Ҡыш бауыры оҙон да ул...

17-01-2018, 00:03 // Баҡса // Баҫып сығарырға
Был арауыҡ аҙ ғына булһа ла кешеләргә йәйге, көҙгө мәшәҡәттәрҙән һуң бер аҙ ял биреү осоро булһа, икенсе яҡтан, яҙға әҙерлек ваҡыты ла. Уйланырға, яңы пландар ҡорорға форсат бар. Бигерәк тә шәхси хужалығын алып барғандарға, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәргә.
Был йәһәттән ике кәңәш тәҡдим итәбеҙ. Ул иһә ғәҙәти, көндәлек эштән ғибәрәт — органик ашлама туплау, ошо маҡсатта ҡиммәтле ашламалар әҙерләү.


Көл
Беҙ махсус сығарылышта көл тураһында йыш ҡына мәғлүмәт бирә барабыҙ, ләкин уҡыусылар уның үҙенсәлектәре хаҡында ентекләберәк яҙыуҙы һорай. Шуға ҡыҫҡаса ошо турала бәйән итәбеҙ.
Көлдә бик күп калий, фосфор, кальций барлығы мәғлүм, ләкин уның составы бер төрлө генә түгел. Мәҫәлән, калий үлән, картуф һабағындағыға ҡарағанда ағас көлөндә күберәк була. Бигерәк тә ҡайындыҡында. Торфтыҡында калий аҙ, ләкин кальций күберәк. Көлдөң яҡшы үҙенсәлеге шунда: унда хлор юҡ. Хлорҙы ҡурай еләге, картуф, баҡса еләге яратмай. Телгә алынған өс элементтан тыш, цинк, бор, тимер, марганец, молибден бар. Үҫемлеккә улар етмәһә, насар үҫешә. Әммә сама тигәнде лә оноторға ярамай. Ҡурай еләге, ер еләге, йәшелсә өсөн квадрат метрға — 100—150, картуфҡа 60—100 грамм һалалар. Был эште, мәҫәлән, картуф ултыртыр алдынан башҡарһаң, колорадо ҡуңыҙының ер аҫтынан сығыуын тотҡарлай. Шулай уҡ көлгә буталып сәселгән орлоҡ та уңыш менән ҡыуандыра.
Көлдө торф, ныҡлы өлгөргән тиреҫ (перегной) менән ҡушып бутаһаң да, яҡшы һөҙөмтә бирә. Ә бына яңы тиреҫ, ҡош тиҙәге менән ҡатнаштырырға ярамай — азотын юғалтасаҡ.
Электән көлдө төрлө ҡоротҡостарға, бигерәк тә йәшелсәне серетеүселәргә ҡаршы ҡулланғандар. Мәҫәлән, ер еләге сәскә атҡандан һуң иретелгән, һөҙөлгән көл һыуын төп һайын 15—20 грамм нисбәтенән һип­терергә кәңәш ителә. Икенсе тапҡыр 10 грамм кәрәк. Шулай уҡ көл һыуы менән ҡыяр, помидор, борсаҡ, слива, сейәләрҙе лә эшкәр­тергә була.
Ағас көлөн тауыҡтарға ҡышын “йыуыныр” өсөн ҡуялар. Улар шул рәүешле төрлө паразиттарҙан ҡотола. Йомортҡа ҡабығы формалаштырыуҙа мөһим урын алып тороу­сы кальцийҙың булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Азот сығанағы
Ҡош тиҙәге ерҙе ашлау йәһәтенән тиреҫтән өҫтөн тора. Шулай уҡ минералдарҙан да ҡалышмай, бигерәк тә тупраҡтың матдәләрҙе үҙләштереү йәһәтенән. Әлбиттә, сифаты ҡоштоң төрөнә, йәшенә лә ҡарай. Бигерәк тә тауыҡ, күркә тиҙәгендә файҙалы матдәләр күп. Биологик активтарынан тыш, бында цинк, кобальт, баҡыр, тимер, марганец һымаҡ үҫемлек өсөн кәрәкле микроэлементтар бар.
Ҡош тиҙәге кәрәкле матдәләрен, бигерәк тә азотты юғалтмаһын өсөн уны компост­лай­ҙар. Үҙен генә тупраҡҡа индереүе бик ҡыйын, шуға ҡоштар аҫтына һалам, үҫемлек ҡалдыҡтары йәйәләр. Йылына өс-дүрт тапҡыр алмаштырып, баҡсаның бер мөйөшөнә өйөп ҡуйһаң, бына тигән ашлама өлгөрәсәк. Яҡын­са иҫәпләгәндә, 100 килограмм тиҙәктән 30 килограмм органик ашлама сыға. Тағы шуны иҫтә тотоу фарыз: тупраҡҡа индергәндә нисбәтте ҡарарға кәрәк, сөнки азот тупраҡтың уңдырышлылығын ғына күтәреп ҡалмай, саманан тыш артыҡ булһа, “яндырыуы” ла ихтимал.
Компостлау өсөн ҡош тиҙәгенә торф, һа­лам, ағас онтағы, тупраҡ ҡушалар. Таҙа ки­леш иһә тиҙәкте иртә яҙҙан йәки көҙҙән бер квадрат метр ергә 0,2-0,3 килограмм иҫәбенән индерәләр.
Автор: Т. МУСИН.