Дәрттәренә иҫең китер!

25-07-2014, 05:00 // Пенсионер // Баҫып сығарырға
Дәрттәренә иҫең китер!
Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең ветеран ойошмаларын эшлекле дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Былтыр республика­быҙ­ҙың ошо хәрәкәт вәкил­дәре Екатеринбургта булғайны, әле күршеләр­ҙең 25 кешенән торған делегацияһы беҙгә килде. Нефтекама ҡалаһында ике төбәктең ветеран ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Тәжрибә уртаҡлашыу менән бер рәттән, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды.


...Оло йәштәгеләргә күп кәрәкме ни?! “Яңауыл” тимер юл вокзалында тынлы оркестр менән тантаналы ҡаршы алыу, көндөң болотло, йонсоу булыуына ҡа­ра­­­маҫ­тан, ҡунаҡтарҙың күңе­лен һиҙе­лерлек күтәреп ебәрҙе. Улар, хужалар менән ихлас күрешеп, хәл-әхүәл һорашты. Вокзал алдында тимер юлсылар хөрмәтенә ҡуйылған тарихи паровоз янында фотоға төшкәндән һуң, ҡунаҡтар тарих-тыуған яҡты өйрәнеү му­зейында булды. Бында уларҙы Яңа­уыл районы хакимиәте баш­лығы Илшат Вәзи­ғәтов йылы тәбрикләне, ра­йондың тарихы һәм бөгөнгө хәле менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Нефтекамалағы музейҙа, библио­үҙәк­­тә булыу ҙа вете­рандарҙың ҡыҙыҡ­һыныуын арттырҙы. Компьютер тех­­но­ло­­гия­­ла­ры үҙләштерелгән “Өсөн­сө быуын университеты” эшенең яҡшы ойошторолғанын барыһы ла билдәләп үтте. Ике төбәктең ветеран ойошмалары етәксе­ләре Еңеү скверын­дағы Мәңге­лек ут монументына сәскә һалды, илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булған­дарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Кәңәшмәнең икенсе кө­нөн­дәге пленар ултырыш та бик йөкмәткеле булды. Баш­ҡорт­остандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ветерандар тура­һында хәс­тәр­лек­тең сағыу миҫа­лы булараҡ рес­­пуб­­ликала 2011 йылдан тормошҡа ашы­рылған “Өсөнсө быуын университеты” һәм “Социаль туризм” программалары ту­ра­һында ентекле һөйләне. Был саралар өлкән­дәрҙе үҙ донъя­һында ғына сикләнеп йәшәүҙән арындыра, төрлө яҡлы мөмкин­лектәрен тор­мошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Ошо өс йыл эсендә 52 мең пенсионер компьютер серҙәрен өй­рәнһә, 12 меңдән ашыу ветеран арза­ныраҡ хаҡҡа туристик путевка алған.
Нефтекама ҡалаһы хакимиә­те баш­лығы Рәшит Дәүләтов, ике төбәктең ветерандар советы рәйестәре Марат Мулла­­ғәлләмов менән Юрий Судаков һәм башҡалар ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, улар­ҙы дауалау һәм һауыҡтырыу, йәш быуынды тәр­биә­ләүҙә өлкән­дәрҙең лайыҡлы өлөшө тураһында һөйләне.
Еңеүҙең 70 йыллығы айҡан­лы үт­кәре­ләсәк саралар, әлбиттә, ҡорҙа ҡат­нашыу­сылар­ҙың иғтибар үҙәгендә бул­ды. Вете­ран ойошмаларының төрлө кимәл­дәге етәкселәре билдә­ләүенсә, һөйләшеү барыһы өсөн дә бик файҙалы. Кәңәш­мәлә ҡатнашыусылар Башҡорт­остан­да һәм Свердловск өлкә­һендә йәшәүселәргә мөрәжәғәт ҡабул итте һәм төрлө кимәл­дәге власть органдарын, йәмәғәт­селекте, тәү сиратта йәштәрҙе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау өсөн бар тырыш­лыҡты һалырға саҡырҙы.
Бөтөн илгә билдәле Нефтекама автозаводына ойош­торол­ған экскурсия­ла, Крас­нокама районы үҙәге Ни­ко­ло-Бере­зовка ауылындағы Никола ҡорамында булғандан һуң ветеран ойошмалары етәкселәре, аралашыуҙан дәрт һәм дарман алып, яңы йүнәлештәр асыҡлап, үҙ төбәк­тәренә юлланды.