Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдәр аҡыллыраҡ: аҡтармы, ҡаралармы?
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында ғәҙәти булмаған шахмат турниры булды: һары сәсле гүзәл заттар ҡара сәслеләре менән көс һынашты. 12 ҡатнашыусы араһында төрлө йәштәгеләре һәм төрлө һөнәр эйәләре бар ине.

Башҡортостан Республи­каһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова турнирҙа ҡатнашҡан һәр йәш шахматсының күҙҙә­рендә ғәм һәм аҡыл булыуын билдәләне.

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтулли­наның ҡатнашыуы сараға мәр­тәбә өҫтәне. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы йәш ҡыҙҙар менән шахмат уйнап алырға ла өлгөрҙө.

— Тап ошо спорт төрөнөң көслөләр, аҡыллылар, спорт һөйөүселәр һәм тәрән фекер йөрөтөүселәр өсөн икәнлеге һәр кемгә лә мәғлүм. “Шахматты – мәктәптәргә” проектының бөгөн беренсе аҙым яһауы бик ҡыуаныслы хәл. Был уйын бик мауыҡтырғыс, һәм ул бөгөн балаларға бигерәк тә кәрәк, сөнки интернет селтәренә, гаджеттарға ваҡыт сарыф итеүгә ҡаршы лайыҡлы сара булырға тейеш, – тине ул.

Зөһрә Рәхмәтуллина феке­ренсә, шахматҡа ил, республика кимәлендә иғтибар ҙур. Яңы проект балаларҙың зиһе­нен үҫтереү, уларҙы уйлы-фекерле итеү, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға балаларҙы тәрбиәләү өлкәһендә ярҙам итеү маҡсаты менән бойомға ашырыла.

Ошо проекттың ун беренсе этабы булған шахматсы ҡыҙҙар турниры ҡара сәсле һылыуҙар­ҙың һары сәслеләрҙе 9:3 иҫәбенә еңеүе менән тамамланды. Етди йөҙ менән шахмат таҡтаһында ышаныслы хәрә­кәт­тәр эшләгән ҡыҙҙар ысын мә­ғәнәһендә һоҡланырға мәж­бүр итә. Шахмат уйындарының зиһенде үҫтереп кенә ҡалмай, тормошта ла үҙ-үҙеңә, һәр яһаған аҙымыңдың дөрөҫлө­гөнә ышанырға ярҙам итеүенә инанаһың.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡайһы саҡта 32 секунд етә...

Ҡайһы саҡта 32 секунд етә... 21.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөнөң “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы кубок өсөн уйындарҙағы өсөнсө матчта упҡын ситенә...

Тотош уҡырға 54

Ейән дә шәп, олатай ҙа

Ейән дә шәп, олатай ҙа 21.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөлә республиканың Хәрби-спорт фонды ғаилә командалары араһында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт...

Тотош уҡырға 33

Ҡазандан – “алтын” менән

Ҡазандан – “алтын” менән 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бил бирмәҫ баһадир көрәшсе Ғаззали Үтәшевтең тыуған яғы Хәйбулла районында, билдәле булыуынса,...

Тотош уҡырға 143

Еңеүгә – бер аҙым!

Еңеүгә – бер аҙым! 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Ярышта бөгөн өҫтөнлөк алһаҡ, ярымфиналда еңеүгә бер генә аҙым ҡаласаҡ. Ошо маҡсат торҙо әлеге...

Тотош уҡырға 60

Йөҙ йыллыҡҡа – шашка турниры

Йөҙ йыллыҡҡа – шашка турниры 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә халыҡ-ара (йөҙ шаҡмаҡлы) шашка буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Ололарға ни етмәй?

Ололарға ни етмәй? 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында "Һунар. Балыҡсылыҡ. Туризм" тигән махсус күргәҙмә...

Тотош уҡырға 79

Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн"

Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн" 19.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында республика етәксеһе Радий Хәбиров урындағы “Тархан” волейбол...

Тотош уҡырға 44

Хоккей ҡараған һымаҡ...

Хоккей ҡараған һымаҡ... 19.03.2019 // Спорт һәм туризм

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 24 мартта Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” тип аталған...

Тотош уҡырға 40

Ҡышҡы этап тамамланды

Ҡышҡы этап тамамланды 19.03.2019 // Спорт һәм туризм

Белорет металлургия комбинатында тау саңғыһы буйынса ярыштар тамамланды....

Тотош уҡырға 35

Барыбер еңдек!

Барыбер еңдек! 18.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Автомобилист” араһында өсөнсө матч нисек булыр? Командаларының көсөнә ышанһа...

Тотош уҡырға 84

Панин юҡ тип паникаға бирелмәйек

Панин юҡ тип паникаға бирелмәйек 18.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев”тың үҙ боҙонда “Автомобилист”ҡа ҡаршы осрашыуына һанаулы ғына сәғәт-минуттар ҡалды,...

Тотош уҡырға 68

"Галстукһыҙ" бер көн

"Галстукһыҙ" бер көн 17.03.2019 // Спорт һәм туризм

Йылайыр районы үҙәгендә Урал аръяғы райондарының хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада үтте....

Тотош уҡырға 126