Ундайҙар бик һирәк

2-10-2015, 01:06 // Пенсионер // Баҫып сығарырға
Ундайҙар бик һирәк Ер йөҙөндә шундай кешеләр була: улар менән һөйләшкәндән һуң күңелдә ниндәйҙер еңеллек тояһың, донъяға ҡараш үҙгәрә. Ундайҙар башҡаларға файҙам күберәк тейһен тип тырыша, был турала артыҡ ҡысҡырып та бармай үҙҙәре, юҡ-барға зарланмайынса ғына йәшәй бирәләр.
Шундай кешеләрҙең береһе — Алайғыр ауылында йәшәүсе Әхмәт Кинйәбай улы Абдрахманов. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгәс, донъяның әсе-сөсөһөн үҙ иңендә татыған ул. Бар ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған. Ҡайҙа эшләһә лә, һәр саҡ бурысына яуап­лы ҡарауы арҡаһында исеме почет таҡтаһынан төшмәгән. Бик күп премияға, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына, Ленин орденына, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған Әхмәт ағай.
Күрше Яңы Бәпес ауылы ҡыҙы Орҡояны осратып, сәстәрен сәскә бәйләгәндәр. 41 йыл бер-береһен ихтирам итеп, матур ғүмер кисерҙеләр, дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Үҙҙәренә оҡшап балалары ла тәрбиәле, эшһөйәр булып үҫте. Әле улар бөтәһе лә тормошта үҙ урынын тапҡан.
Әхмәт ағай ауылдаштарының шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлаша белә. Йылы һүҙен дә йәлләмәй, шелтәһен дә белдерә. Уның аҡыллы кәңәштәренә йәштәр генә түгел, ололар ҙа мохтаж. Ауылдаштарының күпләп ситкә китеүенә борсола уҙаман. Улар осрашып бер күрешһен, һағыныу­ҙарын баҫһын өсөн “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдарын үт­кә­рергә ярҙам итә.
Ауыр сирҙән һуң тормош иптәше Орҡоя апай вафат булғас, Әхмәт ағай ҡәҙерле кешеһе иҫтәлегенә ауылда мәсет төҙөргә ҡарар итте. Йоҡоһоҙ төндәр, ал-ял белмәй эшләү бушҡа китмәне. Ниһайәт, Алайғыр ауылында иман йорто ҡалҡып сыҡты. Уға “Орҡоя мәсете” тигән исем бирелде. Әле йәше лә, ҡарты ла шунда йөрөй.
— Ҡайһы бер йәштәрҙең эскелек һаҙлығына бата барыуы күңелемде ҡыра. Иманға ҡайтыу ғына ҡотҡарыр беҙҙең халыҡты, — ти Әхмәт ағай.
Алайғыр ауылында бер нисә ауылды хеҙмәтләндергән дауахана ябылғас, уны яңынан астырыуҙы юллап йөрөгән кешеләрҙең береһе Әхмәт Кинйәбай улы ине. Ғөмүмән, уның ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрлөк түгел. Уҙаман үҙ теләге менән инде нисәнсе йыл кешеләрҙең һуңғы төйәген — зыяратты — тәртиптә тота. “Орҡоям да шунда ята бит”, — ти. Үҙ эшен ҡабартып күрһәтмәй генә кешеләргә изгелек ҡылып, асыҡ йөҙ менән донъя йөгөн тарта ул. Иман нурҙарын сәсеп, оҙаҡ йылдар һау-сәләмәт йәшә, Әхмәт ағай!