Өфөләргә нимә етмәне?Әйҙә, шәберәк!
Бирешмәгеҙ инде…
Эх, егеттәр…
Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионы гөж килә. Шулай булмайса! Суперлигалағы командалар араһында боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Рәсәй чемпионатының дүртенсе этабы бара бит. Һәр кем яҡташтарыбыҙҙы еңеүсе итеп күргеһе килә.
Алыш көсөргәнешле барҙы. Әммә төп дәғүәселәр араһында алтын өсөн көрәш йомғаҡлау уҙышында хәл ителде. Өфөнөкөләр Тольятти командаһынан бер мәрәйгә алда килә ине. Ә бит этаптың еңеүсеһе булыр өсөн иҫәптең тигеҙлеге лә еткәйне. Әммә ҡадировсыларҙың стартты уңышһыҙ башлап ебәреүе бәкәлгә һуҡты. Урап килеү ваҡытында донъя чемпионы Николай Красников Дмитрий Хомицевичты уҙып китһә лә, улар үҙҙәренең бурысын үтәй алманы. Уҙыштың был этабында финиш һыҙығын беренсе булып Данил Иванов үтте, икенсе – Николай Красников, өсөнсө –Дмитрий Колтаков. Иҫәп “Мега-Лада” файҙаһына 4:2 булды.
Яҡташтарыбыҙ өсөн дүртенсе этап тәүгеһенә ҡарағанда уңышлы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1027 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай ҡыҙы — донъя чемпионыТамара Танһыҡҡужина кеүек донъя чемпиондары тәрбиәләгән Ишембай шашка мәктәбе уңыштары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Әле күптән түгел генә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
2-се республика башҡорт гимназияһында VII класта уҡып йөрөгән Руфина Әйүпова донъя чемпионатында еңеү яуланы.
12 йәшлек чемпиондың үҙе менән аралаштыҡ.
— Алты йәшемдән шашка уйнай башланым. Тәүҙә гимназиялағы түңәрәккә йөрөнөм, әле шашка клубында шөғөлләнәм, — ти Руфина. — Ярыш ваҡытында республика алдында ҙур яуаплылыҡ тойҙом. Еңгәс, бик шатландым. Тренерыма ҙур рәхмәт.
Донъя чемпионатына эләгеү маҡсатында уға тәүҙә Ишембайҙа, аҙаҡ республика, Рәсәй һәм Европа кимәлендәге ярыштарҙа еңеү өсөн тырышырға тура килә. 13 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһындағы чемпионат Белоруссияның Слоним ҡалаһында үтә, унда 14 ил вәкиле ҡатнаша.
Был Руфинаның тәүге еңеүе түгел. Уның инде дүрт тиҫтәгә яҡын миҙалы, грамоталары, кубоктары бар. Күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй чемпионаттарында ла еңеүгә өлгәшкән. 2008 йылда — Польшала, 2011 йылда Эстонияла үткәрелгән Европа чемпионаттары призеры ла булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 887 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Салауат Юлаев" хоккей командаһы аҙна барышында Мәскәүҙең "ЦСКА" һәм Словакияның "Лев" командалары менән көс һынашты. Турнирҙың аҫҡы яғында килгән был икәү күрһәткән ҡаршылыҡҡа чемпион әҙер булмай сыҡты: әгәр ЦСКА беҙҙе 3:1 иҫәбе менән отһа, "Лев" овертаймда ғына "баш эйҙе".
