Салауаттың уңыштарыБаймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Салауат Ғәлинде барыһы ла спортсы булараҡ яҡшы белә. Мәктәптең волейбол һәм баскетбол командаларының алмаштырғыһыҙ уйынсыһы ул. Тренеры Фәнис Яҡупов әйтеүенсә, Салауаттың даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләүе яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Буш ваҡытында һәр саҡ ҡулына туп алған егет өйҙә лә шөғөлләнә. Шулай уҡ Сибай ҡалаһына аҙнаһына дүрт тапҡыр “Бөркөт” спорт-һауыҡтырыу үҙәгендәге кикбоксинг түңәрәгенә йөрөй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 356 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Билдә” өсөн түгел, халыҡ мәнфәғәтендәСпортҡа бер ҡасан да битараф булманыҡ. Үҙем дә, иптәшем дә мәктәптә уҡығанда ла, студент осоронда ла ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Хәҙер иһә балаларыбыҙ ҙа беҙҙең юлды дауам итә. Шуға әле лә ошондай сараларҙы ситтән генә күҙәтмәйбеҙ, мөмкин булған саҡта барып тамаша ҡылабыҙ. Быйыл Өфөлә “Рәсәй саңғы юлы” күмәкләп саңғы уҙышын күрергә насип булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 103 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төрөктәр ҙә ялға киләБөгөн Бөрйәндә туризм өлкәһендә 16 эшҡыуар шөғөлләнә. Былтыр был тармаҡтан район бюджетына биш миллион һум килем ингән. Урал Хәлиуллин – ошо өлкәлә эш алып барған иң уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмыштан уҙмыш бар9 – 11 февралдә Швецияның Мальме ҡалаһында паралимпия спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара фестиваль уҙҙы. 15 йүнәлештә 20 илдән ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты унда. Следж-хоккей ярыштарында илебеҙ данын Мәскәү өлкәһенән “Феникс” командаһы яҡланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ йәштәре менән тулы еңеүШорт-трек... Был һүҙ беҙҙең тормошобоҙға егерме биш йыл элек килеп керҙе. 1992 йылда ошоғаса ят спорт төрө тәүге тапҡыр Ҡышҡы Олимпиада программаһына индерелде. Ә ун йыл әүәл Башҡортостан спортсылары ла уның буйынса беренсе еңеүҙәрен яулай башланы: Вячеслав Кургинян, Руслан Захаров, Семен Елистратов... Тап шул ваҡытта беҙҙең ғаилә лә шорт-трек менән ҡыҙыҡһынып китте. Өфөләге “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәтенә футбол буйынса күнекмәгә барған улым шунда уҡ шөғөлләнгән шорт-трек командаһын тап итеп, секцияға яҙылып ҡайтҡайны. Хәҙер Өфө ҡалаһы кубогына уҙған ярышта яуланған бронза миҙал ул мәлдәрҙең матур иҫтәлеге булып өй түрендә эленеп тора...
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Спорт – көс һәм дәрт сығанағы”Йөҙөнән сәм һәм дәрт урғылып торған Роберт Ишмырҙинды күреү менән уның сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуын шунда уҡ тойорға мөмкин. Һикһәнде тураҡлауына ҡарамаҫтан, кәүҙәһен егеттәрсә тотоуы, әле булһа ҡышын саңғыла йөрөүе, йыл буйы һыуыҡ һыу менән ҡойоноуы, ысынлап та, геройымдың сәләмәтлегенә һәм йәшәү рәүешенә булышлыҡ итмәй ҡалмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олимп тауы үренә кем менер?Бөгөн Көньяҡ Кореяның Пхенчхан ҡалаһында XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана. Ул 25 февралгәсә барасаҡ. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан да биш спортсы бар. Улар – Семен Елистратов (шорт-трек), Антон Бабиков (биатлон), Кристина Спиридонова (фристайл, акробатика), Эрнест Яхин (саңғы икеалышы), Ольга Сосина (хоккей).
Ком: 0 // Уҡынылар: 133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бирешмәҫбеҙ!Был Ҡышҡы Олимпиада ла Рәсәй спортсылары һәм көйәрмәндәре өсөн борсоу­лы башлана. Быға тиклем Халыҡ-ара олимпия комитеты, допингка ҡаршы көрәш һылтауы менән, илдең йыйылма командаһы составы һанын мөмкин тиклем кәметкәйне инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 98 тапҡыр // Тотош уҡырға
Спорт һәм сәйәсәтСеанс тамамланды... Халыҡ әкрен генә ҡуҙғалып, сығыу яғына ыңғайланы. Бөтәһенең дә йөҙө етди, фильм тәрән кисерештәргә һалғаны күренеп тора. Илағанымды күрмәһендәр тип, күҙҙе һөртөп, тулҡынланыуымды йәшерергә тырышҡан булам. Башҡаларҙың да күҙ ҡабағы шешмәкләнеп бөткәнен күргәс, ундай хәлдә бер мин генә булмауымды аңланым. Фильмдағы ваҡиғалар тетрәндергес ине... Һүҙем – Рәсәй прокатында киң танылыу алған “Движение вверх” фильмы тураһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башһырттағы ҡышҡы уйындар Бөрйән районындағы Һарғая ауылында, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә ҡышҡы “Урал батыр” байрамы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 89 Алға
Бит башына