Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя спортсылары йәнә Өфөлә йыйылды
Донъя спортсылары йәнә  Өфөлә йыйылдыБашланды! Барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көткән VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына старт бирелде! Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр Өфөлә үткән был ярышҡа 19 илдән 59 команда килде.

Ярыш хоккей уйындары менән асылды. Шуға ла “Өфө-Арена” боҙ һарайына йәш спортсылар иртүк йыйыла башланы. Бына-бына матчҡа сығырға әҙерләнгән Латвияның Даугавпилc үҫмерҙәренең кәйефе менән ҡыҙыҡһынам.
– Беҙ Өфөлә беренсе тапҡыр, бик ихлас ҡаршы алдылар, – тине улар бер тауыштан. – Бығаса Өфө хаҡында ишетеп кенә белә инек. Донъя спортсылары йәнә  Өфөлә йыйылды
– Еңеүгә өмөтөгөҙ бармы?
– Бирешмәҫкә ине…
Ә бына Австрия үҫмерҙәре төп дәғүәселәре итеп Рәсәй, Канада спортсыларын күреүен йәшермәне.
Ул арала боҙға сығырға команда бирелде. Тәүге әйләнештә беренселәрҙән булып Даугавпилс (Латвия) менән Новополоцк ҡалаһы командалары (Белоруссия) Донъя спортсылары йәнә  Өфөлә йыйылдыосрашты. Көсөргәнешле алышта Латвияныҡылар таһылыраҡ булып сыҡты: дәғүәселәрен 3:1 иҫәбе менән теҙ сүктерҙеләр. Уларҙан һуң Харьков (Украина) менән Делемон (Швейцария) ҡалалары уйнаны. Матч украиндарҙың еңеүе менән 8:3 иҫәбенә тамамланды. Ә Новополоцк (Белоруссия) уйынсылары Грац (Австрия) ҡалаһы үҫмерҙәрен 5:1 иҫәбе менән тар-мар итте. Унан һуң Харьков Даугавпилс спортсыларын 3:1 иҫәбе менән ҡыйратты.
Өфөләр менән Келоуна (Канада) ҡалаһы хоккейсылары араһындағы алыш та сәмле барҙы.
Уйындар “Өфө-Арена”, Спорт һарайҙарында, “Олимпик-парк”та, “Биатлон” спорт һауыҡтырыу комплексында 2 мартҡа ҡәҙәр дауам итәсәк. Йәш спортсылар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, тау саңғыһы, саңғы уҙышы, спорт ориентиры, сноуборд буйынса көс һынашасаҡ. Спорт ярыштарынан тыш, балалар өсөн төрлө күңел асыу саралары ҡаралған: үҫмерҙәр музейҙарҙа буласаҡ, ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ.

Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн"

Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн" 19.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында республика етәксеһе Радий Хәбиров урындағы “Тархан” волейбол...

Тотош уҡырға 36

Хоккей ҡараған һымаҡ...

Хоккей ҡараған һымаҡ... 19.03.2019 // Спорт һәм туризм

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 24 мартта Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” тип аталған...

Тотош уҡырға 30

Ҡышҡы этап тамамланды

Ҡышҡы этап тамамланды 19.03.2019 // Спорт һәм туризм

Белорет металлургия комбинатында тау саңғыһы буйынса ярыштар тамамланды....

Тотош уҡырға 27

Барыбер еңдек!

Барыбер еңдек! 18.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Автомобилист” араһында өсөнсө матч нисек булыр? Командаларының көсөнә ышанһа...

Тотош уҡырға 75

Панин юҡ тип паникаға бирелмәйек

Панин юҡ тип паникаға бирелмәйек 18.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев”тың үҙ боҙонда “Автомобилист”ҡа ҡаршы осрашыуына һанаулы ғына сәғәт-минуттар ҡалды,...

Тотош уҡырға 64

"Галстукһыҙ" бер көн

"Галстукһыҙ" бер көн 17.03.2019 // Спорт һәм туризм

Йылайыр районы үҙәгендә Урал аръяғы райондарының хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада үтте....

Тотош уҡырға 117

Киләһе йәкшәмбе "Аҡбуҙат" көтә

Киләһе йәкшәмбе "Аҡбуҙат" көтә 17.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың тарихын атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай....

Тотош уҡырға 58

"Автомобилист" был матчта еңеренә ышана: ни булыр?

"Автомобилист" был матчта еңеренә ышана: ни булыр? 16.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн беҙҙең “Салауат Юлаев” Екатеринг боҙонда йәнә “Автомобилист” менән осраша. Уйын киске сәғәт...

Тотош уҡырға 63

Кемдәр аҡыллыраҡ:  аҡтармы, ҡаралармы?

Кемдәр аҡыллыраҡ: аҡтармы, ҡаралармы? 15.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында ғәҙәти булмаған шахмат турниры булды: һары сәсле гүзәл...

Тотош уҡырға 63

Спортсы ...бер тин эш хаҡы алған

Спортсы ...бер тин эш хаҡы алған 15.03.2019 // Спорт һәм туризм

Рәсәйҙең фигуралы шыуыу оҫталары үҙҙәренең хеҙмәт хаҡы бәләкәй булыуға зарлана....

Тотош уҡырға 78

“Ағайҙар”ҙан ҡалышмайҙар

“Ағайҙар”ҙан ҡалышмайҙар 15.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” артынса Өфөнөң “Толпар” йәштәр хоккей командаһы ла плей-офтың икенсе раундына сыҡты....

Тотош уҡырға 72

Мистер Смит Ҡамышлыға барҙы

Мистер Смит Ҡамышлыға барҙы 15.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл йәй Башҡортостанда Халыҡ-ара балалар уйындары уҙасаҡ. Әле уға әҙерлек эштәре бара....

Тотош уҡырға 74