“Күпләп ҡаҙ аҫрарға ине...”“Беҙҙең ауыл эргәһенән Үҙән йылғаһы аға. Ҡаҙ, өйрәк аҫрар өсөн вағыраҡ күләүектәр ҙә етерлек. Былтыр балаларға ла, үҙебеҙгә лә байтаҡ ҡына ҡаҙ үҫтерҙек. Хатта артығын һатырға ла етте. Тик ниндәй тоҡомлоларға өҫтөнлөк бирергә икәнен белмәйбеҙ. Хәҙер бит оя баҫыусы ҡаҙҙар һирәк, шуға ла бәпкәләрҙе инкубаторҙарҙан һатып алабыҙ. “Йорт-ҡура”ла ҡаҙҙарҙың төрҙәре тураһында яҙһағыҙ ине.
Бикмәтовтар.
Ҡырмыҫҡалы районы.”

Беҙҙең илдә егерменән ашыу төр ҡаҙ үҫтерәләр. Улар араһында бигерәк тә холмогор, кубан, горький, ҡытай, рейн, итальян тоҡомлолары киң таралған. Халыҡ селекцияһы алымы менән сығарылған был ҡаҙҙар итенең тәме, йомортҡаларының сифаты, уларҙы күп һалыуҙары менән айырылып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1364 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көсөгөҙҙө һәм аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙХалҡыбыҙҙың иң боронғо һөнәрҙәренең береһе — бал ҡорто үрсетеү, бал алыу бик аҙ кешеләр генә эйә булған һөнәргә әйләнде. Умарта тоторға теләүселәр бар, әлбиттә. Тик был эштең нескәлектәрен белеп еткермәгәнгәме, ә, бәлки, түҙемлек етмәүҙәндер, ҡорт аҫрай башлаған һәр кем уңышҡа өлгәшә алмай. Йә уның ҡорттары үлеп бөтә, йә туҡтауһыҙ күс айыра, һөҙөмтәлә умартанан мул уңыш алып булмай. Бөгөнгө ҡытлыҡ бәкәлгә һуҡҡан, баш ауырыуына әйләнгән бер мәлдә башҡорт халҡының боронғо һөнәрен һәммәбеҙ булмаһа ла, күбебеҙ үҙләштереү ҡамасауламаҫ ине.
Бөтә кеше лә ҡайҙалыр уҡырға инеп, умарта нескәлектәрен өйрәнә алмай. Шуға күрә мөхәрририәт, гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарын үтәп, умартасылар өсөн махсус рубрика асырға булды. Унда ҡортсолоҡ һөнәренең мөһим тип иҫәпләгән яҡтарын асыҡларға тырышырбыҙ, тәҡдимдәр еткерербеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теплица, парниктарҙы хәстәрләү ваҡыты ла килеп етте. Был осорҙа иҫкеләре йүнәтелә, яңылары эшләнә. Теплицаларға байытылған тупраҡ һалына, йылытыу өсөн тыңҡыслап тиреҫ тултырыла, пленка ҡаплар өсөн каркастар эшләнә.
Теплица быяла йәки пленка менән ябыла, батареялар аша быу, ҡайнар һыу ебәреп йылытыла. Бындай теплицаларҙа йыл әйләнәһенә помидор, ҡыяр, йәшел һуған, башҡа йәшелсә үҫтерелә. Ә инде яҙға аяҡ баҫҡас, йәшелсә үҫентеләре үҫтереү өсөн файҙаланыла.
Парник төҙөлөшө буйынса бер йәки ике яҡлы була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1027 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кемгә нисектер, әммә беҙгә эре һоро тоҡомло ҡаҙ аҫрау оҡшай. Улар аҙыҡ төрләмәй, әрһеҙ, сыҙамлы, һирәк ауырый.
Төҫкә-башҡа ла һоҡланғыс: ата ҡаҙҙың ауырлығы 8 килограмғаса, инәләре 7-гә етә. Муйыны ҡалын, көслө, суҡышы матур — һары, ҡорһағында май “тоҡсайы” бар. Февраль аҙағы, март башында тәүге йомортҡаларын һала башлайҙар. Бер инә ҡаҙ 40-тан ашыу йомортҡа һала ала. Аталаныуы, йәғни йомортҡала бәпкә булыуы ла ярайһы уҡ юғары. Йомортҡаның ҡасан һалынғанын яҙып, 6–12 градус температуралы, ҡоро, ҡараңғы урынға ҡуябыҙ. Ҡаҙ ултыра башлағас, аҫтына һалабыҙ. Ҡарап тороп, бәпкәлеләрен ҡалдырабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1037 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡсасылар йыш ҡына ашламаны теүәл миҡдарҙа тупраҡҡа индереү өсөн үлсәгес юҡлыҡҡа зарлана. Бының өсөн стаканды, аш ҡалағын файҙаланырға мөмкин.
Ҡырлы стаканға күпме ашлама һыя?
Түбәндәге таблицала ауырлыҡ грамдарҙа бирелә.
Аммиак селитраһы 160–180 Эзбиз 120
Суперфосфат 190–200 Ағас көлө 90–120
Ком: 0 // Уҡынылар: 885 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡса әлегә йоҡлай, ләкин баҡсасы түгел. Хужа кешегә эш етерлек: йәйгелеккә көрәк-тырмаһын, тәпкеһен, ботаҡ киҫеү өсөн ҡайсыһын — бөтәһен ҡарап ҡуйырға кәрәк.
Шулай уҡ минераль ашламалар әҙерләү өсөн дә ҡулай ваҡыт. Был саҡта магазиндарҙа сират әллә ни булмай, хаҡтар ҙа миҙгел ваҡытындағыса “тешләшмәй”. Тик ашламаларҙы балаларҙан алыҫыраҡ алып ҡуйыу, ҡоро, дым тартмаған урында һаҡлау мөһим.
Ашлама тигәндән, нәҡ ҡышҡы миҙгел ағас көлө йыйырға ҡулай. Юғиһә мейес, мунса мейесе аҫтын таҙартҡан һайын уны ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтар бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 909 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 Алға
Бит башына