Ольгаға ышаныс ҙурШәп иттең, Ольга! Межгорье ҡыҙы Ольга Вилухинаның Антхольце ҡалаһында (Италия) биатлон буйынса Донъя кубогында бронза миҙал яулауын ишеткәс, шатлығымдан ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул. Мәктәптә уҡыған йылдарынан таныш миңә был ныҡыш, сәмсел ҡыҙыҡай. “Йәншишмә” гәзите призына үткәрелгән республика саңғы ярыштарында һәр саҡ тәүге урындарҙы яулай ине. Уны башҡа ҡала һәм райондыҡылар ҙа танып-белеп бөткәйне.
Был – яҡташыбыҙҙың быйылғы ҡышҡы миҙгелдә өсөнсө юғары наградаһы. Бығаса ҡатнаш һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы эстафеталағы уңыштары өсөн ике алтын миҙал яулағайны.
Ольга биатлон менән 2004 йылдан шөғөлләнә башлай. Ныҡыш, үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙға тәүге уңыш 2006 йылда Америкала үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионатында килә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 943 тапҡыр // Тотош уҡырға
Имәндәштең имәндәй егетеИлфат Солтан улы Рәжәпов 1975 йылдың 23 ноябрендә Ғафури районының Имәндәш ауылында тыуған. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы, Сиднейҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан. 1997 йылда – донъя, 1998 йылда Европа чемпионаттары призеры.
Былтыр Башҡортостандың Бокс федерацияһына яңы рәйес тәғәйенләнде. Хәҙер был вазифала – Илфат Рәжәпов. Республикала бокстың артабанғы яҙмышы тураһында белешер алдынан, һүҙҙе яңы етәксе менән танышыуҙан башланыҡ.
– Илфат Солтан улы, быға тиклем Силәбелә йәшәһәгеҙ ҙә, Өфөгә килергә ризалашҡанһығыҙ. Күнегелгән мөхиттән айырылып китеүе еңел булмағандыр бит?
– 1984 йылда Ғафури районының Имәндәш ауылынан Силәбе ҡалаһына күстек. Ул саҡта III класта уҡый инем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1039 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сибайҙар аптыратыр әлеШашка — аҡыллылар һәм бөйөктәр уйыны, тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Зиһенде үҫтереүсе был спорт төрөн йәнләндереү ниәтенән Сибайға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, билдәле донъя чемпиондары Тамара Танһыҡҡужина менән Айнур Шәйбәков килде.
—Сибайҙы һайлап яңылышманыҡ. Бында уҡыусылар, студенттар ҡатнашлығында шашка түңәрәктәре уңышлы эшләй. Беҙҙең проекттың төп маҡсаты — балалар баҡсаһы, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары араһында эҙмә-эҙлекле эш алып барыу. Ошо осраҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Бында боронғо уйынды ҡайтанан тергеҙеү өсөн шарттар етерлек, иң мөһиме — шашка буйынса яҡшы тренер бар, уйнарға һәм өйрәнергә теләүселәр ҙә бихисап. Ҡала хакимиәте лә беҙҙең тәҡдимде хуплап ҡаршы алды, ярҙам итәсәген белдерҙе, — тине Тамара Танһыҡҡужина.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1085 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салауат Юлаев” хоккей командаһы плей-офф уйындарына ышаныслы аҙымдар менән атлай. Ул әле чемпионатта алтынсы урында килә. Юғарыраҡ та урынлашҡан булыр ине, әммә Көнсығыш конференцияһы лидеры “Трактор”ҙан 2:1, турнирҙың иң аҙағында килгән “Автомобилист”ан 6:2 (!) иҫәбе менән отолоп, бер нисә мәрәй юғалтты. Әммә, нигеҙҙә, еңелеүҙәрҙән генә торған “ҡара октябр”ҙән һуң, бындай күрһәткес тә ҡәнәғәтләнерлек. Мәҫәлән, миҙгел башында иң көслө клубтарҙы “тубыҡландырып”, бөтәһен дә ғәжәпләндергән “Амур” хәҙер ни бары 14-се урында, плей-офҡа ҡарай кәрен бөтөнләй юғалтты.
Әлбиттә, хоккей белгестәре фекеренсә, әле Гагарин кубогына төп дәғүәселәр булып Санкт-Петербургтың “СКА”-һы менән Силәбенең “Трактор”ы иҫәпләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 822 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙа сәләмәт тормош өлгөһө көндән-көн киң үҫеш ала. Спорт ҡоролмаларының күплеге буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында тора, физик культура менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны ла йылдан-йыл арта.
Маҡсатлы сәйәсәт һөҙөмтә бирә
Әле баш ҡалала мең ярым самаһы спорт ҡоролмаһы бар. Улар араһында 671 спорт залы, 31 бассейн, биш стадион, өс спорт һарайы иҫәпләнә. Яңы объекттар төҙөү ҙә дәррәү бара. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу төп фекер булып үтә: “Быйыл республикабыҙҙың ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә бассейнлы 13 физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөйәсәкбеҙ”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Радуловтың 100-сө шайбаһыКонтиненталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарына күп ҡалманы. Тиҙҙән Гагарин кубогына төп дәғүәселәр асыҡланасаҡ. Һуңғы уйындарҙа бер-бер артлы еңеү яулап, Көнсығыш конференцияһының икенсе урынына күтәрелгән "Салауат Юлаев" та — улар иҫәбендә.
