Умартасылыҡ серҙәре. 14-се дәрес

31-07-2012, 03:58 // Баҡса // Баҫып сығарырға
Умартасылыҡ серҙәре. 14-се дәресҠорт саҡҡанда ярҙам итеү

Умартасылыҡ шөғөлөн башлағанда бал ҡорто саҡҡанда аллергик реакцияға дусар булыу ихтималлығын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Умартасыларҙа, ғәҙәттә, тиҙ генә иммунитет — ҡорт ағыуын ҡабул итмәүсәнлек барлыҡҡа килә. Сағыу әллә ни ауыртмай, ҙур булмаған шеш барлыҡҡа килә лә был хәл үтеп тә китә. Әммә ҡорт ағыуына ҡаршы әүҙем иммунитет ныҡлы түгел (6 айға тиклем). Умартасыларҙың яҙ башында ҡорт сағыуына йәй аҙағына ҡарағанда һиҙгерерәк булыуы ла ошоноң менән аңлатыла. Организмда тыуған иммунитет даими түгел һәм ҡорттан сағылыу аралығы ҙур булғанда ул юғалып ҡала. Умартасылар эштә өҙөклөк яһағандан һуң үлемесле хәлгә тиклем ауыр ағыуланған осраҡтар булғылай.
Бер тапҡыр бал ҡортонан сағылыу теләһә ниндәй бөжәккә үлем менән янай. Хайуандарға һәм кешегә һөжүм иткәндә ҡаяу ҡорттоң тәненән бик тиҙ ысҡына (ә ул үҙе үлемгә дусар була) һәм сағылыусыға ҡаҙалып ҡала.
Ҡорттар бал йыйыу тамамланған ваҡытта, һыуыҡ көндә һәм кеше йәки хайуан уларҙың осоу юлына эләккәндә нығыраҡ саға. Ҡатын-ҡыҙ һәм бигерәк тә кескәй балалар ҡорт сағыуҙы ир-атҡа ҡарағанда ауырыраҡ кисерә. Шуның өсөн йөклө ҡатын-ҡыҙға умарталарға яҡын йөрөргә ярамай, юғиһә ҡорт сағыуҙан бала төшөүе мөмкин. Бәләкәй балалар ҙа сағылыуҙан һаҡланырға тейеш. Кешеләр араһында шулай уҡ ҡорт ағыуына бик ныҡ һиҙгерҙәр ҙә осрай.
Әгәр ҙә һеҙҙе ҡорт саҡһа, тиҙ генә ҡаяуҙы һурып алырға һәм ауыртҡан урынға һыуыҡ һыуға сылатып, таҙа сепрәк ябырға, уны бер нисә тапҡыр алыштырырға, ауыртыу баҫылғансы шулай дауам итергә кәрәк. Һыуыҡ тәьҫирендә тире тартыла һәм бының менән ул өлөшләтә ағыуҙы ла тышҡа һурып сығара, ә һыу уны йыуа. Ғәҙәттә, ҡорт саҡҡан урын, көслө янып, ауырта башлай. 1–3 мм радиуста тире ағарып сыға. 1–3 минуттан һуң гиперемия (ҡан ағымы көсәйеүе) үҫеше һәм, киҫкен ҡыҙарып, шешенеү башлана. Шеш 15–20 минуттан һуң ҙурая, саҡҡан урында төйөн кеүек кенә аҡһыл ҡыҙыл урын барлыҡҡа килә, уның уртаһында, капилляр зарарланған хәлдә, ҡан тамсыһы ағып сыға. Сағылған урындағы реакция менән бер үк ваҡытта хәл бөтөү, тын ҡурылыу, баш әйләнеү, күкрәк ҡыҫылыу, тирелә — сәбертеү, тәндә кесерткән биҙгәге билдәләре менән ҡысыныу булырға мөмкин. Был күренештәрҙең ҡорттан сағылғандан һуң 5–15 минут үткәс барлыҡҡа килеүе һәм ике-өс тәүлеккә, һирәк осраҡта бер аҙнаға һуҙылыуы ихтимал.
Күп ҡорттан сағылғанда күңел болғаныу, баш ауыртыу, шыбыр тиргә батыу, температура күтәрелеү рәүешендә ауыр ағыуланыу (интоксикация) күҙәтелә. Ҡайһы саҡта уҡшыу һәм эс китеү осраҡтары була, ҡыҫҡа ваҡытҡа аң юғалтыусылар ҙа бар. Яңаҡты, телде, тамаҡты йәки аңҡауҙы һәм ирендең лайлалы тиресәһен ҡорт сағыу бигерәк тә ҡурҡыныслы. Тамаҡ йәки тамаҡ төбөнөң лайлалы тиресәһе шешенһә, бының тын быуылыуға (асфикцияға) килтереүе мөмкин, һөҙөмтәлә кеше быуыла һәм үлә.
Күҙҙең ҡараһын (роговица) ҡорт сағыу бигерәк тә ныҡ хәүефле: тиҙ арала күҙ насар күрә башлай, ҡараһы төҫһөҙләнә, киңәйә, ағына (склера) ҡан һауа. Күҙҙең ҡараһы зарарланғандан һуң ҡабағының ситтәре шешә. Был күренештәр 7–10 көнгә тиклем һаҡлана һәм һуңынан күреү аҡрынлап элекке хәленә ҡайта. Күҙҙе ҡорт саҡҡанда уның эсендә ҡан баҫымының күтәрелеүе, күреү һәләтенең кәмеүе (глаукома), күҙ яҫмығының (хрусталик) тоноҡланыуы (катаракта) барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Бал ҡорто ағыуына аллергиялы кешеләрҙә бер бөжәктең сағыуына ауыр аллергик реакция (анафилактик шок) күҙәтелә һәм тын алыу үҙәге параличының үлемгә килтереүе мөмкин. Шуның өсөн ҡорт ағыуына аллергия менән яфаланғандарға умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙән баш тартып торорға кәңәш итәбеҙ.
Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара