Ҙур бәйгеләр үткәрергә әҙербеҙ

31-10-2012, 03:15 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Ҙур бәйгеләр үткәрергә әҙербеҙБөгөн Башҡортостан ысын мәғәнәһендә спорт донъяһын хәтерләтә. Көн һайын тиерлек республика, ил, хатта донъя кимәлендә төрлө ярыштар үткәрелә беҙҙә. Ошо арала йәнә ғәйәт әһәмиәтле, яуаплы ваҡиғалар көтөлә. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән әңгәмәбеҙ ошо сараларға әҙерлек барышы хаҡында.

— Андрей Иванович, Президент Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу зарурлығы хаҡында әйтелә. Иң тәүҙә шул хаҡта һөйләһәгеҙ ине.
— Ысынлап та, республикабыҙҙа сәләмәт тормошҡа ынтылыш көндән-көн үҫеш ала. Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостанда ғына Йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса министрлыҡтың булыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Спорт ҡоролмаларының күплеге буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урында, физик культура менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны ла туҡтауһыҙ арта. Яңы объекттар ҙа күп төҙөлә. Маҡсатлы сәйәсәт, әлбиттә, үҙ емешен бирмәй ҡалмай. Йәштәребеҙ спорттың биатлон, боҙҙа мотоциклда уҙышыу, билбаулы көрәш, халыҡ-ара шашка, йөҙөү, велосипедта ярышыу, ҡаяға үрмәләү, еңел атлетика һәм башҡа төрҙәре буйынса Европа, донъя чемпионаттарында һоҡланғыс уңыштарға өлгәшә. Яңыраҡ Лондонда үткән Олимпия, айырыуса Паралимпия уйындарында, Өфөлә үткән йәйге биатлон буйынса Халыҡ-ара чемпионатта спортсыларыбыҙҙың алтын миҙалдар яулауы ошоға асыҡ дәлил, тип әйтер инем.
— Әле республикабыҙ донъя кимәлендәге мөһим сараға йыйына. 25 декабрҙән алып киләһе йылдың 5 ғинуарына ҡәҙәр Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Әҙерлек нисек бара?
— Был сараның Башҡортостанда үтеүе мәртәбә, әлбиттә. Тимәк, беҙҙә яуаплы, ҙур бәйгеләрҙе ойоштороу, уҙғарыу өсөн шарттар, мөмкинлектәр бар. Ярыштар Спорт һарайында, “Өфө-Арена”ла үтәсәк. Баш ҡалабыҙ чемпионатты тейешле кимәлдә үткәреүгә тулыһынса әҙер. Яңыраҡ ҡына Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк килеп ҡайтҡайны. Ул спорт объекттарының торошонан бик ҡәнәғәт булды, республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. “Чемпионат юғары кимәлдә үтер, тип уйлайым. Башҡортостанда хоккейҙы яраталар, уны үҫтереүгә күп көс һалына”, — тине.
— Чемпионатҡа кемдәрҙең килеүе көтөлә?
— Рәсәй, Канада, АҠШ, Словакия, Финляндия, Швейцария, Швеция, Чехия, Латвия, Германия илдәренең хоккей командалары ҡатнашасаҡ.
— Унан һуң, 26 февралдә, VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары башлана. Ярыш ни өсөн тап Башҡортостанда уҙғарыла?
— Бының да үҙ сәбәбе бар. Былтыр балалар уйындары Шотландияның Ланаркшер графлығында үткәйне, унда донъяның 76 ҡалаһынан мең ярым ҡыҙ һәм малай ҡатнашты. Өфөнән 17 бала барып ҡайтты. Улар еңел атлетика, дзюдо, бадминтон һәм йөҙөү буйынса көс һынашып, 11 миҙал яуланы. Ойоштороу комитеты беҙҙең уҡыусыларҙың уңышына хайран ҡалған, кәңәшләшкәндән һуң, киләһе ярышты Өфөлә үткәрергә тип ҡарар иткәндәр. Унда 12–15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша.
— Ниндәй спорт төрҙәре буйынса ярышасаҡтар?
— Тау саңғыһы, хоккей, фигуралы шыуыу, спорт ориентиры... Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына Өфөгә Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит килгәйне. Ҡунағыбыҙ ярыштар үтәсәк урындар, “Өфө-Арена”, Спорт һарайы, “Олимпик-парк” тау саңғыһы, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу үҙәктәре менән танышты. Ул да Өфөнөң әлеге уйындарҙы үткәреүгә әҙерлеген юғары баһаланы.
— Уйындарҙа күпме бала ҡатнашасаҡ?
— Әле донъяның төрлө илдәренән 24 ҡала вәкилдәре теләк белдерҙе, йәнә 20 ҡала был тәҡдим буйынса үҙ яуабын бирмәгән әле. Ярышта яҡынса 600–700 кешенең булыуы көтөлә.
— Ниндәй өмөт бағлайһығыҙ?
— Беҙҙә ҡышҡы уйын төрҙәре яҡшы үҫешкән: махсус мәктәптәр эшләй, секциялар бар. Әле чемпионатҡа етди әҙерлек бара, спортсыларыбыҙ һайлап алыу турнирҙарында көс һынаша. Был ярыштарҙа хоккейсылар ҙа, балалар ҙа яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандырыр тип өмөтләнәбеҙ.
Әлбиттә, уҡыусылар араһындағы сараны ярыш тип кенә ҡабул итергә ярамай. Төрлө илдәрҙең балаларына үҙ-ара аралашыу, танышыу, дуҫлашыу өсөн уңайлы мөхит буласаҡ ул. Чемпионаттың уларҙың күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырасағы бәхәсһеҙ.
И. ХАҠОВ яҙып алды.