"ЦСКА" еңелеүҙәр серияһынан һуң ҡабаттан "уянды", буғай. Әйткәндәй, декабрь айындағы уңышһыҙлыҡтарҙа улар, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, "Салауат"тың элекке баш тренеры Вячеслав Быковты ғәйепләне. Йәнәһе, уның "ЦСКА"-ға ҡайтыуы тураһындағы имеш-мимештәр командаға насар тәьҫир итә. Әммә "Салауат" менән осрашыуға тиклем Мәскәү командаһы рәттән ике тапҡыр еңде. Ә был юлы Юлиус Шуплер командаһы юлаевсыларҙы ҡыйратыуға өлгәште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 849 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡ еңдеЭштә генә түгел, спортта ла һынатмай әлшәйҙәр
Донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы гәзит уҡыусыларға еткереү кеүек изге бурыс – хәбәрселәрҙең иңендә. Әлбиттә, һәр ваҡыт ҡәләм генә тотоп, мәҡәлә яҙып ултырмайбыҙ, ә бүтән сараларҙың уртаһында ҡайнарға, ялды иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Рәсәй Матбуғаты көнө айҡанлы Әлшәй районында республика кимәлендә Ҡышҡы спорт спартакиадаһында журналистарҙың ҡатнашыуы быны тулыһынса раҫланы.
Раевка ауылындағы "Ыласын" балалар-үҫмерҙәр спорт клубында иңдәренә сумка аҫҡан мыҡты кәүҙәле үҫмерҙәр "Салауат Юлаев"тың "Авангард" хоккей командаһын ҡыйратыуы тураһында ҡыҙыу бәхәс ҡора, бөгөн нәҡ яҡташтары шикелле уйнарға һүҙ ҡуйыша. Оҙон буйлы егеттәр эскә инеп китте – волейболсылар икән. Көйәрмәндәр ҙә күп күренә.
Спорт фестивалендә Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.
– Раевкалағы заманса спорт комплексы күптәрҙе көнләштерерлек, бында спорттың бөтә төрө буйынса ла күнекмәләр алып барырға мөмкин, ысынлап та, шөғөлләнеү өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар булдырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1093 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Авангард" яуап ҡайтара алманы..."Салауат Юлаев" хоккей командаһы яңы йылда тәүге еңеү яуланы. Еңеүҙең дә ниндәйе бит әле! Өфөләр үҙ майҙанында Омскиҙың "Авангард"ына бер ниндәй өмөт ҡалдырманы.
Осрашыуға ҡәҙәр ике команда ла бер тигеҙ мәрәй йыйып, турнир таблицаһында йәнәш килә ине. Шуға ла осрашыуҙы көйәрмәндәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды: кем көслөрәк булып сығыр икән?
Бер кем дә баш бирергә теләмәгәне тәүге минуттарҙан уҡ асыҡланды. Ике яҡ та әүҙем һөжүм итте. Әммә юлаевсылар таһылыраҡ булып сыҡты: Юрий Трубачев беҙҙе алға сығарҙы. Күп тә үтмәне Игорь Мирнов тағы ла "Авангард"тың ҡапҡасыһы Карри Рамо артында "ҡыҙыл ут" яндырҙы. Бынан һуң уларҙың баш тренерына 30 секундлыҡ тайм-аут алырға һәм ҡапҡасыһын алмаштырырға тура килде. Әммә был да ярҙам итмәне: беренсе осорҙоң аҙағында Александр Радуловтың пасы менән Игорь Григоренко иҫәпте 3:0 итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 873 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең йыйылма командаһы көмөш миҙал яуланы
Ошо көндәрҙә Канаданың Калгари ҡалаһында йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя беренселеге тамамланды. 1988 йылда ошо уҡ ҡалала үткән ярыштарҙа СССР-ҙың йәштәр командаһы алтын миҙал яулап ҡайтҡайны. Был тарихи уйында “Салауат Юлаев” командаһы уйынсыһы Игорь Кравчук һәм 2011 йылда беҙҙең хоккейсыларҙы еңеүгә алып килгән тренер Вячеслав Быков ҡатнашҡан. Әлеге команда составына юлаевсыларҙың ҡапҡасыһы Андрей Василевский һәм һаҡсы Илдар Иҫәнғолов ингәйне. 2013 йылда йәш командалар араһында донъя беренселеге Башҡортостанда үтәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 709 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, төбәктә төрлө кимәлдәге ярыштар ойоштороу, һәләтлеләрҙе дәртләндереү буйынса башҡарған ҡолас еткеһеҙ эштәре хаҡында бер ни тиклем хәбәрҙар булһаҡ та, 53 йәшлек уҙамандың әле һаман конькиҙа оҫта шыуып, сәкәнде ҡулдан төшөрмәгәненә, спорт формаһын һаҡлауына нисек һоҡланмайһың!
