Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Салауат”, ниһайәт, еңде
“Салауат”, ниһайәт, еңдеКонтиненталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле юлаевсылар өсөн уңышһыҙ башланды. Ярай, ситтә уйнаһалар, тәүге өс осрашыу үҙебеҙҙә – “Өфө-Арена”ла үтте бит. Боҙҙа беҙгә ҡаршы сығыусылар ҙа лиганың ҡеүәтле командаларынан һаналмай. Шуға ла рәттән ике еңелеүҙе көйәрмәндәр өнәп етмәне...
Эйе, тәүге осрашыуҙа беҙгә ҡаршы боҙҙа шайба йүгертеүҙән бигерәк, сәкәләшергә яратҡан “Витязь” сыҡҡайны. Күрәһең, команданың яңы тренеры Юрий Леонов уларҙы хоккей серҙәренә төшөндөрөп өлгөргән, “Салауат Юлаев” уйын дауамында күберәк һаҡланырға мәжбүр булды. Тәүге шайбаны ла “Витязь” индерҙе. Бары өсөнсө осорҙа ғына беҙҙекеләр “йәшел машина”ны хәтерләтә ине. Шулай ҙа буллит индереүҙә Чехов командаһы өфөләрҙән көслөрәк булып сыҡты.
Икенсе уйынды юлаевсылар “Северсталь” командаһына ҡаршы үткәрҙе. Баш тренер Венер Сафин еңелеүҙән һуң етди һығымталарға килгәйне, буғай. Мәҫәлән, йәш уйынсы Никита Филатов уйынға бөтөнләй сыҡманы. Әммә был юлы ла, тәүге ике осорҙа яуапһыҙ өс шайба үткәргәс кенә, юлаевсылар “эшкә” тотондо. Ҡаратырышлыҡ менән бер шайба индерҙеләр ҙә, тик еңеү генә килмәне.
Рәттән өс еңелеүҙе көйәрмәндәр һис тә ҡабул итмәҫ ине. Уңышһыҙ уйындарҙан һуң “Өфө-Арена”ла буш урындар барлыҡҡа килде, был да уйланырға сәбәп булды. Бәлки, шуғалыр өсөнсө уйын тәүге икәүһенән ер менән күк кеүек айырылды тиһәк, һис хата булмаҫ. Юлаевсылар алдағы уйында ҡеүәтле “Аҡ барыҫ”ты теҙ сүктергән Минскиҙың “Динамо”һын ҡабул итте. Ике яҡ та тәүге минуттан уҡ һөжүмгә ташланды, әммә иҫәп беренсе осор аҙағында тигеҙ ҡалды.
Ә бына икенсе осор боҙҙа кем хужа икәнлеген асыҡ аңғартты: “запас”та ултырып көс йыйған Никита Филатов ҡына ла “ҡунаҡтар”ға ике шайба сәпәне. Ғөмүмән, ун минут эсендә генә өфөләр Минск командаһына биш шайба ырғытты. Тегеләр, тырыша торғас, ике тапҡыр яуап ҡайтара алды-алыуын. Шулай ҙа “Салауат” яңы миҙгелдә беренсе еңеүен ысҡындырманы: осрашыу аҙағында иҫәп 6:3 ине.
Киләһе уйында “Салауат Юлаев” былтырғы чемпионаттың көмөш миҙалын яулаған Омскиҙың “Авангард”ы менән көс һынашасаҡ.
Р. ЗӘЙНИЕВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хәҙер рәхәтләнеп йүгерәбеҙ

Хәҙер рәхәтләнеп йүгерәбеҙ 17.11.2018 // Спорт һәм туризм

"2013 – 2020 йылдарҙа мәғарифты үҫтереү" дәүләт федераль программаһына ярашлы, Мишкә ауылындағы...

Тотош уҡырға 29

Йәштәр майҙан тота

Йәштәр майҙан тота 15.11.2018 // Спорт һәм туризм

15 – 18 ноябрҙә Өфөлә Беренсе Евразия студент хәрби сәнғәт уйындары уҙғарыла....

Тотош уҡырға 54

Еңеүселәрҙе Пермь ҡалаһы көтә

Еңеүселәрҙе Пермь ҡалаһы көтә 14.11.2018 // Спорт һәм туризм

Үрге Йәркәйҙең физкультура-һауыҡтырыу комплексында армрестлинг буйынса республика чемпионаты үтте....

Тотош уҡырға 50

Мәргәнлектә – егетлек күрке

Мәргәнлектә – егетлек күрке 14.11.2018 // Спорт һәм туризм

Иванай урта мәктәбе тирында 51-се спартакиада сиктәрендә ҡала предприятиелары һәм ауыл биләмәләре...

Тотош уҡырға 60

Беҙҙә – алтын һәм бронза

Беҙҙә – алтын һәм бронза 14.11.2018 // Спорт һәм туризм

Волга буйы федераль округындағы йәштәр араһында шахмат буйынса чемпионат нигеҙендә Һамар өлкәһендә...

Тотош уҡырға 45

Өргөндә "морж"дар ярышты

Өргөндә "морж"дар ярышты 13.11.2018 // Спорт һәм туризм

Үткән шәмбелә Учалы районының Өргөн күлендә ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнгәндәр өсөн Башҡортостан...

Тотош уҡырға 46

“Ағиҙел” ҡыҙҙарына афарин!

“Ағиҙел” ҡыҙҙарына афарин! 13.11.2018 // Спорт һәм туризм

Өфөнөң “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы уйынсылары ил йыйылма командаһы составында Дүрт милләт...

Тотош уҡырға 39

Паралимпия чемпиондары ла үҫеп сығыр әле!

Паралимпия чемпиондары ла үҫеп сығыр әле! 12.11.2018 // Спорт һәм туризм

Бәләбәй ҡалаһы һәм районында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар бассейнда йөҙөү...

Тотош уҡырға 40

Борайҙан – Ауырғазыға

Борайҙан – Ауырғазыға 11.11.2018 // Спорт һәм туризм

Борай районының Борай ауылында Төбәк үҫмерҙәр баскетбол лигаһының тәүге этабы үтте....

Тотош уҡырға 71

Таныш булығыҙ: футбол клубы талсымы

Таныш булығыҙ: футбол клубы талсымы 09.11.2018 // Спорт һәм туризм

Баш ҡаланың “Нефтсе” стадионында йәмәғәтселекте “Өфө” футбол клубының яңы талсымы менән...

Тотош уҡырға 65

Самбо эштә лә кәрәк

Самбо эштә лә кәрәк 09.11.2018 // Спорт һәм туризм

Рәсәй полицияһының 300 йыллығы һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы...

Тотош уҡырға 53

Уларҙың да йүгергеһе килә...

Уларҙың да йүгергеһе килә... 07.11.2018 // Спорт һәм туризм

Туймазы ҡалаһында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн спорт фестивале үтте....

Тотош уҡырға 52