Иҫән саҡта ҡәҙерҙәрен беләйек

29-09-2017, 00:11 // Пенсионер // Баҫып сығарырға
Ғүмерҙе юҡҡа ғына аҡҡан һыу менән тиңләмәйҙәр: бер генә көндө лә, бер генә минутты ла, хатта секундты ла туҡтатыу мөмкин түгел... Миллиондарса кешеләр тарафынан дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп алынған Бөйөк Еңеү таңы ла беҙҙән алыҫайғандан-алыҫая бара. Был шатлыҡлы осорҙа тыуғандарға инде – 72, ә шул көндө үҙ ҡаны, үҙ ғүмере менән яҡынайтҡандарға кәмендә 90 йәш! Тиҙҙән билдәләнәсәк Оло йәштәгеләр көнөндә ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы тағы иҫкә төшөрөргә, йәштәргә өлгө булырлыҡ фәһемле яҙмыштар хаҡында бәйән итергә булдыҡ.

Күгәрсен ерендә ҡанат нығытҡан 13 мең 218 аҫыл ир-егет һәм ҡыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған ил һағына баҫа, әлеге көндә иһә утты-һыуҙы кискән яугирҙәрҙең бармаҡ менән һанарлығы ғына иҫән...
Ураҡай ауылы дәһшәтле яуға имәндәй ныҡ, бөркөттәй сая 44 егетен оҙатҡан, шуларҙың 18-енә генә тыуған тупрағына ҡайтып аяҡ баҫырға насип була. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә клуб алдына ҡуйылған обелисктағы исемлектә бер иш фамилиялар байтаҡ, тимәк, бер нәҫелдән нисәмә егет яуға киткән!
Йылдар бер кемде лә аямай, кисәге һалдаттар ҙа берәм-һәрәм мәңгелеккә китеп тора. Бәхеткә күрә, йәшлектәрен һуғыш яландарында ҡалдырған ике яугир – Сабир һәм Сәғәҙәт Ниязғоловтар әле лә имен-һау, йәштәргә өлгө булырлыҡ матур тормош юлы үтеп, яҡындары янында тыныс ҡартлыҡ кисерә.
Сабир Хәйбулла улы Ниязғолов 1925 йылдың июлендә донъяға килгән. Һуғыштың тәүге йылдарынан уҡ барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә күтәргән үҫмерҙәрҙең береһе була ул. 1943 йылдың башында Ҡыҙыл Армия сафына баҫҡан. Тәүге айҙарҙа Ырымбур өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән, аҙаҡ маршал Малиновский етәкселек иткән икенсе Украина фронтына – мотоуҡсылар часына оҙатылған. 1943 йылдың 1 сентябрендә Полтава эргәһендәге Кременчуг ҡалаһы янында фашистар менән тәүге бәрелешкә ингән Ураҡай егете. Украина, Молдавия, Венгрия, Румыния, Бессарабия, Чехословакия ерҙәрен илбаҫарҙарҙан азат итеү өсөн алышҡан. Бөйөк Еңеү таңын ул Чехословакияла ҡаршылаған. Һуғыш­тан һуңғы емереклектәрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡан өлкән сержант тыуған яғына 1946 йылдың 6 ноябрендә генә ҡайтып төшкән. Сабир Хәйбулла улының күкрәген Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы һәм башҡа юғары наградалар биҙәй.
1927 йылдың мартында донъяға килгән Сәғәҙәт Ишдәүләт улы Ниязғолов иһә фронтҡа 1944 йылдың декабрендә алынған. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң йәш һалдаттарҙы башта Воронеж йүнәлешенә, аҙаҡ сиктәрҙе һаҡлау һәм нығытыу өсөн Алыҫ Көнсығышҡа оҙаталар.
Сәғәҙәт Ишдәүләт улы Владивосток ҡалаһындағы авиамеханиктар курсына йүнәлтелгән. Совет-япон һуғышында һалдат Байкал аръяғы фронтына ингән авиация полкында, Як-9 самолет-истребителдә авиамеханик була. Хәл иткес алыштарҙың береһендә уның башына снаряд ярсығы тейә, Нагахама ҡалаһында госпиталдә дауалана. Һуғыш тамамланғандан һуң 1952 йылға тиклем Сахалин өлкәһенең Корсаков ҡалаһында авиамеханик булып эшләгән.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ватан һуғышы ордены, Жуков, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдарына һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған. Һуғыштан һуң тракторист-машинист һөнәрен үҙләштергән һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы туған хужалығында тир түккән.
Мәләүез ҡалаһында ейәне һәм килене янында ҡыш үткәргән Сәғәҙәт Ишдәүләт улы ҡар ирей башлау менән тыуған ауылына ҡайта. “Уның ауылда булыуы үҙе бер йәм, ҡунаҡҡа китһә лә юҡһынып бер булабыҙ”, – ти уның ауылдаштары.
Ауыл йәме, ауыл ҡото булып тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын оло йәштәге аҡһаҡалдарыбыҙға. Һуғыш­тың аяуһыҙлығын үҙ күҙҙәре менән күргән олатайҙарыбыҙҙың йәштәргә теләге бер: миллиондарса ҡорбан­дарҙың ҡаны һәм тол ҡатындарҙың, улдарын юғалтҡан әсәләрҙең, етем ҡалған сабыйҙарҙың күