Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алтын шайба” турнирының йомғаҡлау өлөшө уҙҙы
Раевка ауылында 2006-2007 йылғы үҫмерҙәрҙең ауыл командалары араһында А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының финал ярыштары булып үтте.

Бер нисә көн буйы Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктә­бенең боҙ майҙансығы ҡыҙыу, көсөргәнешле уйындарҙан гөр­ләп торҙо. Ярышты ойоштороу­сылар — Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мә­ғариф министрлыҡтары, Баш­ҡортостандың берләшкән хоккей федерацияһы, А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы вәкилдәре сараны юғары кимәлдә, йәш спорт­сы­ларҙың күңелендә оҙаҡҡа иҫтә­лекле, йылы хәтирәләр ҡалды­рырлыҡ итеп үткәргән әлшәй­ҙәргә ҙур рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Динар Әхмәт­рисламов, ете райондан килгән йәш спортсыларҙы дәртлән­дереү, күңелдәрен күтәреү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыштыҡ, тип белдер­ҙе.

Ярыштарҙа муниципаль һәм зона этаптарында еңгән һәм приз яулаған Әлшәй, Бишбүләк, Балтас, Кушнаренко, Өфө, Саҡ­мағош һәм Шишмә районда­рының ете командаһы көс һынашты.

Өфө районының йәш хоккейсылары барыһынан да йылғы­рыраҡ, таһыллыраҡ булып сыҡты. Улар — республика финал ярыштарының еңеүсеһе. Икенсе урында — Кушнаренко, өсөнсө урында Бишбүләк ра­йондарының йәш спортсылары. Еңеүсе командалар һәм ярыш призерҙары иҫтәлекле кубоктар, ә уйынсылар Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы миҙалдары һәм дипломдары менән наградланды. Ҡунаҡтарҙы үҙ майҙанында ҡабул иткән Әлшәй районы хакимиәте лә еңеүселәргә иҫтә­лекле бүләктәрен тапшырҙы.

— Өфө районы командаһын уңышлы сығышы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Әлшәй бо­ҙо был юлы улар өсөн “ҡунаҡ­сыл”, “рәхимле” булды, — ти Ди­нар Марат улы. — “Алтын шай­ба” клубының Бөтә Рәсәй ярыш­тары финалында ла ошондай уҡ берҙәмлек, тиҙлек һәм оҫталыҡ күрһәтеүҙәрен теләй­беҙ.

Ете район командаһын үҙ майҙанында ҡабул итеүҙе, ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороу өсөн янып-көйөп йөрөгән спорт етәксеһе Динар Марат улын тап ярыштарҙы асыу көнөндә улы тыуыуы ме­нән дә ҡотларға онотманы әлшәйҙәр. Бәләкәй Әмир ҙә, моғайын, хоккейсы булыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ!"

"Һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ!" 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова килде. Белеүебеҙсә,...

Тотош уҡырға 48

Алға, тик алға!

Алға, тик алға! 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

“Рәсәйҙең саңғы юлы” ярыштары Сибайҙы ла урап үтмәне. Ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм...

Тотош уҡырға 69

Боҙ мәмерйәһе "йылынды"

Боҙ мәмерйәһе "йылынды" 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

Архангел районындағы Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенә 49 йылға ҡуртымға бирелгәс,...

Тотош уҡырға 63

Артур Сурин иҫтәлегенә – хоккей турниры

Артур Сурин иҫтәлегенә – хоккей турниры 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районының Вәзәм халҡы күренекле ауылдаштары, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Артур Сурин...

Тотош уҡырға 62

Ракетка бәләкәй булһа ла…

Ракетка бәләкәй булһа ла… 14.02.2019 // Спорт һәм туризм

Дүртөйлө районында барған 52-се спартакиаданың тағы ла бер этабына йомғаҡ яһалды. Өҫтәл теннисы...

Тотош уҡырға 111

Виктор Ан күрһәтер әле!

Виктор Ан күрһәтер әле! 14.02.2019 // Спорт һәм туризм

Шорт-трек буйынса алты тапҡыр Олимпия чемпионы Виктор Ан көҙ көнө спорттан китеүе хаҡында хәбәр...

Тотош уҡырға 80

Барҙыға барҙым әле...

Барҙыға барҙым әле... 13.02.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандарҙың ситтә еңеү яулауына күнегеп тә бөттөк инде. Күптән түгел Пермь крайы Барҙы...

Тотош уҡырға 62

Умарк – Метсола урынында

Умарк – Метсола урынында 12.02.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн “Салауат Юлаев” спортсылары Өфөләге 96-сы лицей, “Спарта” командалары һәм 2010, 2012 йылғы...

Тотош уҡырға 58

Сибайға "Салауат Юлаев" килде!

Сибайға "Салауат Юлаев" килде! 12.02.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының "Ирәндек" боҙ һарайында кескәйҙәрҙең бөтә донъяға билдәле хоккей командаһы ағзалары...

Тотош уҡырға 76

“Һуңғы император” Өфөгә килә!

“Һуңғы император” Өфөгә килә! 12.02.2019 // Спорт һәм туризм

17 февралдә Өфө ҡалаһында ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса үҫмерҙәр араһында төбәк-ара чемпионат үтәсәк....

Тотош уҡырға 62

Килегеҙ, судья булмаясаҡ!

Килегеҙ, судья булмаясаҡ! 12.02.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфөләге 96-сы лицейҙың боҙ майҙансығына килһәгеҙ, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы...

Тотош уҡырға 66

Майҙанда – "Исҡужа" менән "Ҡараташ"

Майҙанда – "Исҡужа" менән "Ҡараташ" 11.02.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡтың Түбә ауылында асылған боҙ майҙансығы һис ҡасан буш тормай: бында көн һайын спорт...

Тотош уҡырға 60