Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарағат ашлама ярата
Ҡара ҡарағат XI быуат баштарында уҡ билдәле булған. Кеше уны төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн файҙаланған. С витаминына байлығы йәһәтенән ул гөлйемештән генә ҡалыша. Ҡарағатта был витамин алмаға ҡарағанда 10 — 20, сейәләгенән 20 — 30 тапҡырға күберәк. Унда кеше организмына файҙалы каротин, аскорбин, фолий кислоталары, А, В, В9, Р витаминдары һәм башҡа элементтар, минераль тоҙҙар, фосфор, калий, магний кеүек матдәләр бар.

Элек халыҡ медицинаһында яңы өлгөргән ҡарағатты зәңге, йөрәк, бауыр, ашҡаҙан сирҙә­ре­нән яфаланғанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә файҙаланғандар.
Ҡара ҡарағат — илебеҙҙә киң та­ралған культура. Башҡа емеш ҡыуаҡтары менән сағыштыр­ған­да, уның вегетация осоро иртә яҙ башлана. Мәҫәлән, беҙҙең климат шарттарында ул 24 апрелдә үк бөрө ебәрә башлай, 17 май тирәһендә сәскә ата. Был осор ун ете көнгә тиклем дауам итә. Иртә сәскә атыу һөҙөмтә­һендә сәскәләре йыш ҡына яҙғы ҡы­рауҙан һәләк була. Беҙҙең шарт­тарҙа ҡарағат 11 — 25 июлдә өлгө­рә. Ҡарағат башҡа емеш ағас­та­рына ҡарағанда һалҡындарға сыҙамлыраҡ.
Ҡара ҡарағатты ҡар ҡалын ятҡан урынға ултыртырға кәрәк. Бының әһәмиәте шунда: ҡатлам аҫтында ҡалған ҡыуаҡтың сәскә бөрөләре ҡышҡы ҡаты һыуыҡ­тар­ҙан һаҡланып ҡала. Ҡар ҡа­лын ятҡан ерҙә тупраҡ һуң өлгөрә, ҡыуаҡтың вегетация осоро ла һуң башлана, һуң сәскә ата. Һөҙөмтәлә, сәскәләр яҙғы ҡырау­ҙарҙан иҫән ҡала.
Уның тамыры ҡурай еләгенеке кеүек ерҙең өҫкө ҡатламында тарала, шуға ла ҡоролоҡҡа түҙә алмай. Тупраҡта дым аҙ булһа, уңыш икеләтә кәмей. Ҡоро йыл­дарҙа вегетация осоронда уға даими һыу һибеп торалар.
Ҡара ҡарағат бер урында һи­геҙ-ун йыл үҫтерелә. Ултыртҡан­дан һуң дүрт-һигеҙ йыл мул уңыш бирә. Унан һуң емеше ваҡлана, үҙе төрлө ҡоротҡостар, ауырыу­ҙар менән зарарлана, ҡартая. Шуға ун бер-ун ике йыллыҡ ҡыуаҡты тамыры менән һурып алып яндырырға кәрәк.
Был үҫемлек ҡара тупраҡлы, дымлы ерҙә яҡшы үҫә. Ашлама ярата. Мәҫәлән, Санкт-Петербург өлкәһендәге ғилми-тикшеренеү учреждениеларында һәр гектар ҡарағатҡа фосфор һәм калий ашламаларын 30 килограмдан алып бер мең килограмға тиклем һибеп үҫтереп ҡарағандар. Гектарына 500 килограмм ашлама һалынған май­ҙандан иң юғары уңыш алғандар.
Республиканың төньяғындағы һөрөү ҡатламы һай булған көл­һыу, уңдырышһыҙ әсе тупраҡлы ерҙәрҙә ҡарағаттан юғары уңыш алам тиһәң, һәр квадрат метрға өс-дүрт килограмм органик, 50 — 60 грамм комплекслы минераль ашлама, 500 — 600 грамм эзбиз индереү талап ителә.
Беҙҙә ҡарағат сентябрь баш­та­рында уҡ үҫеүҙән туҡтай. Ошоно иҫәпкә алып, уны 15 сентябр­ҙән үк ултырта башларға мөмкин. Ултыртҡанда 40-50х40-50 сантиметр ҙурлығындағы со­ҡор ҡаҙыла. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы — бер яҡҡа, аҫҡыһы икен­се яҡҡа һалына. Өҫкө ҡатламына ике биҙрә серетмә, 200 — 250 грамм суперфосфат, 50 — 60 грамм хлорлы калий, 200 грамм эзбиз йәки 200 — З00 грамм көл һалып яҡшылап бутала. Байыҡты­рылған тупраҡты соҡорға һалып, ҡарағат үҫен­теһен ултырталар. Һуңынан төбө тығыҙлап тапала, һыу һибе­лә. Тағы бер мөһим эш: ултырт­ҡан­дан һуң, ер өҫтөндә ике-өс бө­рө ҡалдырылып, үҫен­тенең өҫкө өлөшө ҡырҡып алына. Һыу һипкәс, тамыр тирәһен биш-алты сантиметр ҡалынлыҡтағы серет­мә йәки торф менән ҡаплап ҡуйыу мотлаҡ.
Ғалимдар тарафынан ҡара­ғат­тың төрлө сорттары сыға­рыл­ды һәм файҙаланыуға индерелде. Мәҫәлән, М.А. Лисавенко исе­мен­дәге Себер ғилми-тикше­ренеү институты ғалимдары һуңғы йылдарҙа ғына һикһәндән ашыу сорт уйлап тапты. Улар уңыш би­реүе, тәме, ауырыуҙарға биреш­мәүе менән айырылып тора.
Һуңғы йылдарҙа коллектив баҡсаларҙа Себер сорттары киң тарала. Беҙҙең климат һәм тупраҡ шарттарында “зоя”, “стахановка”, “алтай”, “алтай десерты”, “каракол” сорттары яҡшы үҫә һәм юғары уңыш бирә.
Республикала ҡара ҡарағат­тың “алтай десерты”, “голубка”, “баш­ҡорт баһадиры”, Мичурин иҫтәлегенә арналған һәм башҡа сорттар районлаштырылған.
“Алтай десерты” сорты М.А. Лисавенко исемендәге Себер ғилми-тикшеренеү институтында сығарылған. Юғары уңдырышлы, ҡышҡы һалҡындарға сыҙамлы емеше эре, ялтырауыҡлы ҡара төҫтә, йомшаҡ, тәмле. Июль баштарында уҡ өлгөрә башлай. Етеш­һеҙлеге: тиҙ ҡойолоусан, уны ваҡытында йыйып алыу мотлаҡ.
“Голубка” — шулай уҡ Лисавенко исемендәге Себер ғилми-тикшеренеү институтында сыға­рылған сорт. Юғары уңдырышлы, ҡышҡа сыҙамлы, еләге эре, йомшаҡ, иртә өлгөрә, әскелтем. Мул уңыш биреүе менән айырыла. Етешһеҙлеге — тигеҙ өлгөрмәй.
“Башҡорт баһадиры” — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты тарафынан сығарылған сорт. Эре, тәме әскелтем, өлгөрөү ваҡыты уртаса, июль урталарына бешә. Етешһеҙлеге — тигеҙ өлгөрмәй.
Мичурин иҫтәлегенә арналған сорт — уңдырышлы, һалҡын­дарға сыҙамлылығы уртаса. Етешһеҙ­леге — ауырыуҙарға тиҙ бирешә.
Ҡайһы бер һәүәҫкәр баҡса­сылар яҡшы сорттарҙы ултырта ла мул уңыш көтә, ә үҫентеләрҙе тәрбиәләмәй. Шуны иҫтә тотоу мөһим: бөтә сорттар ҙа тәрбиәгә мохтаж, ерҙә дым, туҡлыҡлы матдәләр һәм башҡа шарттарҙы булдырғанда ғына, улар һәйбәт үҫә, теләгән уңышты бирә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә 16.10.2018 // Баҡса

