Главная > Спорт һәм туризм > “Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”

“Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”


10-01-2018, 00:03. Разместил: adminka
“Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”Шүлгәнташ мәмерйәһе лә, бал, ҡурай менән бер рәттән, күптән инде республикабыҙҙың милли брендына әйләнгән. Әле лә уның асылып бөтмәгән серҙәре күп. Былтыр ғалимдарҙың мәмерйәлә граффити һүрәттәрен таҙартҡан саҡта дөйә һүрәтенә юлығыуы тағы ла бер ҙур табыш булды, ул донъя кимәлендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”, – ти Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығына ҡараған Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин.
Шүлгәнташ мәмерйәһе ғалимдарға 200 йылдан ашыу билдәле, әммә әлегә тиклем ныҡлап өйрәнелмәгән тип иҫәпләнә. Әле уның иң төпкөлөнә тиклем бер кем дә барып етмәгән. Тәүге палеолит осорона ҡараған ат, мамонт һүрәттәре XX быуаттың 50-се йылдарында табыла. Таш быуат мираҫына зыян килмәһен өсөн, ул залдарға инеү тыйылған, бары тикшереүселәргә генә рөхсәт ителә.
Халҡыбыҙҙың милли хазинаһы – Шүлгәнташтың киләсәге ниндәй буласаҡ? Уны һаҡлау йүнәлешендә ниндәй саралар күрелә? Данир ҒӘЙНУЛЛИН менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.



– Мәмерйәләр буйлап сәйәхәт итеү менән мауыҡмаһам да, яйы сыҡҡанда уларҙы ҡарау­ҙан баш тартмайым. Абхазияға барғанда Новый Афон мәмерйәһендә булып, ундағы хеҙмәтлән­дереү кимәленең юғарылығын, туристар өсөн тыуҙырылған уңайлыҡтарҙы, биләмәнең төҙөклөгөн күреп, һоҡланып ҡайттым. Шүлгән­таш был йәһәттән күпкә артта ҡалған.
Данир Әхмәҙи улы, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыбыҙҙы берәй заман ошо кимәлдә күр­һәтерлек итеп донъя кимәленә сығара алырбыҙмы?
– Әле беҙ шул яҡҡа табан барабыҙ. 2012 йылда ЮНЕСКО комиссияһының ҡарары менән Шүлгән­таш ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫына индереүгә дәғүә иткән объекттар исемлегенә өҫтәлде. Ошоға ярашлы, күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, быйыл 20 километр араға асфальт юл һалыу планлаштырыла. Интернет үткәрелде, былтырҙан кәрәҙле бәйләнеш булдырылды. Хәҙер унда МТС, Билайн яҡшы тота. Туризмды үҫтереү өсөн был мөһим, сөнки туристарҙы заманса уңайлыҡтары, инфраструктураһы булмаған урынға йәлеп итеү мөмкин түгел.
“Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”Һуңғы йылдарҙа беҙҙең делегация палеолит осорондағы мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнеү һәм сит илдәге коллегала­ры­быҙҙың эше менән яҡындан танышыу маҡсатында Көнбайыш Европаға барҙы. Унда Испания һәм Франциялағы Альтамира, Эль-Кастильо, Лас-Монедас, Ласко II, Руффиньяк мәмерйә комплекстары, шулай уҡ Лез-Эзи-де-Таяктағы Тарихҡа тиклемге осор халыҡ-ара үҙәгендә һәм Ложери-От нығытмаһының Фон-де-Гом милли музейын ҡаранылар. Хосе Антонио һәм Жан-Жак Клемер кеүек етәкселәр граффити һүрәттәрен бөтөрөү мәсьәләһе менән ҡая һүрәттәрен реставрациялау буйынса баш белгес Эдуалд Гуилламетҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Эдуалд Гуилламет, 2015 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлауға арналған II Халыҡ-ара симпозиумға килеп, объект менән танышҡандан һуң ғына был эшкә тотонорға ризалығын бирҙе.
