Ҡышҡа запас – 370 банка!
Салат, тоҙланған йәшелсә, рассольник, борщ, ҡайнатма, компот... Ниҙәр генә юҡ Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында йәшәгән Дания менән Альфред Хәлимовтарҙың ҡышҡы запастарында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 57 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырҡ ике йыл баҡса үҫтерә “Баҡсағыҙҙа нимәләр үҫә?” тип һорауыбыҙға Хәмит Тәүхетдинов ағай:
— Нимәләр үҫмәй, тиһәгеҙ, дөрөҫөрәк булыр, — тип яуап ҡайтарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йортоң ҡараулы булһын
Күптәрҙең баҡсалары йәшәгән ерҙәренән ситтә урынлашҡан. Бигерәк тә ҡала кешеләренеке. Шуға күрә баҡса өйөн даими ҡарап, тикшереп торорға кәрәк. Беренсенән, үҙегеҙ менән алып ҡайта торған әйберҙәрҙе айырып ҡуйығыҙ. Түшәк, урын-ер ҡаралтыларын, таҫтамалдарҙы, кейем-һалымды һауа үтеп инерлек ҡаптарға тултырығыҙ. Көйәгә ҡаршы сара һалырға ла онотмағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көн дә хаҡтар артҡан заманда йәшәйбеҙ. Бөгөн күпмелер торған орлоҡтоң иртәгә әллә нисә һумға етеүе ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшелсәне тоҙлап та, төрлө салат яһап та, баҙ-мөгәрәптәрҙә һаҡлап та була. Шулай уҡ яңы ғына түтәлдән өҙөп алған килеш һаҡларға теләүселәр уларҙы ҡышҡылыҡҡа туңдырып та ҡуя. Һәйбәт һаҡланһын өсөн бер нисә ҡағиҙәгә иғтибар итергә онотмағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 30 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эфир майҙары, хуш еҫле матдәләр һәм витаминдарҙың күп миҡдарҙа булыуы арҡаһында керән организмға ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, төрлө ферменттар бүленеп сығыуға булышлыҡ итә. Бындай көскә эйә булыуының сәбәбе — минераль тоҙҙарҙың, гәрсис майының, синигрин тигән матдәнең барлығында. Әйткәндәй, әлеге синигрин керәнгә шундай әсе тәм бирә лә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 39 тапҡыр // Тотош уҡырға
Магазинға инһәң, үҙебеҙҙә үҫкәндәренән тыш, сит яҡтан килтерелгән емештәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Күберәк уңыш алыр һәм оҙағыраҡ һаҡлар өсөн етештереүселәр емештәрҙең тәме һәм файҙаһы тураһында бик уйланмай. Үҫтергәндә лә, йыйғанда ла, һаҡлағанда ла төрлө химикаттар менән эшкәртәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы ваҡытта модалы диеталар күбәйҙе. Шуларҙың береһе — йәшелсәне сей килеш ашау. Был йәһәттән бигерәк тә “йондоҙҙар” өлгө күрһәтә. Ә уларҙың фанаттарға нисек йоғонто яһауын, ябай кешегә тәьҫир көсөнөң ни тиклем ҙур булыуын әйтеп тороу ҙа артыҡтыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 47 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫтергәнде һаҡлай бел Балконда һаҡларға ҡуйырға урын етмәгәс, ун ете биҙрә алманы баҡсала соланда ҡалдырҙыҡ. Былтыр уңыш мул булды шул. Дүрт төп алмағастан, ергә ҡойолғандарын иҫәпкә алмағанда, утыҙ биҙрәнән ашыу емеш йыйғанбыҙҙыр. Шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина хатта беҙҙең хаҡта: “Мәһәҙиевтәрҙең улдары Азамат машина тултырып Өфө буйлап алма таратып йөрөнө”, — тип көлөп һөйләгән, имеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кишер  менән  сөгөлдөр  нимә ярата? Ваҡланған аҡбур, ағас көлө, кипкән һуған ҡабығы һәм көл ярата. Йәшелсәне ҡыш һаҡлар өсөн ошоларҙы файҙаланырға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 48 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15 Алға
Бит башына


Кисть для наращивания гелем в http://bone.ua/brushes.html каталоге кистей для маникюра.