисап. Ишембай районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Альберт Сәғәҙиев, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, быйыл саңғы миҙгеле асылыуға ярайһы ғына ҡар яуыуын да ыңғай күренеш итеп билдәләне, барыһына ла ярыштарҙа уңыштар теләне. Спорт ветераны – 84 йәшлек Рәшит ағай Исмә­ғилев тантанаға хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ саҡырылғайны.

– Саңғы уҙышы – таралған спорт төрө. Ишембайҙа ул юғары кимәлгә ҡуйылған, яҡшы һөҙөмтә­ләргә өлгәшеүсе саңғысылар беҙҙә аҙ түгел. Спорт ветерандары ла был йәһәттән йәштәргә матур өлгө күрһәтә. Ғөмүмән, спортҡа һөйөүҙе балаларҙа бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәк, – тигән фекерҙәрен әйтте ул.


Миҙгелде асыу тантанаһынан һуң сараның иң йәнле өлөшө – ярыштар башланды. Һәр кем үҙенең йәш категорияһында етеҙлеген һынаны. Балалары ярышҡанда ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең кескәйҙәрҙе дәртләндереп, еңеүгә әйҙәп тороуы ла спорт байрамын биҙәне.

Иң бәләкәс саңғысыларҙың береһе 7 йәшлек Фәдис Вилданов та билдәләнгән араны ауыр­лыҡһыҙ үтте.
“Саңғыла йөрөү оҡшай, һәр ял һайын шыуырға киләм”, – ти ул.


Малайҙың әсәһе Зөлфиә Зиннәт ҡыҙы ла бик ҡәнәғәт:
– Улым өс йәшендә саңғыға баҫ­ҡайны, шул ваҡыттан алып айырылмай. Күңел һалып йөрө­гәс, ниәтен хуплайбыҙ. Хәҙер инде икенсегә саңғы комплекттары алдыҡ. Бөгөн дә ярышта ҡатнашам тип дәртләнеп килде.


Олоһон да, кесеһен дә бергә туплаған байрамдан ауылды­ҡылар ҙа ситтә ҡалмаған. Әхмәр­ҙән өс бер туған Раушан, Руслан, Денис Вәлиевтәрҙе күреп һоҡландыҡ. Бына бит сәләмәт тормошто үҙ иткән ниндәй матур быуын үҫеп килә!

– Салауатта саңғы миҙгелен асыу ярышында ҡатнашып ҡайттыҡ. Ауыл йәштәре исеменән сығыш яһап, Булат Әминев беренсе урынды яуланы. Бөгөнгө ярышта ла көслө генә саңғы­сы­ларыбыҙ ҡатнаша, – тип һөйләне ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Әхмәр мәктәбе ҡарамағындағы филиалы тренеры Венер Әминев.

Был юлы ла һынатманы әх­мәрҙәр, үҙ йәш категорияларында тос ҡына уңыштар яуланылар. Бер километрға уҙышта 9 йәшлек Раушан Вәлиев – 2-се, 11 йәшлек Алһыу Хәбирова – 3-сө, йәштәр араһында 5 километрға ярышып, Булат Әминев икенсе урынды яуланы. Әхмәрҙәрҙең тренеры ла йәштәргә өлгө күрһәтте – спорт ветерандары араһында беренсе урынға сыҡты.

Ярыш аҙағында һөҙөмтәләр билдәләнде. Беренселекте алыу­сылар рәтендә ишембайҙар ҙа, стәрлетамаҡтар ҙа, салауаттар ҙа булды. Уларҙың барыһын да сәләмәт тормош алып барыу­ҙары, ялды файҙалы итеп уҙғара белеүҙәре берләштерҙе. Тейешле араны “һә” тигәнсә шыуып үт­кән, йөҙҙәре алһыуланған, күҙ­ҙәренән нур бөркөлгән саңғы­сы­ларға ҡарап көнләшерлек тә ине. Әллә күпме ваҡытҡа етерлек кү­ңел көрлөгө алып ҡайта бит улар. Саңғы миҙгеле саҡ башлана ғына, ә алда күпме ярыштар көтә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Төнгө боҙҙағы алыш

Төнгө боҙҙағы алыш 18.01.2019 // Спорт һәм туризм

Бөтә Рәсәй “Һәүәҫкәр 40+” дивизионы төнгө хоккей лигаһы фестиваленә ярашлы, “Саҡмағош-Арена”...

Тотош уҡырға 35

“Алтын шайба” – Әлшәй боҙонда

“Алтын шайба” – Әлшәй боҙонда 17.01.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының республика финал ярыштарын...

Тотош уҡырға 36

Әзекәйҙә хоккей ҡабы ... февралдә әҙер буласаҡ!

Әзекәйҙә хоккей ҡабы ... февралдә әҙер буласаҡ! 17.01.2019 // Спорт һәм туризм

“Башҡортостан” гәзитенә Белорет районы Әзекәй ауылынан “һөйөнсө” һорап шылтыраттылар....

Тотош уҡырға 64

Ҡадиров тураһында фильм күрһәтәсәктәр

Ҡадиров тураһында фильм күрһәтәсәктәр 16.01.2019 // Спорт һәм туризм

“Башҡортостандың йөҙ исеме” проекты сиктәрендә төшөрөлгән “Беренсе чемпион Ғабдрахман Ҡадиров” тип...

Тотош уҡырға 50

Иң күп награда – Бәләбәй көрәшселәрендә

Иң күп награда – Бәләбәй көрәшселәрендә 16.01.2019 // Спорт һәм туризм

Бәләбәйҙәр сәләмәт тормош яҡлы. Яңы йыл хакимлыҡ итә башлау менән биләмәлә спорт һәм сәләмәтлек ун...

Тотош уҡырға 48

Йәштәр Ғәли Ишмырҙинды беләме?

Йәштәр Ғәли Ишмырҙинды беләме? 16.01.2019 // Спорт һәм туризм

19 ғинуарҙа ҡаһарман осоусы, республикабыҙҙа башлап осоу­сылар мәктәбен ойошторған яҡташыбыҙ Ғәли...

Тотош уҡырға 59

Мушкетерҙар Парижды алды

Мушкетерҙар Парижды алды 15.01.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостан спортсылары Францияла фехтование буйынса Донъя кубогы этабында уңышлы сығыш яһаны....

Тотош уҡырға 41

Беҙҙә футбол стадионы булырмы?

Беҙҙә футбол стадионы булырмы? 12.01.2019 // Спорт һәм туризм

“Ул дөрөҫ урында төҙөлөргә тейеш. Заманса объект булыуы мөһим. Өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш. Балалар унда...

Тотош уҡырға 84

Йәштәребеҙ көслө – илебеҙ бәҫле

Йәштәребеҙ көслө – илебеҙ бәҫле 12.01.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала грек-рим көрәше...

Тотош уҡырға 74

“Салауат Юлаев” – ҙур байлығыбыҙ

“Салауат Юлаев” – ҙур байлығыбыҙ 11.01.2019 // Спорт һәм туризм

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Салауат...

Тотош уҡырға 61

Антон Шипулин менән хушлаштыҡ

Антон Шипулин менән хушлаштыҡ 10.01.2019 // Спорт һәм туризм

Спорт һөйөүселәр Ванкуверҙа (2010 йыл) һәм Сочиҙа (2014 йыл) Олимпия уйындарында эстафета...

Тотош уҡырға 192

Кем санала, кем – эйәрҙә…

Кем санала, кем – эйәрҙә… 10.01.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостанда яңы туристик йүнәлештәр асылды. Уралтау итәктәре буйлап ат һәм саңғы турҙары бик...

Тотош уҡырға 67