Һыуыҡта ла һалһын тиһәң...

17-01-2018, 00:02 // Баҡса // Баҫып сығарырға
Һыуыҡта ла һалһын тиһәң...Көндәр һалҡынайыу менән ҡайһы бер шәхси хужалыҡтарҙағы тауыҡтар йомортҡа һалмай башлай. Ни өсөн шулай һуң? Ә бит баҙарҙа, супермаркет һәм аҙыҡ-түлек магазиндарында йыл әйләнәһенә йомортҡа була. Тимәк, ҡошсолоҡ фабрикаларында улар һала, сөнки унда “мәңгелек яҙ һулышы” булдыралар, уңайлы шарттар тыуҙыралар.

Ҡураһы йылы, аҙығы тәмле булһын

Тауыҡтар тәҙрәһеҙ биналарҙа тотолһа ла, бында 14-16 сәғәт буйы яҡты, һауа температураһы ла 18 градус йылынан төшмәй. Тағы шуныһын әйтеү мөһим: фабрикаларҙа тауыҡтарҙы бер генә миҙгел (75-80 аҙналыҡ саҡта­рына тиклем) тоталар, һуңынан йә халыҡҡа һаталар, йә иткә оҙата­лар. Шәхси хужалыҡтарҙа иһә улар өс-дүрт йыл тора. Йомортҡа һалып арығас, улар, ҡағиҙә булараҡ, йө­нөн ҡоя. Шуға ла ҡышын, әгәр тейешле шарттар тыуҙырылмаһа, аҙыҡ наҡыҫ, витаминһыҙ булһа, улар өшөй, бөтөнләй һалмай.
Әгәр һеҙ апрель айында бер тәүлеклек себеш алһағыҙ, улар августа продукция килтерә башлай. Шулай итеп, 75-80 аҙналыҡ, йәғни 13-14 айлыҡ булғансы йо­мортҡа һалалар. Был — сәнәғәт ху­жа­лыҡтарында тормошҡа ашырып була торған хәл. Ә күпселек шәхси хужалыҡтарҙа ҡышҡы һал­ҡындарҙа, көндөң ҡыҫҡа ваҡытын­да уны атҡарыуы ҡыйын. Бының өсөн хужаға һарайҙы йылытырға, аҙыҡты төрләндерергә, витаминлы ҡушылмалар алырға, көн оҙонло­ғон лампалар ярҙамында оҙайтыр­ға кәрәк.
Шарттар тыуҙырыу нимәнән ғибәрәт? Әгәр йыл әйләнәһенә йо­мортҡа алам тиһәң, тауыҡтар­ҙың ҡышҡы һалҡындарҙы нисек үткә­реүен уйларға кәрәк. Ҡоштарҙың торған урыны йылытыла, дүрт-биш тауыҡҡа бер оя ҡорола, төнәү өсөн кәртә (бер тауыҡҡа) 25 сантиметр иҫәбенән (иҙәндән 50 сантиметр бейеклектә) ҡуйыла. Һауа температураһы биш градус йылы­лыҡтан да төшмәҫкә тейеш. Елһеҙ көндә тышта 15 градус һалҡында ла ҡоштарҙы сығарырға мөмкин. Ҡышын саф һауала йөрөткәндә организмда Д витамины барлыҡҡа килә, ул йомортҡа ҡабығының сифатына йоғонто яһай. Ныҡ һалҡын көндәрҙә тауыҡтарҙың, әтәстең кикерегенә, “алҡалар”ына ҡаҙ майы йәки вазелин һөртәләр.
Ҡоштарға йылынан тыш аҙыҡ төрлөлөгө лә кәрәк. Дөрөҫ һәм тулы, тейешле ашатыу ҙа әһәмиәт­кә эйә. Хәҙер төрлө туҡлыҡлы һәм минераль ҡушылмалар һатыла. Ҡышын тауыҡтарҙы кәмендә өс тапҡыр ашатырға кәрәк. Бигерәк тә витаминлы аҙыҡтарға иғтибар итеү мөһим: кишер, ҡабаҡ, сүпрәле аҙыҡтар, шыттырылған бойҙай, арпа... Йәйге кесерткәндән миндек әҙерләп ҡуялар.
Ҡышын тауыҡтар нәҙек кенә ҡабыҡлы йомортҡа һала. Хатта пленка менән генә ҡапланғандары ла була. Был инде аҙыҡта вита­миндарҙың аҙ икәнлеген күрһәтә. Тауыҡтарға ҡабырсаҡ, онталған йомортҡа тышы, ҡом бирергә кә­рәк. Улар аҙыҡты эшкәртеүгә бу­лышлыҡ итә.
Көндәр һалҡынайғас та, ҡышын да ҡайһы бер тауыҡ йомортҡа ашай. Был аҙыҡта аҡһым юҡлыҡ­тан, аҙ булыуҙан килә. Хатта һуңы­нан аҡһымлы ҡушылмалар бирһәң дә, йомортҡа суҡыу тауыҡтың ғәҙә­тенә инеп китеүсән. Шуға ла ҡыш­ҡылыҡҡа аҙыҡ биреүҙе көйләү көҙҙән үк башлана.
Тауыҡтар күпселектә төшкә тиклем һала. Өйҙә булһағыҙ, йоморт­ҡаны һәр ике сәғәт һайын алырға кәрәк. Аҫтын алмаштырып торһа­ғыҙ, йомортҡалар бысранмай. Аҙыҡты аҡһым менән тулыландырыу өсөн ашағандан һуң ҡалған балыҡ, ит ҡалдыҡтарын, ҡалған ашты биреү яҡшы.
Ашар өсөн йомортҡаны 0-20 градус йылылыҡта һаҡлайҙар. Һыуытҡыста ул оҙаҡ тора, ләкин айҙар буйы тоторға кәңәш ител­мәй.

Быны белергә кәрәк

Көн оҙонлоғон яһалма рәүештә оҙайтырға мөмкин. Ул тәүлегенә 14-16 сәғәт булырға тейеш. Бының өсөн аҙ ҡеүәтле лампаларҙы (60 Вт-ҡа тиклем) иртәнге сәғәт 6-ла ҡабыҙалар ҙа яҡтырғансы тоталар. Кисен иһә, эңер төшә башлағас, тағы 20 сәғәткә тиклем оҙайталар. Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, реостат ҡуйып, лампаларҙы яйлап ҡабы­ҙыу, һүндереүгә ҡуялар.
Былай иткәндә тәбиғи рәүештә тауыҡтар яйлап төнәүҙән төшә, төнәүгә ултыра. Әгәр реостат булмаһа, тауыҡтар бүлмәһенә ике аҙ ҡеүәтле лампа ҡуялар ҙа тәүҙә береһен, күпмелер ваҡыт үткәс, икенсеһен һүндереп яндыралар. Бер генә лампа булған осраҡта аҙ ғына ваҡытҡа утты һүндереп торалар. Был сағында тауыҡтар төнәргә ваҡыт икәнен аңлай. Һуңынан тағы яндыралар. Ултырып бөткәс, төнгөлөккә һүндереп ҡуялар.
Автор: Т. МУСИН.