Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән мөғжизә иһә был маҡсатты тормошҡа ашырырға мотлаҡ ярҙам итәсәк. Өҫтәүенә был ҡоролма органик ашламаны бушлай әҙерләп биреп кенә ҡалмай, баҡсалағы, эргә-тирәләге ҡый үләндәренән дә оҫта ҡотолдора. Уталған сүп ямғырға эләгеп серемәһен, насар еҫ сығарып, себен-фәлән йыймаһын йә, киреһенсә, эҫе ҡояшта янып кипмәһен өсөн үҙ ҡулдарыбыҙ менән уңайлы компостер яһай алабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нияз менән Зөһрә “баҡса”һы Башҡортостан телевидениеһында барған “Бай баҡса” тапшырыуын ҡыҙыҡһынып ҡарамаған кеше юҡтыр ул. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул халыҡ араһында киң танылыу яуланы. Ни тиһәң дә, беҙ бит ер кешеләре, тамырҙарыбыҙ тупраҡҡа береккән, уның һуты һәм ҡото менән йәшәйбеҙ. Ожмахты ла юҡҡа ғына “баҡса” тимәйҙәрҙер. Хәйер, “Ожмах баҡсаһы”ның бер мөйөшөн һәр кем үҙ биләмәһендә булдыра ала бит. Нисекме? Был турала “Бай баҡса” тапшырыуын ҡарап барғандар яҡшы белә. Ошо баҡсаны гөл-сәскәгә күмгән тылсым эйәләре Зөһрә менән Нияз МӘҺӘҘИЕВтәр бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Улар килтергән ҡаҡы, ҡымыҙлыҡты тәмләй-тәмләй, әңгәмәбеҙ йомғағы һүтелеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡоторған еләк” йәки “гонаһлы емеш” Таныш-белештәрҙән дә һораштырғыланым, үҙемдең дә тәжрибәмә таянып шуны әйтә алам: беҙҙең шарттарҙа “малиновка”, “бычье сердце”, “санька” кеүек сорттар яҡшы уңыш бирә. Йылдан-йыл “виноградный” тигән ваҡ сортты ла һайлайым. Балаларға ла оҡшай, тоҙлау-маринадлауға ла һәйбәт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матурлыҡты –  үҙ ҡулыбыҙ менән Иҫкергән йә ниндәйҙер өлөшө кителгән мискәнән сәскәләр һәм башҡа үҫемлектәр өсөн матур “кәштә” яһарға була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитен күптән алдырып уҡыйым. “Баҡса” махсус битен асыуығыҙҙы хуплап ҡабул иттем. Ни генә тимә, шул беҙҙе туйындыра. Теләгем дә бар: нисек еләк-емеш үҫтереү тураһында ғына түгел, ә иртә уңыш алып, аҡса эшләү тәжрибәһе менән дә бүлешһәгеҙ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 507 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы өлгөрөп килгән йәшелсәләр — бигерәк тә редис, сөгөлдөр, кишер, йәшел һуған, төрлө тәмләткестәр баҡсасылар баҙарында, кибет кәштәләрендә күренә лә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер эше — иң ауыры Һүҙҙе алыҫтан, бала саҡ хәтирәләренән, башлағым килә. Райондың һәр хужалығында тиерлек — йәшелсә, ә ҡайһы берҙәрендә хатта емеш-еләк баҡсаһы булды. Колхоз-совхоздар кәбеҫтә, ҡыяр, кишер, сөгөлдөрҙө күпләп үҫтерер ине. Шуғалырмы, әллә әүәл-әүәлдән башлыса малсылыҡ менән йәшәргә күнеккәнгәме, ишек алды баҡсаһына халыҡ бигүк иғтибар бирмәне. Картуфты, әлбиттә, күпләп үҫтерҙеләр, ә башҡаһын арзан ғына хаҡҡа хужалыҡтан һатып ала торғайнылар. Магнитогорск ҡалаһы ла эргәлә генә: белештәр беҙҙе емеш-еләккә “күмә”, ә үҙҙәре май, ит, йомортҡа тейәп ҡайта. Хәтеремдә, Украина яҡтарынан Рауил ауылына ҡасандыр килен булып төшкән Аксинья әбейҙе (уны бөтәһе лә Әнисә тип йөрөттө) тиргәр инеләр, йәнәһе, тотош ауылды бер үҙе кафырға әйләндергән, хәҙер рауилдар баҡса үҫтереп маташа!
