Һүҙ оҫтаһына 34 йылБилдәле әҙибә, һүҙ оҫтаһы, 34 йыл ғүмерен мәғрифәткә арнаған замандашыбыҙ, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәт­ша Бу­ран­ғолов, Рамаҙан Өмөт­баев исемендәге премиялар лауреаты, башҡорт әҙәбиәтендә үҙ темаһы — хал­ҡы­быҙҙың әүлиәләре хаҡында һүҙе булған Лира Миңләх­мәт ҡы­ҙы Яҡшы­баева бө­гөн күркәм юбилейын билдәләй. Ошо ҙур байрамы менән тәбрикләп, уға түбәндәге шиғы­рымды бүләк итәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 245 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡтың гүзәл иле бәйләй
Класташым Әнисә Таһированың тыуған көнө яҡынлашҡан һайын күңелемдә бала саҡ хәтирәләре яңыра, бергә уҡыған йылдар иҫкә төшә. Беҙ, 1940 – 1942 йылғы балалар, Ишембай районындағы Маҡар мәк­тәбен 1959 йылда тамамланыҡ. Барыбыҙ бергә 60 уҡыусы инек. “А” класында – маҡарҙар (улар араһында Әнисә лә бар), ә икенсеһендә – яҡын-тирәләге ауылдарҙан етенсене тамамлап килгәндәр. Беҙ сабата кейеп, арҡаға картуф, икмәк һалынған моҡ­сай йөкмәп, 18 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Көҙәндән йөрөп уҡыныҡ. Юлда ҡар-ямғырға эләккән, битте, аяҡ-ҡулды туңдырған саҡтар күп булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһында йәшәгән хөрмәтле класташыбыҙ Сәмәрә Ғариф ҡыҙы Ғәлимова-Хәмитованы 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 313 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлауҙар!!! Ейәнсура районының Таҙлар ауылында тыуған, әле Өфөлә йәшәгән 44-се поликлиниканың баш табибы Юнир ДҮШӘНБАЕВты тыуған көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишембай районының Ҡолғона ауылында донъяға килеп, Өфө ҡалаһында ғүмер кисергән ҡәҙерле әсәйебеҙ Миңнур Әйүп ҡыҙы Ғүмәрова 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1191 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайым менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 8424 тапҡыр // Тотош уҡырға


Дилер Hyundai в Москве: купить в салоне хендай солярис все цены на сайте.