Эдуалд Гуилламет етәкселегендәге эшсе төркөм төҙөп, Альтамира, Ласко музейҙарының белгестәре менән кәңәшләшеп, экспедиция ойошторҙоҡ. Коллектив составына “Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһы һәм “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы” дәүләт бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре лә инде.
Мәмерйә лә ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Шул уҡ ЮНЕСКО эксперттарының талаптары буйынса мәмерйә эсендәге 120 квадрат метр майҙанда XX быуатта туристар ҡалдырған граффити һүрәттәрен, яҙыуҙарын юйҙырҙыҡ. II Халыҡ-ара симпозиумда Эдуалд Гуилламет тәүге эш һөҙөмтәләрен ҡуйҙы һәм ул сарала ҡатнашыусылар тарафынан тулыһынса хупланды, протоколда ла, ҡарарҙа ла теркәлде.
Европанан киң билдәле ғалимдарҙы йәлеп иткәндә, үҙебеҙҙең белгестәрҙе өйрәтеүҙе лә күҙ уңында тоттоҡ, сөнки Рәсәйҙә әлеге ваҡытта мәмерйәләге һүрәттәрҙе реставрациялаусы белгестәр юҡ. Шүлгәнташ — илебеҙҙә ошондай һүрәттәре булған берҙән-бер объект. Үҙебеҙҙә өс кешенән торған төркөм төҙөнөк, улар ошо билдәле ғалимдар етәкселегендә өйрәнә. Таш быуаттың иң боронғо осорондағы һынлы һүрәттәрҙе реставрациялаусы белгес тигән сертификат алып, улар киләсәктә ошо йүнәлештә эшләйәсәк.
“Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”Киләсәктә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ҡая һүрәттәрен реставрациялау буйынса фәнни үҙәк асыуҙы күҙаллайбыҙ. Элекке баҫҡыстар сереп, мәмерйәгә һәм һүрәттәргә насар йоғонто яһай ине. Былтыр уларҙы замансаға алмаштырыу эше башланды. Ул быйыл да дауам итәсәк.
Мәмерйәләге дымлылыҡты, микроклиматты үлсәп тороу өсөн Австрияла, Америка Ҡушма Штаттарында етештерелгән ҡорамалдар ҡуйылды. Хәҙер белгестәр унда айына бер тапҡыр ғына инеп, электрон форматта йыйылған мәғлүмәттәрҙе ала. Ә ЮНЕСКО-ның иң ҙур талабы – ошондағы һүрәттәрҙе һаҡлау өсөн мәмерйә эргәһендә музей комплексы эшләтеү.
– Тимәк, киләсәктә туристарға Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеү сикләнәме?
– Унда халыҡты индереү-индермәү мәсьәләһе асыҡ килеш ҡала. Әле микробиологтарға йөкләмә биргәнбеҙ. Кешенең йөрөүе зыян килтерәме-юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн мониторинг алып барыла, шуға күрә ғалимдар яуап биргәндән һуң ғына мәмерйәгә көнөнә нисә кеше инә алыуын әйтербеҙ. Бәлки, бөтөнләй тыймауҙары ла ихтимал. Был эште административ юл менән генә яйға һалыу мөмкин түгел, сөнки ғилми нигеҙ булырға тейеш. Ғалимдар досьены яҙғанда ошо һорауға яуап бирәсәк.
Европалағы Ласко, Альтамира кеүек мәмерйә комплекстары ғалимдарҙың төплө эҙләнеүҙәренән һуң ғына ябылған. Европала әле ябылмаған мәмер­йәләр бар. Уларға кешенең зыяны теймәүе иҫбатланған.
– Туризм Краснодар крайында ла ныҡ үҫеш­кән. Урындағы халыҡ диңгеҙгә ял итергә килгән кешеләрҙе фатирға индереп аҡса эшләй. Ырымбур өлкәһендәге данлы Илек күленә дауаланырға килгәндәрҙе лә үҙҙәрендә йәшәтеп, урындағы кеше файҙа күрә. Белорет райо­нының Асы, Абҙаҡ ауылдарында ла ошондай юл менән кәсеп иткәндәр бар. Тимәк, тиҙҙән бөрйәндәр ҙә үҙҙәрен эш менән тәьмин итәсәк...