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Aлмағастар гөрләп үҫә Борайҙағы “Алмағас” питомнигы тураһында күптән ишетеп беләм. Емеш ағастарының, ҡыуаҡлыҡтарҙың сифатлыһын һәм беҙҙең яҡтың ҡырыҫ тәбиғәтенә яраҡлашҡанын алырға теләүселәр тап шул тарафҡа юллана. Питомникка нигеҙ һалып, уңышлы эшләгән эшҡыуарҙар менән яҡындан танышырға булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙекеләргә  өҫтөнлөк бирәйек Алмағас, груша, абрикос, слива, виноград, ҡарағат, сейә... Йәнең теләгән үҫентенең тиҫтәләрсә төрҙәрен тәҡдим итә “Алмағас” крәҫтиән (фермер) хужалығы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
lМайҙа ағастарҙы тағы бер ҡат ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Емеш төймәләнгәс, йәнә берҙе химия препараттары менән һиптереп сығыу мөһим. Экологик яҡтан таҙа ризыҡ тураһында һөйләһәк тә, беҙҙең тәбиғәт шарттарында химик матдәләрһеҙ бер нисек тә булмай. Беҙ уны өс тапҡыр үткәрергә кәңәш итәбеҙ. Тәүгеһен ағас һәм ҡыуаҡтар бөрөләнгәс эшләргә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 474 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гүзәл баҡса – үҙенең ер участкаһы булған һәр кемдең тиерлек хыялы. Бөгөнгө көндә төрлө емеш-еләк үҫентеләре бихисап. Улар араһынан теләһә ҡайһыһын һайлап алып, үҙеңдең күңелеңә ятҡан ожмах мөйөшө булдырырға мөмкин. Ана шул матурлыҡты баҡса еләгенән тыш күҙ алдына килтереп булмай! Сөнки бигерәк тә балаларҙың күңелен тартып торған татлы һәм һутлы еләк — тәмле ризыҡ ҡына түгел, ә кеше организмына ифрат файҙалы аҙыҡ та.
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Картуф –“икенсе икмәк” Күптәребеҙ хәтерләй: бынан дүрт-биш йыл элек тотош төбәктә картуф уңмағайны. Ана шунда белдек тә инде “икенсе икмәк” тип йөрөтөлгән ғәҙәти ризығыбыҙҙың ҡәҙерен... Мысыр, Израиль, Беларусь һәм тағы ла әллә ҡайҙарҙан килтерелгән йәшелсәне ул саҡ көҙгө йәрминкәләрҙә сараһыҙҙан тоҡлап һатып алғайныҡ. Фәтүәһе булманы.
Ысынлап та, күнегелгән әйбер юҡҡа сыҡҡас ҡына ҡәҙерле. Үҙебеҙҙең ерҙә үҫкән ҡәҙимге картуфтың тәмен дә, туҡлыҡлылығын да шунда ныҡлап аңланыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңышты күктән көтөп булмай Өфө эргәһендә баҡсалар бихисап. Яҙ етеү менән биштәр аҫҡан
хаҡлы ялдағылар ҙа, зиннәтле машиналарына тейәлгән баҡсасылар ҙа ҡала ситенә ағыла. Йома көн кис һәм дүшәмбе иртән тығындар ике сәғәткә һуҙыла. Баш ҡалабыҙ эргәһендә байтаҡ баҡсасы ширҡәте бар. Уларҙы бергә туплап торған ойошма – Өфө ҡалаһының баҡсасылар союзы рәйесе Фәнил СИРАЕВ һорауҙарыбыҙға яуап бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡса эштәре ваҡыты
Ком: 0 // Уҡынылар: 795 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мул уңыштың сере ниҙә? Баҡсасылыҡ – кешенең һаулығын, именлеген тәьмин иткән ауыл хужалығы тармаҡтарының береһе. Башҡортостан бындай өлкә киң йәйелдерелгән төбәктәрҙән алыҫ урынлашҡанлыҡтан, емеш-еләккә ихтыяжды урындағы етештереүселәр ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Ошоға бәйле, республика Хөкүмәте тармаҡты үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1213 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 16 Алға
Бит башына