Ғәжәйеп ризыҡ Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша...

Тотош уҡырға 118

Ағас ботағы айырылһа…

Ағас ботағы айырылһа… 16.10.2018 // Баҡса

Һеҙ быйыл мул уңыш йыйҙығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алмағасығыҙҙың кәрәкле бер ботағы айырылып төшкән....

Тотош уҡырға 116

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға 16.10.2018 // Баҡса

Баҡса ул йәшелсә, емеш үҫтереү урыны ғына түгел, унда ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға...

Тотош уҡырға 126

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур 16.10.2018 // Баҡса

Уңыштар йыйып алынып, һалҡын көндәр ныҡлап башланғансы баҡсасылар өсөн айырым осор һанала. Яңы...

Тотош уҡырға 129

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың 16.10.2018 // Баҡса

Тәбиғәт шарттарына ҡарап, элегерәк көньяҡ халыҡтары Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле” тип...

Тотош уҡырға 97

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла! 26.09.2018 // Баҡса

Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр...

Тотош уҡырға 185

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Лимондар ҡайҙа үҫә? 25.09.2018 // Баҡса

Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән...

Тотош уҡырға 124

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла 18.09.2018 // Баҡса

Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә,...

Тотош уҡырға 138

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 18.09.2018 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 136

Һорау – яуап

Һорау – яуап 11.09.2018 // Баҡса

— Элегерәк мөгәрәптең кирбес стеналарын эзбиз оно менән ағарта торғайным. Улай мәшәҡәте күберәк....

Тотош уҡырға 129

Тәрбиә булһа...

Тәрбиә булһа... 11.09.2018 // Баҡса

Алмағас ҡар ҡалын ятҡан, һөрөнтө ҡатламы тәрән булған, эре структуралы, дымлы һауа, йылылыҡ үтеп...

Тотош уҡырға 134

Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша…

Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша… 11.09.2018 // Баҡса

Ҡарабаш ауылында баҡса үҫтермәгән, йорт алдарын гөл-сәскәгә күммәгән хужа юҡтыр ҙа. Кемдең...

Тотош уҡырға 137