Ҡыҙыл сөгөлдөр дауаһы Халыҡ медицинаһында элек-электән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һәр төрлө сирҙән, бигерәк тә аҙ ҡанлылыҡ, атеросклероз, үпкә шешеүе һәм плеврит, гипертония, яман шеш ауырыуҙарынан дауаланғанда файҙаланалар. Уны үҫемлек менән дауалаусыларҙың барыһы ла тәҡдим итә, әммә нисек ҡулланыу хаҡында бер ерҙә лә әйтелмәй тиерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1013 тапҡыр // Тотош уҡырға
Помидор менән дөгө

3/4 стакан дөгө, 2-3 йо­мортҡа, 2-3 помидор, 1 ҡы­яр, 2 аш ҡалағы һеркә, 3 аш ҡа­лағы көнбағыш майы, тоҙ, борос алына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл ерендә, ғәҙәттә, ҡый үләнен сығарып ташлайҙар йә тиреҫ өҫтөнә өйәләр. Ашлы һыуҙы ла шунда түгәләр. Былай иткәндә тиреҫтә сүп ҡалдыҡтары янмай, өйөмдөң ситтәре елләп ултыра. Тиреҫ тиреҫ урынында ҡалһын, ә беҙ үлән ҡалдыҡтарын унан айырайыҡ. Йәғни компост соҡоро яһайыҡ. Һөҙөмтәлә яҡшы сифатлы серетмә аласаҡбыҙ, баҡсалағы сүп тә органик ашламаға әйләнәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алмағас ултыртһағыҙ... Яҙ көнө баҙарҙа Силәбе өлкәһенән килтерелгән алмағас үҫентеләрен алғайныҡ. Ҡайтҡас, яҙыуын ҡараһаҡ, “Польшала етештерелгән” тип яҙылған. Бындай үҫентеләр беҙҙең һыуыҡ ҡышҡа бирешмәйме? Әллә тик районлаштырылған үҫенте алырға кәңәш итәһегеҙме?
Һорауға Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәге етәксеһе Ринат ШАФИҠОВ яуап бирә:
Ком: 0 // Уҡынылар: 820 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тынғыһыҙ осор Көндәр ҡыҙҙыра. 22 июнь – йылдың иң оҙон көнө. Ҡурай еләге, балан ағасы сәскә тажын аса, ҡыҙыл клевер сәскә ата. Арыш баш ҡоҫа. Емеш ағастары сәскә ҡоя, крыжовник, ҡарағат күҙгә күренеп ҙурая. Айҙың өсөнсө ун көнлөгөндә ер еләге өлгөрә башлай.
Йәйге ҡояштың йылы нурҙарында емеш ағастары япраҡтарын киң йәйеп, тамырҙарын тәрән ебәреп, иркенләп үҫә. Ошо осорҙа улар дымға, ашламаға ныҡ мохтаж.
Ком: 0 // Уҡынылар: 761 тапҡыр // Тотош уҡырға
Емеш ҡышын танһыҡ Алма компоты. Ғәҙәттә, тәме әскелтем сорттарҙан яһайҙар. Урал сорттары компотында 2-8 мг процентлы С, 35-220 мг процентлы Р витамины бар.
Бер төрлө эрелектәге алмаларҙы һайлап алғас, өҫтөнә ҡайнар сироп (1 л һыуға 200-300г шәкәр ҡушып эшләнә) ҡоялар һәм 80 градус йылылыҡта пастеризациялайҙар (0,5 л банканы – 10 минут, 1 л банканы – 12-15 минут, 3 л банканы – 25 минут).
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гелән яңыртып тора Атҡаҙанған агроном В. Корнилов бер квадрат метр майҙанда ике килограмдан ашыу еләк үҫтереп алыуға өлгәшә. Сере ябай ғына уның. Еләк түтәлен бер урында өс йылдан артыҡ тотмай. Еләкте ул майҙан сентябргә тиклем өҙлөкһөҙ үрсетә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 787 тапҡыр // Тотош уҡырға
Майҙа өлгөрөп ҡал Гүзәл ай — май — яҡынлаша. Әммә күҙҙе иркәләр матурлығы менән генә ләззәтләндермәй шул ул күңелде... Баҡсасылар быны яҡшы белә: ең һыҙғанып эшкә тотонор мәл етте! Ялҡауланып ултырһаң, йыллыҡ уңыштан ҡолаҡ ҡағыуың да бар. Шулай ҙа майҙың уртаһына ҡәҙәр һыуыҡ көндәр булырын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Айҙың тәүге көндәрендә апрелдә тамамлай алмаған үрсетмә сәсеү, ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ашлау кеүек эш аҙағына еткерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 814 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәскәләр күҙҙе иркәләр Баҡсаһында яҙҙан көҙгә ҡәҙәр күҙҙең яуын алып, күңелде хушландырып ултырырлыҡ сәскә үҫтерергә кем теләмәһен? Был эш тә ябай түгел, тәжрибә талап итә.
