Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң шәп шифа – баҡсала
Август – муллыҡ айы. Ниғмәттәре – йәшелсә, емеш-еләк – матурлыҡ сығанағы ла. Уларҙан төрлө битлектәр эшләү файҙалы.

Алма – биттәге ялҡынһыныуға ҡаршы бик шәп сара. Өҫтәүенә бет­сәләрҙе лә бөтөрә. Ҡояшта бит тиреһе бешһә йәки һалҡында өшөһә, ҡырғыс­тан үткәрелгән алма ярҙамға килә.
Ярты алманы ваҡ ҡырғыстан үткәреп, бер балғалаҡ бал, бер йомортҡа һарыһы, бер балғалаҡ алма һеркәһе, үҫемлек майы һа­лып болғатығыҙ. Был битлек бит тиреһен дымландырыу өсөн дә һәйбәт.
Ҡурай еләгенән яһалған битлек тирене йомшарта, ҡара нөктә­ләрҙе, пигмент таптарын бөтөрә. Ҡоро тире өсөн шифалы битлек яһау алымы: ике аш ҡала­ғы еләккә 1-2 балғалаҡ бал һалып иҙергә һәм 20 минутҡа биткә һы­ларға. Йыуғандан һуң тирегә зәй­түн майы һөртөргә. Битлекте ун көн дауамында яһағанда, ваҡ йы­йыр­сыҡтар күҙгә күренеп кәмер.
Бит тиреһен йәшәртеү өсөн ике аш ҡалағы иҙелгән ҡурай еләгенә бер аш ҡалағы ҡаймаҡ, зәйтүн майы ҡу­шып болғатырға һәм 20 минутҡа биткә яғырға.
Майлы тирене таҙартыу өсөн ике ҡалаҡ еләккә ике ҡалаҡ дөгө оно ҡушып, битлек яһарға.
Ҡара ҡарағат битлектәре айырыуса үҫмерҙәр өсөн файҙалы. Ундағы А, Н, С витаминдары тиренең ялҡын­һыныуын дауалай, бетсәләрҙе, һип­кел­дәрҙе, туттарҙы бөтөрә. Иҙелгән ҡара ҡарағатта арыш икмәге йом­шағын ебетеп, биткә һөртәләр. Ул тирене таҙарта. Икмәк урынына шулай уҡ кефир ҡушырға мөмкин.
Ҡыяр һуты – иң шәп лосьон. Ул бит тиреһен таҙартып ҡына ҡалмай, киңәйгән күҙәнәктәрҙе тарайта, тирене ағарта, арыу эҙҙәрен бөтөрә.
Бит тиреһе майлы һәм күҙәнәкле булһа, ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән ҡыярға бер йомортҡа ағы йәки бер нисә тамсы лимон һуты ҡушығыҙ. Тире ҡоро икән, ҡырғыстан үткәрелгән ҡыярға ике аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушалар. Ошо битлекте 10-15 минутҡа таҙар­тылған тирегә һөр­тә­ләр. Артабан йылымыс һыу менән битте йыуалар. Һыу урынына сәй йәки яңы һығылған ҡыяр һутын да ҡулланырға була.
Картуф йыйырсыҡтарҙы бөтөрөргә ярҙам итә. Сей картуф күҙ төбөндәге шешенкелекте лә кәметә. Яңы һығып алынған картуф һуты менән биттәге бетсәләрҙе дауаларға мөмкин.
Тире ялҡынһынып китһә, бешкән картуфты төйөп, аҙ ғына һөт ҡушырға (бер балғалаҡ глицерин һалырға ла ярай) һәм йылы килеш биткә һөртөргә. Өҫтөнә пергамент ҡағыҙы ябып, битлекте 20 минут самаһы тоторға.

Ғ. ИБРАҺИМОВА әҙерләне.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла! 26.09.2018 // Баҡса

Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр...

Тотош уҡырға 92

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Лимондар ҡайҙа үҫә? 25.09.2018 // Баҡса

Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән...

Тотош уҡырға 57

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла 18.09.2018 // Баҡса

Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә,...

Тотош уҡырға 70

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 18.09.2018 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 81

Һорау – яуап

Һорау – яуап 11.09.2018 // Баҡса

— Элегерәк мөгәрәптең кирбес стеналарын эзбиз оно менән ағарта торғайным. Улай мәшәҡәте күберәк....

Тотош уҡырға 83

Тәрбиә булһа...

Тәрбиә булһа... 11.09.2018 // Баҡса

Алмағас ҡар ҡалын ятҡан, һөрөнтө ҡатламы тәрән булған, эре структуралы, дымлы һауа, йылылыҡ үтеп...

Тотош уҡырға 76

Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша…

Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша… 11.09.2018 // Баҡса

Ҡарабаш ауылында баҡса үҫтермәгән, йорт алдарын гөл-сәскәгә күммәгән хужа юҡтыр ҙа. Кемдең...

Тотош уҡырға 70

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.08.2018 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 123

Картуф, картуф, һин ҡайҙан?

Картуф, картуф, һин ҡайҙан? 21.08.2018 // Баҡса

Картуфтың тыуған ере Көньяҡ һәм Урта Америка илдәре иҫәпләнә. Нәҡ ошонда уның бөгөн дә ҡырағай,...

Тотош уҡырға 118

Һаҡлының һағы ятыр

Һаҡлының һағы ятыр 21.08.2018 // Баҡса

Тормош үҙе ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙы, хужабикәләрҙе һаҡсыллыҡҡа, әйберҙең, ризыҡтың ҡәҙерен...

Тотош уҡырға 118

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 21.08.2018 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 179

Бәрәңге ниңә ҡарая?

Бәрәңге ниңә ҡарая? 31.07.2018 // Баҡса

Бешергәндә бәрәңге йыш ҡына ҡарая. Ҡыш сыҡҡаны, оҙаҡ һаҡланғаны ғына булһа бер хәл, яңы йыйып...

Тотош уҡырға 137