– Әлеге ваҡыттағы “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында урынлашҡан таҡта музейҙарға, брезент менән ҡапланған кафеларға юғары талап ҡуйған туристарҙы йәлеп итеү мөмкин түгел.
Киләсәктә Бөрйәндә лә заманса мәмерйә комплексы төҙөү бындағы туризмды ҡырҡа үҙгәртәсәк һәм урындағы халыҡ файҙа ғына килтерәсәк. Әгәр ҙә матур комплекс төҙөп, туризмды заман талаптарына яраҡлаштырып алып барғанда, инфраструктура үҫешһә, яҡшы ҡунаҡханалар, кафе-ресторандар төҙөлһә, халыҡҡа яңы эш урындары булдырыласаҡ. Бөрйәндәр ҙә тирә-яҡты таҙа, бөхтә тотһа, туристар ҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараясаҡ, бысратмаясаҡ, шуға ла үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға ярамай.
Республика, Бөрйән районы өсөн Шүлгәнташ мәмерйәһе — үҙе үк билдәле милли бренд. Беҙ уны аңларға, ҡабул итергә һәм үҫтерергә бурыслы.
2017 йылда беҙгә Шове музей комплексынан белгестәр килгәйне. Билдәле ғалим Давид Хуге: “Шүлгәнташ ЮНЕСКО-ға индерелһә, бында туристар һаны бермә-бер артасаҡ. Әлеге ваҡытта һеҙ йылына 35 – 45 мең турист ҡабул итһәгеҙ, ЮНЕСКО-ға индереп, музей төҙөгәндән һуң бында йылына 150-200 меңгә тиклем турист киләсәк”, – тип әйтте. Бер яҡтан, туристар ағымының ҡырҡа артыуы мәмерйәгә лә, тәбиғәткә лә ҙур ауырлыҡ килтерәсәк. Икенсе яҡшы яғы бар – ул ошо төбәктә туризмды үҫтереүгә, урындағы халыҡтың тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Бөрйәндәр кафе, ресторан, ҡунаҡханалар төҙөп, үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы ризыҡтарын һатып, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеп, эшле буласаҡ.
Беҙ Шове музей комплексында булғанда бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыҡ. Йылына 250-300 мең турист килә. 12 мең койка-урынға иҫәп­ләнгән ҡунаҡханалар һәм 18 мең койка-урынлыҡ ҡунаҡ йорттары төҙөлгән. Урындағы халыҡ өйҙәрен матур ҡунаҡ йорто итеп эшләп алған, шунда үҙҙәренең ауыл һәм фермер хужа­лығы ризыҡтары менән туристарҙы туҡландырып файҙа күрә.
– “Шүлгәнташ” музей комплексынан башҡа тағы ла ниндәй яңы туристик объекттар булдырыу күҙ уңында тотола?
– Эйе, белеүебеҙсә, Бөрйән районы – бөйөк эпостарыбыҙ “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” тыуған һәм һүрәтләнгән төбәк. 2018 йылда Йылҡысыҡҡан күле янында Аҡбуҙат һәйкәлен урынлаштырыу ҡаралған. Эпостағыса мөһабәт һын халҡыбыҙҙы йәлеп итеп торған тағы бер изге урынға әйләнәсәк. Шулай уҡ Башҡорт солоҡсолоғы музейын булдырыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ. Уның проекты әҙер. Ул түңәрәк солоҡ ағасы формаһында буласаҡ. Туристар уның эсенә кереп, үҙҙәрен солоҡ умартаһы эсендәге һымаҡ тойоп, бал ҡорто донъяһы менән танышасаҡ. 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына Башҡорт этнографик комплексы төҙөү күҙаллана.
– Мәмерйәлә дөйә һүрәтен табыу был тө­бәктең мәртәбәһен тағы ла арттырҙы түгелме?
