“Ырғыҙ”ҙан өлгө алығыҙ

31-10-2012, 03:12 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
“Ырғыҙ”ҙан өлгө алығыҙҺамар яҡтары Һәҙиә һәм Ғөбәй, Ғәббәс Дәүләтшиндар, Рәшит Ниғмәти, Фатима Мостафина кеүек талантлы шәхестәрҙең төйәге булараҡ билдәле. Рухлы милләттәштәребеҙҙең барыбыҙҙы ла ғорурландырырлыҡ уңыштары етерлек. Оло Черниговка районындағы Ырғыҙ ҡасабаһының шау башҡорт егеттәренән торған футбол командаһы өлкәне дер һелкетә.

“Ырғыҙ” тип аталған команда теүәл егерме йыл элек барлыҡҡа килә. Уны ойоштороуға тренер Таһир Тимерғәле улы Ғөбәйҙуллин ҙур көс һала. Командала тәүҙәрәк төрлө милләт кешеләре булһа, һуңынан башҡорт егеттәре генә тороп ҡала. Ошо әллә ни ҙур булмаған арауыҡта улар үҙҙәрен танытып та өлгөрә. Хәҙер “Ырғыҙ”ҙы районда ғына түгел, өлкәлә лә яҡшы беләләр, хөрмәт итәләр. Районда үткәрелгән ярыштарҙа улар беренселекте бирмәй. Өлкәлә уҙған халыҡ-ара турнирҙа ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр.
Команданың етәксеһе, үҙе “БИО-ТОН” йәмғиәтенең идарасыһы булған Заһретдин Туғыҙбаев егеттәргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, уларға сағыу спорт костюмдары ла тектергән.
И. ӘХМӘТОВ.
Һамар өлкәһе.