Етмеш ете йәшлек умартасы

25-07-2017, 01:57 // Пенсионер, Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
Етмеш ете йәшлек умартасы Зәйтүнә Әминева, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөн ташламай. Ҡасандыр ҡортсолоҡҡа осраҡлы килеп юлыҡһа ла, ғүмер буйы шуға тоғро ҡалып, күңеленә ҡыуаныс алып, кәсебен улдарына тапшырһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай.

Тормош иптәше Вәкил менән колхоз умартаһын ҡараған осорҙо һағынып хәтергә ала. “Колхозға рәйес булып Фрунзе Исрафилов килгәс, беҙҙе контораға саҡырып, колхоздың ҡортон ҡарарға ҡушты. Ул ваҡытта 100-ҙән ашыу умарта тоттоҡ, анау Оло Тәбей йылғаһы буйында ҡуна ятыр инек. Көн һайын таң менән һәм кис ауылға йәйәүләп ҡайтып, һыйырҙарҙы һауып, малдарҙы ҡарап китер инем. Әле уйлап ҡуям да аптырайым, балам, нисек арылмаған, барыһына ла өлгөрөлгән, ти геройым.
Эйе, ул мәлдәрҙе һағынып ҡына иҫкә алырлыҡ шул. Бөгөн гөрләп торған колхоз да, йөҙләгән баш умарта ла юҡ. Колхоз бөтһә лә, яратҡан шөғөлдәрен ташламай Әминевтәр.
– Умартанан өҙөлмәнек, өҫтәлемдән бер ваҡытта ла бал төшмәй. Бабайым вафат булғас, ҡорттарҙы хәҙер улдарым ҡарай. Уларға күҙ-ҡолаҡ булып, өйрәтеп йөрөйөм. Быйыл бал ҡорттары өсөн йыл ауыр булмаҡсы, һаман үҙҙәренә кәрәкле бал йыя алмай интегә. Йә көнө юҡ, йылынмай ҙа. Шулай ҙа яҡшыға өмөтләнәбеҙ, балһыҙ ултырған ваҡыт юҡ та, артабан нисек булыр, – ти тәжрибәле умартасы инәй.
Атайҙарының шөғөлөн үҙ иткән Вәхит менән Вәсил улдарының етмештән ашыу умартаһы бар. Уларҙың үҙҙәренә лә бал ҡорттары кеүек тырышып эшләргә тура килә, шунһыҙ мөмкин түгел. Шифалы балды һатып алырға теләүселәр күп, уны хатта баҙарға сығарырға ла кәрәкмәй, клиенттар үҙҙәре эҙләп таба. Тик быйыл ғына бал ҡорттары етәрлек бал йыя алһын ине...