Сәскәне асыҡ грунтҡа сығарғанда календарға түгел, ә аныҡ температураға иғтибар итергә кәрәк. Ҙур булмаған һыуыҡтар (минус бер градусҡа тиклем) үрсетмәгә күҙгә күренерлек зарар килтермәй, әммә уның оҙаҡ өлгөрөүенә килтереүе ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1062 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәмбе
12 апрель Үҫентеләрҙе күсереп ултыртыу, һыу һибеү, ашлама индереү.

Йәкшәмбе
13 апрель Сәскә һәм аҡ күсәнле кәбеҫтә, томат, фасоль, тәмләткес үләндәрҙе үҫентегә ултыртыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәскәнең ғүмерен оҙайтҡығыҙ киләме? Ниндәй байрам сәскәһеҙ булһын инде! Һәр кемгә сикһеҙ шатлыҡ бүләк итә бит ул тәбиғәттең күркәм үҫемлеге! Әммә улар бик ҡыҫҡа ғүмерле шул... Бигерәк тә раузалар тиҙ һулыусан.
Шулай ҙа күңелһеҙләнеп ҡалмайыҡ, әхирәттәр: һәр сәскәнең ғүмерен оҙайтырға мөмкин. Бының өсөн, әйтәйек, шул уҡ раузаның һабағын мөмкин тиклем оҙонораҡ ҡыялатып ҡырҡырға, һыу аҫтында ҡаласаҡ япраҡтарын өҙөп ташларға кәрәк. Вазалағы һыуҙы көн һайын алмаштырыу, ботағын әҙләп ҡырҡа барыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Гөлләмәне төнгөлөккә еүеш гәзиткә төрөп, ҙур биҙрәгә күсереп ҡуйығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Япон айваһы Ул – Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ғына ерләштерелгән үҫемлек. Тәпәш буйлы, сәнскеле, яҙын бик матур сәскә атҡан, йыл һайын уңыш биргән ҡыуаҡ. Тупраҡҡа ла әллә ни талапсан түгел, тик ҡышҡылыҡҡа ҡар аҫтында ҡалдырырға кәрәк. Яҡшы тәрбиәләнгән ҡыуаҡ 5–7 килограмм емеш бирә. Кәмендә өс-дүрт төп ултыртырға кәрәк, сөнки бер генә ҡыуаҡ үҙен-үҙе һеркәләндермәй. Емештәре һары, ҡатыраҡ, хуш еҫле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 691 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теге йәки был культуранан яҡшы уңыш үҫтереп алыу өсөн күрше түтәлдәрҙә нимә сәселеүе әһәмиәтле.
Мәҫәлән, ҡыяр күршеһендә картуф һәм хуш еҫле үләндәр булыуын яратмай. Киреһенсә, борсаҡ, фасоль, кәбеҫтә, помидор, әсе торма, укроп менән дуҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 780 тапҡыр // Тотош уҡырға
Редис, помидор, борос... Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ һауаға күсереп ултыртыу, тупраҡ һәм көн йылыныуға ҡарап, төрлө йәшелсә орлоҡтарын сәсеү осоро етте. Ошонан сығып, бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Редис — яҡтылыҡ яратыусан үҫемлек; күләгәле, ышыҡ урындарҙа ваҡ тамыраҙыҡтар ғына сығара. Ул — көн үҫемлеге. Көн оҙайғанда уның үҫеше тиҙләй, үҫемлектәр йылдамыраҡ һабаҡлана, ҡайһы саҡта тамыраҙыҡтары ла булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 720 тапҡыр // Тотош уҡырға
Февраль айы – емеш ағастарын һалҡындан һаҡлар мәл.
- Ҡар яуғандан һуң ботаҡтарҙы таҙартырға кәрәк. Бының өсөн һәнәк һабына иҫке-моҫҡо сепрәк урап, ҡарҙы һыпырып төшөрөгөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 664 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 16 Алға
Бит башына