Һүҙ ҙә юҡ, вазифалы етәксенең үҙе юл башлап, йәштәргә матур үрнәк булыуы — күптәр өсөн иң яҡшы маяҡ. Артыҡ һүҙ һөйләп, ноҡот уҡып тороу ҙа кәрәкмәй. Ауыл хужалығының төрлө тармағында, халыҡ тормошондағы бихисап эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бер команда булып эшләгән хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең боҙ өҫтөндә лә ир-егеттәрсә берҙәмлек, ҡыйыулыҡ өлгөһө күрһәтеүе, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Спорт уйындарының һәммәһе лә, яҡшы кәйеф, сәләмәтлек бүләк итеүҙән тыш, кешегә йыйнаҡлыҡ, теүәллек, егәрлелек тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүе сер түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1291 тапҡыр // Тотош уҡырға
Билдәле булыуынса, 2013 йылда Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үтәсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә ойоштороу комитетының сираттағы кәңәшмәһендә байтаҡ мәсьәләләр ҡаралды.
Сараға әҙерлектең кимәле тағы бер тапҡыр тикшерелде. Турнир “Өфө-Арена” менән Спорт һарайында үтәсәк. Әгәр беренсеһенә дәғүәләр булмаһа, үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән боҙ һарайы халыҡ-ара талаптарға яуап бирмәй тиерлек. Уны реконструкциялау мәсьәләһен республика башлығы тиҙ арала хәл итергә ҡушты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 921 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған көнөң менән, "Салауат"!"Салауат Юлаев" хоккей клубы 50 йыллығын билдәләне. "Өфө – Арена"ла үткән тантанаға команданы тәбрикләргә бик күптәр килде. Улар араһында тәүге юлаевсылар, донъя кимәлендә танылған тәрбиәләнеүселәребеҙ, тоғро көйәрмәндәр һәм, әлбиттә, был юлда беренсе аҙымын яһаусы йәш хоккейсылар ҙа бар ине.
Ойоштороусылар байрамға килеүселәргә үҙенсәлекле бүләк тә әҙерләгән: һәр кем Гагарин һәм Рәсәй чемпионы кубоктарын яҡындан ҡарай һәм улар янында иҫтәлеккә фотоға төшә алды. 50 йыллыҡ данлы тарих менән боҙ һарайындағы күргәҙмәлә танышып булды. Йәш көйәрмәндәрҙең үҙҙәренең яратҡан командаһына арналған ижад емеше лә бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1189 тапҡыр // Тотош уҡырға
Биш уҙышсыбыҙ финалға сыҡтыҮткән ял көндәре баш ҡаланың спорт һөйөүселәре өсөн тамашаға бай булды. Мотоуҙыш буйынса Рәсәйҙең 52-се шәхси чемпионаты ярымфиналына ла халыҡ күпләп йыйылды. Был көндәрҙә ошондай уҡ ярымфиналдар Ҡурған өлкәһенең Шадринск, Свердловск өлкәһенең Каменск-Урал, Киров өлкәһенең Слободск ҡалаларында уҙҙы.
Дөйөм ярышта Рәсәйҙән 64 спортсы һынау тотто. Башҡортостандың данын Өфөнөң Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡалаһының — “Каустик”, Учалының — “Таусы” һәм Күмертауҙың “Сапсан” клубтарынан 15 уҙышсы яҡланы.
Өфөлә ярыштың тәүге көнө тыныс шарттарҙа үтте тиергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1049 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 Алға
Бит башына