– Былтыр ноябрҙә Шүлгәнташ мәмерйәһендә V Халыҡ-ара экспедиция эшләне. Эдуалд Гуилламет етәкселегендә үҙебеҙҙең реставраторҙар Николай Григорьев, Нәсимә Яхина, Раян Әхмәтйәнов һүрәттәрҙе кальциттан таҙартыу эштәрен алып барҙы. Боронғо мираҫты тәртипкә килтереү — ЮНЕСКО тарафынан ҡуйылған талап. Таҙартҡан мәлдә бик үҙенсәлекле һүрәт килеп сыҡты – 17-19 мең йыл элек төшөрөлгән ике үркәсле дөйә. Бик үҙенсәлекле эш, сөнки ул – палеолит дәүерендә төшөрөлгән донъялағы берҙән-бер иң боронғо дөйә һүрәте. Табыштың үлсәме ҙур: оҙонлоғо – 60, бейеклеге 40 сантиметр самаһы. Ғалимдар уның төшөрөлгән ваҡытын билдәләй ала, датаһы бар, ә бит кальцит аҫтынан табылған башҡа күп кенә һүрәттәрҙең, геометрик һындарҙың ваҡытын асыҡлай алмайҙар. Европала палеолит дәүеренән ҡалған дөйә һүрәттәре юҡ. Был асыш тураһында сит ил матбуғатында, шул иҫәптән ғилми үҙәктәр, Ласко, Альтамира, Шове музейҙарының сайттарында ҙур асыш тип яҙып сыҡтылар. Ғөмүмән, Көнбайыш Европала бындай асыштар менән бик ныҡ ҡыҙыҡһыналар.
– Асыш тотош Европаны шаулатһа ла, республика матбуғатында дөйә тураһындағы мәғлүмәт әллә ни сағыу яҡтыртылмаған кеүек тойола. Төбәк халҡы бындай яңылыҡтарға әллә ни иғтибар итеп бармаған кеүек. Бәлки, был ҡараш үҙебеҙҙең милли байлыҡтың ҡәҙерен белмәүгә ҡайтып ҡалалыр?
– Эйе, беҙҙә ҙур тарихи асыш булды, әммә дөйә һүрәтен төймәләй итеп кенә күрһәтергә маташыусылар ҙа табылды. Был тар күңелле кешеләрҙең ҡарашы, ҡайһы берәүҙәрҙең ошо асыштың әһәмиәтен фәнни яҡтан аңламауы тураһында һөйләй. Асыштар нигеҙле алып барыла, сөнки бында юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителде. Европаның тәжрибәле, донъяла танылған, билдәле белгестәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙе хуп күрҙек.
Иң мөһиме – дөйә һүрәтен Европа ғалимдары таныны. Әлеге ваҡытта ике Европа фәнни журналында һәм Рәсәй фәнни баҫмаларында был турала материалдар баҫтырырға йыйынабыҙ.
Беренсенән, дөйәне асыу – Шүлгәнташтың ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы объекттары исемлегенә инеү мөмкинлеген тағы ла арттырҙы. Европа мәмерйәләрендә мамонт, ат, буйвол кеүек бер-береһенә оҡшаш һүрәттәр күп, ә дөйә кеүек үҙенсәлекле экспонаттар юҡ. Ә Шүлгәнташта береһендә лә ҡабатланмаған дөйә һүрәте бар.
Быйыл Халыҡ-ара симпозиум үткәрергә йыйынабыҙ. Унда Көнбайыш Европанан ғалимдар килеүе көтәлә. Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә. Быныһы ғалимдарҙың ҡыҙыҡһыныуы булһа, икенсеһе – туристарҙыҡы. Шүлгәнташтағы дөйә һүрәте Башҡортостандың билдәле милли брендына әйләнәсәк.
Әкиәт уйлап сығарып, күктән алып һөйләү заманы үтте инде, шуға ла һәр эш фәнгә таянып башҡарылырға тейеш. Беҙ мәмерйәне өйрәнгәндә ошо талаптан ситкә тайпылмайбыҙ.
