Ҡыҙыҡлы факттарӨс миллиардлыҡ файҙа
Пенсия тупланмаларын депозит иҫәптәренә ваҡытлыса урынлаштырыу Рәсәйҙең Пенсия фондына былтыр 2,97 миллиард һумлыҡ файҙа килтергән. “Уртаса килемлелек 10,58 процент тәшкил итте, йәғни инфляция кимәленән икеләтә юғары булды”, – тине фондтың матбуғат хеҙмәте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матурлыҡты күрә беләйек!Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылдың көҙөндә Әбйәлилдең хәҙер инде тарихта исеме генә ҡалған Буҙыҡай тигән ауылында донъяға килгәнмен. Мин тыуғанда атайым Шакирйән Фәйзуллин һуғышҡа алынған булған. Әсирлеккә эләгеүе менән бәйле, яуҙан имен ҡайтһа ла, төрлө ҡыҫымдарға түҙә алмайынса, ғүмеренең күп өлөшөн ситтә үткәреүгә мәжбүр ителде ул. Әсәйем Яңылбикә иһә сараһыҙҙан күрше ауылда яңы тормош ҡорҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пенсияң ҡәнәғәтләндерәме? Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды
“Хаҡлы ялда килеш эшләп йөрөүселәрҙең пенсияһын индексациялау мөмкинлеге тикшерелә, – тип белдерҙе Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев. – мәсьәлә ҡатмарлы түгел: бюджеттан күпме аҡса талап ителеүен иҫәпләргә лә Хөкүмәттә ҡарар сығарырға ғына кәрәк”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хеҙмәт ветераны”н нисек юлларға? Быйыл Рәсәйҙә “Хеҙмәт ветераны” исемен тапшырыуға ҡарата талаптар үҙгәргәйне. Хәҙер бындай дәрәжәгә өлгәшеү өсөн ирҙәргә – 25, ҡатындарға 20 йыллыҡ эш стажына эйә булырға кәрәк. Шулай уҡ министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ветеранлыҡ хоҡуғын алыуға нигеҙ биргән наградалар, түшкә таҡмалы билдәләр исемлеген яңынан ҡарап сығырға ҡушылды. Әйҙәгеҙ, әлеге закон буйынса һорауҙарға яуап эҙләйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 245 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ата-әсәһе билдәле булмаған етем сабыйҙарҙы социаль йәһәттән яҡлау маҡсатында дәүләт пенсия тәьминәте хаҡындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 123 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ил ҡаҙнаһында халыҡтың социаль йәһәттән мохтажлыҡ кисергән ҡатламдарына ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса етмәүе тураһында имеш-мимештең бер ниндәй нигеҙе юҡ”, – тип белдерҙе үҙәк телеканалдарға биргән интервьюһында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев.
Ком: 0 // Уҡынылар: 125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған законға ярашлы, пенсионерҙарға бер тапҡыр бирелгән аҡсалата компенсациянан физик шәхестәрҙең килеменә һалым рәүешендә 13 процент тотолоп ҡалмаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 167 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең Байымда Дәүләтҡази бабай булды. Ауылдаштарым уны мулла ҡушҡан исеме менән түгел, ә “Дәүләт” йәки “Казин” тип йөрөттө. Беҙ, малайҙар, оло хөрмәт менән “Дәүләт апа” тип атлығып торҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ, һигеҙ-ун йәштәрҙәге малайҙар, урамда уйнағанда түбәнге ос Әлипбай апа Дәүләтбаев күренһә, ҡасыу яғын ҡарай торғайныҡ. Табан ялтыратыуыбыҙҙың сәбәбе ябай: ул беҙҙе бер ваҡытта ла ситләтеп үтмәй. Эргәбеҙгә килә лә, һәр беребеҙгә һөҙөп ҡарап:
– Миңә ошондай бер малай кәрәк ине, – тип ҡотто ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 166 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда йәшәгән 400 меңдән ашыу кеше үҙенең буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөн дәүләт менән берлектә финанслау мөмкинлегенән файҙалана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 21 Алға
Бит башына


форекс - www.fxclub.org | мобильные стенды магазин. транспортные компании москвы; монтаж пожарной сигнализации в Москве