Тәбиғи ризыҡ үҫтереп була

25-07-2017, 00:23 // Баҡса // Баҫып сығарырға
Тәжрибәләрҙән күренеүенсә, ҡоротҡостарға ҡаршы инсектицидлы үҫемлектәрҙе уңышлы файҙаланып була. Тик һәр төрлө ҡоротҡостоң үҙенә генә хас булған ағыулы үҫемлектәрҙе һайлап ала белергә кәрәк.
Тәмәке һәм эзбиз төнәтмәһе – һуған себененә ҡаршы көслө препарат. Тәмәке ҡушылған эзбизды яҙ көнө һуған түтәленә һибәләр (1 квадрат метрға 20 грамм).
Тәмәке төнәтмәһе — һут һурыусы беттәргә, бөрсәләргә һәм башҡа япраҡ кимереүсе ваҡ ҡорттарға ҡаршы һәйбәт төнәтмә. 10 литр һыуға 400 грамм тәмәке һалып, бер тәүлек төнәтәләр һәм бер сәғәт ҡайнаталар. Һиптерер алдынан марля аша һөҙәләр. 1:1 нисбәтендә һыу ҡушҡас, 40 г кер һабыны һалып иҙәләр ҙә һиптерәләр.
Меңъяпраҡ төнәтмәһе һут һурыусы ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланыла. 800 грамм меңъяпраҡ үҫемлеге алына, уға ҡайнар һыу ҡойола, бер сәғәт тотола, 8 литр йылы һыу өҫтәлә. Бер тәүлек үткәс, марля аша һөҙөлә һәм һут һурғыс беттәргә, талпандарға, япраҡ кимереүсе ваҡ ҡоротҡостарға ҡаршы һибәләр.
Күгәргән һалам йәки бесән онло ысыҡ ауырыуҙары­на ҡаршы ҡулланыла. Йыш ҡына был ауырыуҙан ҡыяр, ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын үҫентеләре ыҙа сигә. Япраҡ өҫтөндә онтаҡлы аҡ таптар күренә башлағас та 1 килограмм күгәргән һалам йәки бесән алына, уға 3 литр һыу ҡойоп өс тәүлек төнәтелә. Һөҙөп алғас, өс өлөш һыу өҫтәйҙәр ҙә ауырыу үҫентегә һибәләр.
Көл ҡатыш тәмәке. Кәбеҫтә, шалҡан, редис шытымда­ры күрен­гәс тә, йәш үҫентеләрҙе бөрсәләр йонсота баш­лай, япраҡтарын тишкеләп бөтөрә. 1:1 нисбәтендә тәмәке ҡушып көл һипһәгеҙ, ҡоротҡостар юҡҡа сығыр.
Кәбеҫтә себене ҡарышлауыҡ­тары үҫентенең тамырын кимереп юҡҡа сығара. Ҡоротҡостан ҡото­лайым тиһәгеҙ, кәбеҫтә рәттәре араһына сельдерей ултыртығыҙ. Кәбеҫтә үҫентеһен бейек итеп күмһәгеҙ, өҫтәмә тамырҙар хасил булыр, ауырыуға бирешмәҫ, эре башлы булып үҫер. Бер өлөш нафталинға һигеҙ өлөш ҡом ҡушып, үҫентеләр тирәһенә һипһәгеҙ, кәбеҫтә себене яҡын килмәҫ.
Картуф һабағы төнәтмәһе беттәргә һәм талпандарға ҡаршы файҙаланыла. 2-4 килограмм картуф һабағын ваҡлайҙар ҙа 3 сәғәт төнәтеп һиптерәләр.
Помидор һабағы төнәтмәһе бет, талпан, кәбеҫтә күбәләгенә ҡаршы ҡулланыла. 4 килограмм йәшел помидор һабағын 10 литр һыуҙа ярты сәғәт ҡайнаталар ҙа, марля аша үткәреп, быяла бан­каларға һалып, тын сыҡмаҫлыҡ итеп ҡаплап ҡуялар. Ҡоротҡостар зыян килтерә башлағас та 2 литр төнәтмәгә 10 литр һыу, 30 грамм кер һабыны ҡушып һиптерәләр.
Һарымһаҡ төнәтмәһе бет­тәргә, талпандарға ҡаршы файҙа­ланыла. 100-150 грамм һарым­һаҡты ит турағыс аша үткәреп, 10 литр һыуҙа болғатып, марля аша һөҙөп, ауырыу үҫемлектәргә һибәләр. Был эш ике-өс тапҡыр башҡарыла.
Әрем төнәтмәһен япраҡ кимереүселәргә ҡаршы төнәтмә. Бер кило әремде һыуға һалып, 15 минут ҡайнатып, марля аша һөҙәләр ҙә, 10 л һыу өҫтәп, ҡоротҡостарға ҡаршы һибәләр. Әрем төнәтмәһенә ҡош тиҙәге ҡушһаң, һөҙөмтәһе тағы ла яҡшыраҡ була. 1 килограмм ҡош тиҙәге аҙ ғына һыуҙа ике тәүлек төнәтелә. Марля аша һөҙөлә. Уға әрем төнәтмәһен ҡушалар ҙа 10 литр һыу өҫтәйҙәр.
Һуған төнәтмәһен ҡыяр үрмәксеһе, талпаны, беттәргә ҡаршы файҙаланалар. Бер биҙрә һуған ҡабығына ике биҙрә ҡайнар һыу ҡушып, ике тәүлек төнәтәләр, марля аша һөҙөп алғас, ике өлөш һыу ҡушалар ҙа һиптерәләр.
Дегәнәк төнәтмәһен кәбеҫтә ҡарышлауыҡтарына ҡаршы ҡулланалар. Туралған дегәнәк япрағын биҙрәнең өстән бер өлөшөнә тиклем тултыралар ҙа өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡоялар. Бер тәүлек төнәтеп, марля аша һөҙгәс, кәбеҫтә ҡарышлауыҡтарына ҡаршы һибәләр.
Иҫкәрмә: ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы ағыулы химикаттарҙы, үлән төнәтмәләрен һиптергәндә көн елһеҙ һәм ямғырһыҙ булырға тейеш. Препараттарҙы иртәле-кисле файҙаланыу хәйерле. Тәүге мәртәбә һипкәндә һөҙөмтәһе аҙ булһа, ике-өс тапҡыр эшкәртергә мөмкин, ул ваҡытта төнәтмәгә үләнде күберәк һалырға кәрәк.