– Ҙур эшкә тотонғанһығыҙ. Республика етәкселеге яғынан матди ярҙам бармы?
– Былтыр республика Хөкүмәте объектты һаҡлау буйынса сараларҙы оҙайлы ваҡытҡа планлаш­тырыуға күсте. Уға ярашлы, “2017–2022 йылдарҙа “Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һынлы һүрәте” объектын һаҡлау, музейлаштырыу, ҡулланыу һәм популярлаштырыу” дәүләт программаһы ҡабул ителде. Ошо программаға нигеҙләнеп эшләйбеҙ. Бөтә фәнни сараларыбыҙ ҙа ваҡытында һәм тулыһынса Хөкүмәт тарафынан финанслана. Тәүге этап – реставрация эштәре, икенсе этап – Шүлгәнташ дөйәһенең 3D күсермәһен төшөрөү, һәр һүрәттең урынын табыу һәм билдәләү. Ғөмүмән, аэро-төшөрөү юлын файҙаланып, 3D модулдәрен эшләү бурысы тора.
Әлеге ваҡытта музей проекты экспертиза үтте. Ул төҙөлөш “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә ингән. Быйыл музей төҙөлә башларға тейеш. Объект Морат туғайында 1500 квадрат метр майҙанды биләйәсәк һәм мәмерйәнән 2,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашасаҡ. Ул – ябай музей комплексы ғына түгел, ә 150 урынлыҡ күргәҙмә һәм конференц-залдары, фәнни лабораториялары, һаҡлағыстары, уҡыусыларға дәрестәр үткәреү өсөн балалар фәнни үҙәге, тышта ҙур амфитеатры булған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса объект. Киләсәктә Бөтә донъя фольклориадаһы, апимондия үткәреү мөмкинлеге тыуҙырасаҡ.
Музей комплексын ни өсөн эшләйбеҙ? Бөтә туристар ҙа иң тәүҙә музейға инергә тейеш. Унда ҡалдыҡтарҙы таҙартыу системаһы ла ҡаралған. Әлеге ваҡытта Морат туғайына килгән бөтә “ҡырағай” туристар яраҡлаштырылмаған бәҙрәф­тәргә йөрөй йә соҡор ҡаҙа башлай, тирә-яҡты тәләфләй. Ә бөтә бысраҡ һыуҙар йылғаға ағып төшә, Шүлгәнгә бара. Музей төҙөгәндә бөтә системаны үҙаллы итеп эшләйбеҙ һәм унда йыйылған бөтә бысраҡты ситкә алып китеп таҙартыу яғында торабыҙ. Музейға килгән туристар махсус урындарға йөрөйәсәк һәм тәбиғәткә зыян килтермәйәсәк.
Республиканың төп маҡсаты – Шүлгәнташ туризм мәккәһенә әйләнергә тейеш. Әле был тәбиғәт ҡомартҡыһы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, әммә беҙ уларҙың ағымын тағы ла арттырырға тейешбеҙ. Музей – Бөрйән районының киләсәге, уның әһәмиәтен донъя кимәленә күтәрәсәк. Был төҙөлөш — урындағы халыҡтың иҡтисади именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән инвестиция, тип иҫәпләйем.
Бөгөн бренд уйлап табыу өҫтөндә баш ватыу, эҙләү талап ителмәй, ә булғанын күрһәтә, таныта белергә кәрәк. Был йәһәттән ЮНЕСКО-ға инеү беҙҙең өсөн ҙур мөмкинлектәргә юл асасаҡ. Мәҫәлән, Булғар ҡаласығы, Свияжск (Зөйә) ҡомартҡылары, Ҡазан кремле ЮНЕСКО-ға индерелгән һәм уларҙың һәр береһенә йыл һайын 200 меңдән ашыу турист килә. Шуға күрә Шүлгәнташ менән генә сикләнергә ярамай, “Урал батыр” эпосын ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индереү өҫтөндә лә эшләргә кәрәк.
