2014 йылдың 7 февралендә Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында ҡышҡы Олимпия уйындары башланасаҡ. Шул уңайҙан илдең федераль округтары үҙәктәрендә “Кирегә һанаусы сәғәттәр”ҙе асыу тантанаһы уҙҙы. Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге әүҙемселәре был ваҡиғаны айырыуса үҙенсәлекле итеп билдәләне – ҡышҡы спорт байрамы ойошторҙо.

Ирекмәндәр төҙөгән “Олимпия паркы”на Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре саҡырылды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар унда үҙҙәрен ысын спортсылар тип хис итте – бобслей, хоккей, скелетон буйынса көс һынашты.
Олимпиада утын ҡулдан-ҡулға күсереү һәм Олимпиада факелын ҡабыҙыу сараның иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Һуңынан балалар Өфө кафеларының береһенә байрам сәйенә юлланды.