Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Рәсәйҙең саңғы юлы” ярыштары Сибайҙы ла урап үтмәне. Ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы бөгөн төрлө йәштәге спортсыларҙы осраштырҙы.

Шуныһы ҡыуаныслы: сибайҙарҙың ярышын ҡарарға Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 13 тапҡыр Паралимпия, 43 тапҡыр Европа һәм 18 тапҡыр донъя чемпионы булып танылған Рима Баталова ла килеп, сараға оло мәртәбә өҫтәне. Ул “Рәсәйҙең саңғы юлы” ярышын тап сибайҙар менән үткәреүенә бик шат булыуын белдерҙе. “Спорт беҙҙе берләштерә, күңелде күтәрә. Алға, тик алға!” – тине депутат.

Ҡала халҡы менән аралашҡанда Рима Баталова бигерәк тә еңел атлетиканы үҙ итеүен йәшермәне. “Бар саҡрымдарҙы ла яуланым, әммә 800, 1500 метр саҡрымдағы дистанция – иң яратҡаным”, – тине.

Үҙенең һәр саҡ яҡшы формала һәм мөләйем булып ҡалыуында ла спорттың өлөшө баһалап бөткөһөҙ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тине ул.

– Һәр кемдең спортта үҙ кумиры була, минеке – немец атлеты Марита Кох, уның йүгереү техникаһы оҡшай, – тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште депутат.

Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.“Рәсәйҙең саңғы юлы-2019” ярышында ҡаланың мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары, ойошма, предприятие эшселәре, ветерандарҙан тыш, Урал аръяғы райондарынан килгән саңғысылар ҙа ҡатнашты. Бөтәһе 2 мең 543 кеше финиш һыҙығына баҫты. Иң оло саңғысы – 82 йәшлек Әхмәт Юнысов. Тәүге тапҡыр 1952 йылда Баймаҡта үткән саңғы ярышында ҡатнашып, бөгөнгә тиклем бер ниндәй ярышты ла ҡалдырмай.
“Рәсәйҙең саңғы юлы-2019” ярышында ҡаланың төрлө йәштәге 28 спортсыһы ГТО нормативын уңышлы тапшырҙы.


Автор: К. ИШБУЛДИНА.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 382

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 201

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 135

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 171

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 152

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 46

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 110

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 265

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 76

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 81

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 82

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 83