Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур
Уңыштар йыйып алынып, һалҡын көндәр ныҡлап башланғансы баҡсасылар өсөн айырым осор һанала. Яңы ағас, ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртыла, баҡсалағы элекке ҡалдыҡтар йыйып алына. Шулай уҡ электән үҫкән ағастарға көҙгө тәрбиә башлана.

Алмағасҡа, грушаға көҙгө тәрбиә. Мул уңыш биргән ағастар хәлһеҙләнә, азот, фосфор, калий ашламаларына һәм башҡа микроэлементтарға мох­таж­лыҡ кисерә. Хәлһеҙләнгәс, ҡышҡы һалҡындарға ла бирешәләр. Шуға ла ундай ағастарҙы йыл әйләнәһенә ашлайҙар. Мәҫәлән, беҙҙең тупраҡ шарттарында йәш алмағас, груша төптәренә 8—10 килограмм серетмә йәки торф, 100—150 грамм суперфосфат, 30—50 грамм хлорлы калий индерелә, 5—6 йыллыҡ алмағас төбөнә суперфосфат — 200—300 грамм, калий тоҙо 800-100 грамм кәрәк булһа, 10—12 йыллыҡтарға был күләм икеләтә арттырыла. Унан һуң, тамырҙарға зыян килтермәй генә ағас төбө йомшартыла.

Беҙҙең һауа шарттарында ағас, ҡыуаҡтар август айында уҡ үҫешен туҡтата һәм ҡышҡа әҙерләнә башлай. Ләкин ҡайһы бер йылдарҙа — көҙ ямғырлы, йылы килгәндә — йәш алмағас үҫеүен дауам итә. Бындай үҫемлектәрҙең бөрөләре ҡышҡа әҙерләнмәгән була, шуға күрә ҡышҡы һалҡындарҙа улар йыш ҡына туңып һәләк була. Бындай осраҡта алма бирмәгән йәш үҫентеләрҙе азотлы ашлама менән ашлауҙан, һыу һибеүҙән тыйылыр кәрәк.

Дымлы тупраҡ, ғәҙәттә, тәрән туңмай, шуға күрә еләк-емеш ағастары һалҡын ҡышты еңел үткәрә. Шуның өсөн һалҡындар башланыр алдынан ағас төбөнә күп итеп һыу һибергә кәрәк. Тупраҡты эшкәрткәндән һуң, ағас төптәрен тиреҫ, торф йәки бысҡы вағы менән ҡаплайҙар.

Ҡарағат ҡыуаҡтарына тәрбиә. Ҡайһы бер баҡсасылар был саҡта ҡыуаҡтарҙы күтәреп бәйләп ҡуйыуҙы күҙаллай. Бәлки, был ысул ҡар күп ятҡан ерҙә үҙен аҡлайҙыр. Әммә улай итһәң, күп осраҡта ҡыуаҡ сыбыҡ­салары бөрөләре туңыуы мөмкин. Шуға күрә бөтә төр емеш ҡыуаҡтарын да ҡар аҫтында ҡалдырыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Ә бына ҡарағат ҡыуаҡтарының ҡартайған, һынған, ауырыу ботаҡтары ҡырҡып алына, яндырыла. Ҡыуаҡ тирәһе йом­шартылғас, тиреҫ, торф менән ҡаплана.

Ҡурай еләгенә тәрбиә. Ҡарағат, ҡурай еләге бер урында 8-9 йыл үҫтерелә. Шуға оҙаҡ ултырғандарын тамыры менән йолҡоп ташларға, яңы еләк плантацияһы һалырға кәрәк. Ҡурай еләге — ике йыллыҡ үҫемлек. Беренсе йылына буйға үҫә, икенсе йылында уңыш бирә лә ҡорой. Тәү сиратта ҡороғандары киҫеп алынып яндырыла. Һуңынан бер квадрат метрға 6—8 килограмм серетмә, 40—50 грамм суперфосфат, 20—30 грамм калий ашламаһы, ә яҙын 30—40 грамм азот ашламаһы индерелә. Унан, тамырға зыян килтермәй генә йомшартыла. Барлыҡ эштәр бөткәс, бер-беренә ҡаршы ҡуйып, ергә эйеп бәйләргә кәрәк.

Ер еләгенә тәрбиә. Ҡайһы бер баҡсасы уңышын йыйып алғас та, япраҡтарын сабып алып яндыра. Ләкин һалҡындарҙа плантациялар туңыуы мөмкин. Ғәҙәттә, көҙгө һалҡындарҙа уҡ туңып юҡҡа сыға. Япраҡтары булғандары бирешеп бармай. Еләк тамыры тупраҡ ҡатламының өҫкө өлөшөнә таралып үҫә. Шуға күрә ул асыҡ ятҡан ерҙәрҙә 15 градус һалҡында ла туңа. Плантацияны 5—7 сантиметр ҡалынлыҡта серетмә, торф йәки бысҡы вағы менән ҡаплайҙар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә

Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә 16.10.2018 // Баҡса

Ғәжәйеп ризыҡ Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша...

Тотош уҡырға 117

Ағас ботағы айырылһа…

Ағас ботағы айырылһа… 16.10.2018 // Баҡса

Һеҙ быйыл мул уңыш йыйҙығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алмағасығыҙҙың кәрәкле бер ботағы айырылып төшкән....

Тотош уҡырға 114

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға 16.10.2018 // Баҡса

Баҡса ул йәшелсә, емеш үҫтереү урыны ғына түгел, унда ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға...

Тотош уҡырға 124

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың 16.10.2018 // Баҡса

Тәбиғәт шарттарына ҡарап, элегерәк көньяҡ халыҡтары Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле” тип...

Тотош уҡырға 96

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла! 26.09.2018 // Баҡса

Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр...

Тотош уҡырға 181

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Лимондар ҡайҙа үҫә? 25.09.2018 // Баҡса

Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән...

Тотош уҡырға 122

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла 18.09.2018 // Баҡса

Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә,...

Тотош уҡырға 137

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 18.09.2018 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 136

Һорау – яуап

Һорау – яуап 11.09.2018 // Баҡса

— Элегерәк мөгәрәптең кирбес стеналарын эзбиз оно менән ағарта торғайным. Улай мәшәҡәте күберәк....

Тотош уҡырға 128

Тәрбиә булһа...

Тәрбиә булһа... 11.09.2018 // Баҡса

Алмағас ҡар ҡалын ятҡан, һөрөнтө ҡатламы тәрән булған, эре структуралы, дымлы һауа, йылылыҡ үтеп...

Тотош уҡырға 133

Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша…

Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша… 11.09.2018 // Баҡса

Ҡарабаш ауылында баҡса үҫтермәгән, йорт алдарын гөл-сәскәгә күммәгән хужа юҡтыр ҙа. Кемдең...

Тотош уҡырға 134

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.08.2018 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 167