Ирәмәлде яулайбыҙ– Алло! Һин ҡайҙа?
– Ирәмәл башында!
Күптән түгел “Ирәмәл” тәбиғәт паркында кәрәҙле бәйләнеш антеннаһы урынлаштырҙылар. Антеннаны “МТС” менән “Мегафон” операторҙары ҡуртымға алды, башняға “Урал батыр” исеме бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 206 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыл өҫтөндәЙәне ҡыл өҫтөндә юлаевсыларҙың. Юҡ-юҡ, барыһы ла иҫән-һау. Ләкин команда Көнсығыш конференцияла плей-офҡа сығасаҡ клубтар араһында иң аҙаҡҡы – һигеҙенсе урында тапана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туризмға ҡеүәт өҫтәпТөбәктә шифахана-курорт дауалауын һәр кем алырлыҡ итеү, комплекстарҙы яңыртыу һәм үҫтереү буйынса программаны ғәмәлгә ашырыу йүнәлешендә эш йылдам бара. Яңыраҡ “Яҡтыкүл” шифаханаһы” дәүләт унитар предприятиеһының Магнитогорск металлургия комбинатынан “Березки” ял йортон һатып алыуы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы ошо программаның мөһим этабы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 208 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем ғәйепле?Рәсәйгә ҡараш хәҙер спортта ла асыҡтан-асыҡ сағыла. Һуңғы ваҡытта беҙҙең спортсыларҙың Халыҡ-ара ярыштарҙа алған миҙалдарын тартып алыу йышайҙы. Ул ғынамы ни, допинг ҡулланыуға бәйле ғауға арҡаһында былтыр Рәсәй командаһы Рио-де-Жанейрола уҙған йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм ителде. Әлбиттә, бында донъялағы сәйәси ваҡиғаларҙың сағылышы ла бар. Ошо хаҡта беләбеҙ, ҡаршы торорға тырышабыҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙ көсһөҙ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 255 тапҡыр // Тотош уҡырға
Спортҡа һөйөү тәрбиәләйҺөнәре буйынса башҡа өлкәне һайлаһа ла, спортҡа һөйөүе көслө булып сыға Олокүл егете Илнур Бикташевтың. Шуға ла 1-се курстан алып спорт менән шөғөлләнә. Ул эколог дипломы алғас, тәүҙә Өфөлә химия заводында эшләй, һуңынан районға ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
15 – 18 декабрҙә Өфөлә XIV Һуғыш сәнғәте халыҡ-ара форумы үтәсәк. Ошо уңайҙан Рәсәй һуғыш сәнғәте союзының республика филиалы, ҡала идаралығы вәкилдәре, журналистар менән берлектә матбуғат конференцияһы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тауҙар кешене һынай– Һеҙ Белорет районының Мәхмүт ауылынанмы?
– Эйе, шунда тыуғанмын.
– Фамилияғыҙ Асҡаровмы? Мәктәп директоры Сәлим Асҡаровҡа шул тиклем оҡшағанһығыҙ, әллә уның туғанымы?
– Эйе, бер туған ҡустым ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 341 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яралар уңала...“Салауат Юлаев” – “Аҡ Барыҫ”. 0:5... Моғайын, 22 ноябрҙәге был уйын һөҙөмтәһе оҙаҡ ҡына күңелде яралап торор ине. Әммә көйәрмәндең йөрәген дауалай торған бер алым бар. Ул – еңеү. Әгәр ҙә һине рәнйеткән дәғүәсеңде отһаң – икеләтә дауа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һеҙ – башҡалар өсөн үрнәк”Быйыл июлдә Төркиәнең Самсун ҡалаһында үткән XXIII йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына, спорт мәктәбе директорҙарына, инструкторҙарға дәүләт наградалары тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уйындарҙа Башҡортостан спортсылары ун бер миҙал яулағайны – дүрт алтын, алты көмөш, бер бронза.
Ком: 0 // Уҡынылар: 175 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар туризмын үҫтереү зарурРөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә балалар туризмы темаһын күтәрҙе. Төбәк етәксеһенең фекеренсә, бөгөн Башҡортостан мәҙәни үҙәктәрҙең мөмкинлеген тулыһынса файҙаланмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 293 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 91 Алға
Бит башына