Әле Рәсәй Фәндәр академияһының археология институты менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлгән. Санкт-Петербургтағы Бөтә Рәсәй геология институты, Өфөләге Тарих, әҙәбиәт һәм тел институты, йәғни бөтә ғилми учреждениелар менән эшләйбеҙ. Шове музей комплексы етәкселеге беҙҙә булғандан һуң, мәмерйәләрҙең оҡшашлығын иҫәпкә алып, фәнни эштәрҙе бергә дауам итергә, туризмды үҫтереүҙә һәм музейҙы төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә теләк белдерҙе. Музейға мәмерйәләге һүрәттәрҙең күсермәһен француз белгестәре менән берлектә эшләргә йыйынабыҙ. Ике йылдан Шүлгәндә Рәсәйҙә аналогы булмаған берҙән-бер музей комплексы ҡалҡып сығыр, тип уйлайбыҙ. Урал батыр төйәге Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә туризм мәккәһенә әйләнәсәк.

Андорра Эдуалд ГУИЛЛАМЕТ, ҡая һынлы һүрәте өлкәһендәге эксперт:
– Бик мөһим тарихи асыш был, сөнки донъя палеолит сәнғәтендә үҙенсәлекле һын. Ул Башҡортостанды һәм Рәсәйҙе ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт авангардында Көнсығыш Европа сәнғәте менән бер рәткә ҡуя.
Был реставрация 70-се йылдарҙа Бадер башлаған һәм 2008 йылдан башҡа өйрәнеүсе­ләрҙең алып барған эшенең дауамы булып тора. Был паннола ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлау мәсьәләһе барлығын һәр саҡ белдек, ул хәл итерлек. Иң тәүҙә, эш процесында булы­уыбыҙҙы һәм реставрацияның әлегә тамамланмауы, алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәге тураһында иҫтә тоторға тейешбеҙ.

Вячеслав Георгиевич КОТОВ, тарих фән­дәре кандидаты:
– Ҡая һүрәттәре менән дан алған ошондай тәбиғәт һәйкәле өсөн музей төҙөү — заман талабы. Шүлгәнташтың даны тирә-яҡҡа ныҡ таралған, шуға ла туристар күп килә. Музей иһә шул заман тураһында тулы мәғлүмәт биреү, лекциялар уҡыу өсөн дә уңайлыҡ тыуҙырасаҡ. ЮНЕСКО ҡанаты аҫтына инһә, уның мәртәбәһе артасаҡ, шулай уҡ мәмерйәне һаҡлау саралары күреләсәк.
Музей асылһа, был төбәктән йыл әйләнәһенә туристар өҙөлмәйәсәк. Шүлгәнташ бөтә ял мөмкинлектәрен туплаған ҡеүәтле үҙәккә әйләнәсәк. Ә беҙҙең бурыс – Шүлгәнташты иң боронғо хәлендә һаҡлау.
Дөйә һүрәтен табыу — мөһим асыш. Был боҙлауыҡ осоронда ҡаяға төшөрөлгән берҙән-бер дөйә һүрәте. Ул бынан 15,5 мең йыл элек төшөрөлгән. Һүрәтте эшләү техникаһы ла юғары кимәлдә. Ҡая һүрәттәрен эҙләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Улар табыласаҡ әле.


Музей проекты өсөн –
“Көмөш билдә”


“Бөтәһенең дә беҙҙең дөйәне күргеһе килә”“Шүлгәнтәш” музей комплексы быуат төҙөлөшөнә тиң үҙенсәлекле объект буласаҡ.
Былтыр октябрҙә XXV Халыҡ-ара “Зодчество” фестивалендә “Йәш архитекторҙар ижады” смотр-конкурсында Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең Гөлфиә Тажетдинова, Рөстәм Әлибаев һәм Илфат Аҡтуғанов соста­вындағы авторҙар коллективы Бөрйән районында тарихи-мәҙәни комплекс төҙөү буйынса тәҡдим иткән эштең “Көмөш билдә” премияһына лайыҡ булыуы ошо хаҡта һөйләй.
Вернуться назад