Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көҙгө байлыҡ өҫтәлдәрҙә

Ғәжәйеп ризыҡ

Йәшел помидорҙы йыуып, мейестә йомшарғансы бешереп алырға ла ит турағыс аша үткәрергә. Тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәргә, үҫемлек майында ҡыҙҙырылған ваҡ ҡына һуғандарҙы һалырға. Буталған ҡатнашмаларҙы ярты литрлы банкаларға һалырға (3/4). Өҫтөнә ҡайнар томат соусы ҡойоп, ярты сәғәт стерилләгәс, банкаларҙы ҡапларға.

Томат соусы өсөн бешкән ҡыҙыл помидорҙар 20 минут быҡтырыла һам иләк аша үткәрелә. Эҫе ҡатнашмаға тәмләп лавр япрағы, бөртөклө борос, ваҡланған йәшел тәмләткес үләндәр, һарымһаҡ, шәкәр, тоҙ һалып, 2-3 минут бешерергә.


Салат

4 килограмм ҡыяр, 100 грамм укроп, 100 грамм петрушка, 5 баш һуған, 1 татлы борос, 120 грамм тоҙ, 1 аш ҡалағы һеркә эссенцияһы, 1 стакан үҫемлек майы алына. Йәшелсәләрҙе турап, тоҙ, һеркә, үҫемлек майы һалып бутарға, 1 -2 сәғәт тоторға. Литрлы банкалар төбөнә 1-2 лавр япрағы, 4-6 бөртөк борос төшөрөп, ҡатнашманы һалып, 15 минут стерилләгәс, ябып ҡуйырға.


Борос салаты

3 килограмм татлы борос, 300 грамм кишер, 300 грамм һуған, 1 стакан һыу, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр, 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, тоҙ алына.

Боросто, һуғанды балдаҡлап, кишерҙе түңәрәкләп турарға ла, тоҙ, шәкәр, май, һеркә, һыу һалып бутап, ҡайнау хәленә еткерергә, 10-15 минут бешерергә, стерилләгәс, банкаларға һалып, ҡаплап ҡуйырға.


Көҙгө салат

3 килограмм кәбеҫтә, 2-шәр килограмм һуған, помидор һәм ҡыяр, 1,5-әр килограмм татлы борос менән кишер, 200 грамм һарымһаҡ; һәр банкаға 2-шәр аш ҡалағы үҫемлек майы, 1-әр аш ҡалағы аш һеркәһе, 1-әр лавр япрағы, тоҙ, борос алына.

Йәшелсәләрҙе ваҡлап турап, яҡшылап болғатырға ла тығыҙ итеп 1 литрлы банкаларға тултырырға, һәр банкаға тоҙ, үҫемлек майы, тәмләткестәр, аш һеркәһе һалырға. Банкаларҙы ярты сәғәт стерилләйҙәр.


Ҡыҙыл салат

1 килограмм татлы ҡыҙыл борос, 1-әр килограмм кишер менән һуған, 2 килограмм помидор, 1,5 стакан үҫемлек майы, 300 грамм шәкәр, 100 грамм 9 процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ алына.

Боросто һаламлап, һуғанды дүңгәләкләп, помидорҙы дүрт өлөшкә бүлеп турайҙар, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәләр. Ҡатнашмаға май, шәкәр, аш һеркәһе, тоҙ ҡушып, 20 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.


Кавказ салаты

5 килограмм баклажан, 2-шәр һарымһаҡ, һуған, кишер, алма, татлы борос алына. Соус өсөн 2 литр томат һуты, 1-әр стакан аш һеркәһе һәм үҫемлек майы, ярты стакан тоҙ кәрәк.

Соусҡа һалаһы бөтә нәмәне ҡушып бутап, баклажандан башҡа йәшелсә­ләрҙе ваҡлап ҡушып, ҡайнау хәленә еткерергә. Шуға шаҡмаҡлап туралған баклажан һалып, 45 минут бешерергә лә стерилләнгән банкаларға тултырырға.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ағас ботағы айырылһа…

Ағас ботағы айырылһа… 16.10.2018 // Баҡса

Һеҙ быйыл мул уңыш йыйҙығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алмағасығыҙҙың кәрәкле бер ботағы айырылып төшкән....

Тотош уҡырға 114

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға

Сылтыр-сылтыр “йылға” аға 16.10.2018 // Баҡса

Баҡса ул йәшелсә, емеш үҫтереү урыны ғына түгел, унда ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға...

Тотош уҡырға 124

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур

Көҙгө тәрбиәнең әһәмиәте ҙур 16.10.2018 // Баҡса

Уңыштар йыйып алынып, һалҡын көндәр ныҡлап башланғансы баҡсасылар өсөн айырым осор һанала. Яңы...

Тотош уҡырға 126

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың

Белеп ултыртһаң — отолмаҫһың 16.10.2018 // Баҡса

Тәбиғәт шарттарына ҡарап, элегерәк көньяҡ халыҡтары Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле” тип...

Тотош уҡырға 96

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла!

Үҙ баҡсаңдыҡын һайла! 26.09.2018 // Баҡса

Түбәнге Яйыҡбай – Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына ултырған, әллә ни ҙур булмаған ауылдарҙан. Мәгәр...

Тотош уҡырға 181

Лимондар ҡайҙа үҫә?

Лимондар ҡайҙа үҫә? 25.09.2018 // Баҡса

Республикабыҙҙың ғорурлығы ул Өфөләге лимонарий. Уңған ғалим-биолог Фәриҙә Садиҡова тырышлығы менән...

Тотош уҡырға 122

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла

Ҙур ҙа түгел, уңайлы ла 18.09.2018 // Баҡса

Күптәр “Йорт-ҡура” битендә өй, мал һарайы төҙөү, башҡа эштәр тураһында баҫыуҙы һорап яҙа. Әлбиттә,...

Тотош уҡырға 137

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 18.09.2018 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 136

Һорау – яуап

Һорау – яуап 11.09.2018 // Баҡса

— Элегерәк мөгәрәптең кирбес стеналарын эзбиз оно менән ағарта торғайным. Улай мәшәҡәте күберәк....

Тотош уҡырға 128

Тәрбиә булһа...

Тәрбиә булһа... 11.09.2018 // Баҡса

Алмағас ҡар ҡалын ятҡан, һөрөнтө ҡатламы тәрән булған, эре структуралы, дымлы һауа, йылылыҡ үтеп...

Тотош уҡырға 133

Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша…

Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша… 11.09.2018 // Баҡса

Ҡарабаш ауылында баҡса үҫтермәгән, йорт алдарын гөл-сәскәгә күммәгән хужа юҡтыр ҙа. Кемдең...

Тотош уҡырға 134

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.08.2018 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 167