Астананың "Барыҫ" командаһы менән осрашыуҙың көсөргәнешле үтәсәгенә шик юҡ ине. Ысынлап та, осрашыуҙың беренсе минутынан уҡ Ҡаҙағстан командаһы һөжүмгә ташланды. Әммә икенсе һәм өсөнсө осор бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйҙы. "Салауат" юҡҡа ғына чемпион исемен йөрөтмәй бит! Осрашыу аҙағына беҙҙекеләр 4:2 иҫәбе менән алға сыҡҡайны. Нисек кенә тырышмаһын, "Барыҫ" иҫәпте тигеҙләй алманы.
Уйын асыҡ күрһәтте: команданың чемпион титулын һаҡларлыҡ ҡеүәте бар. Әлеге көндә "Салауат" Чернышев дивизионын етәкләй. Ә Александр Радулов осрашыуҙа Континенталь хоккей лигаһында йөҙөнсө шайбаһын ырғытты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 892 тапҡыр // Тотош уҡырға
Универсиадаға әҙерләнәбеҙБашҡортостан Хөкүмәтендә 2012 йылғы II Бөтә Рәсәй ҡышҡы Универсиадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙғарылды.
Быйыл мартта Башҡортостан Универсиаданың финал ярыштарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Республикала ете старттың алтауһы үтәсәк. Сараға меңдән ашыу спортсының килеүе көтөлә. Тау саңғыһы ярышында 130 кеше, биатлонда — 400, сноубордта — 124, саңғы ярышында — 213 кеше, хоккей буйынса 16 команда ҡатнашасаҡ.
Универсиаданы асыу тантанаһы 12 мартта уҙғарылып, ул 26 мартта тамамланасаҡ. Ҡышҡы Универсиаданы Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән Рәсәйҙең Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Спорт резервын әҙерләү буйынса федераль үҙәк, Рәсәй студенттарының спорт союзы ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 951 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Салауат" оҫталыҡ дәресе үткәрҙе"Салауат Юлаев" яңы миҙгелдә лә Гагарин кубогына төп дәғүәсе булыуына көндән-көн нығыраҡ ышандыра. Тәүҙә Минскиҙың "Динамо"һын 8:4 иҫәбе менән ҡыйратып, һуғышырға яратҡан "Витязь" уйынсыларын 3:0 иҫәбе менән теҙ сүктереп, өфөләр көйәрмәндәренә сираттағы хоккей байрамын бүләк итте.
Ысынлап та, "Витязь" менән осрашыу, көйәрмәндәргә мауыҡтырғыс уйындан бигерәк, һуғыш майҙанын вәғәҙә иткәйне. Ни тиһәң дә, йыл башында был ике команда араһындағы уйындың нисек тамамланғанын күптәр хәтерләй. Ул мәлдән һуң ҡеүәтле Александр Свитов та бер аҙ "ял итеп" алғайны.
Әммә был юлы бөтәһе лә башҡасараҡ булды. Ике яҡ та мауыҡтырғыс, юғары тиҙлектәге уйын күрһәтте. Уйынсыларҙың бер-береһен түпәләүен күрергә килгән ҡайһы берәүҙәргә ысын хоккей ҡарарға тура килде.
Әйткәндәй, осрашыу һаҡсы Виталий Прошкин өсөн ил чемпионаттарында меңенсе ине. Ул уйында "ҡаҙнаһын" бер мәрәй менән тулыландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1069 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал”ға — “ур-ра!”Рәсәйҙең волейбол суперлигаһындағы чемпионатында Өфөнөң “Урал” командаһы менән Екатеринбургтың “Локомотив-Изумруд”ы көс һынашты.
Матч башланырға ярты сәғәт самаһы ваҡыт бар. Ике яҡ команда уйынсылары ла тәндәрен яҙа, күнекмәләр эшләй. Көйәрмәндәр үҙ-ара әңгәмәләшә. Башҡорт милли кейемендәге фан-клуб егеттәре лә күптән бында.
– Ауырға тура киләсәк, — тип шиген белдерҙе Ринат Дәүләтбаев.
Волейбол тип йән атыусыларҙың борсолоуы юҡҡа түгел ине. Һәр уйынды, һәр спортсының алымын күҙәтеп барған көйәрмәндәр дәғүәселәрҙең көсөн яҡшы тоҫмаллай. Үткән хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн, сәмләнеп, ышаныслы көрәште “Урал” егеттәре, һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Тәүге мәлдән үк өҫтөнлөктө үҙ ҡулдарына алдылар. Артабанғы уйындарҙа ҡунаҡтар иғтибарлыраҡ булырға тырышһа ла, “Урал”дың еңеүгә булған ынтылышына кәртә ҡуя алманы. Һөҙөмтәлә еңеү “Урал” файҙаһына 3:0 иҫәбе менән тамамланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 994 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Спорт тапшырыуҙары” (“Спортивное вещание”) коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының генераль директоры Василий Кикнадзе менән осрашты.
Төбәк башлығы телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе менән республикала телетрансляцияны һанлы форматҡа күсереү һәм Башҡортостанда үткәрелгән ҙур халыҡ-ара ярыштарҙы күрһәтеүҙе тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
— 26 декабрҙә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башланасаҡ. Был — ҙур һәм яуаплы ярыш, — тип билдәләне республика Президенты. — Беҙгә уны донъяның бик күп илдәрендә күрһәтеүҙе тәьмин итергә кәрәк. 2013 йылдың февраль аҙағында Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарыласаҡ. Был ярышты бәләкәй Олимпия уйындары тип әйтергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 Алға
Бит башына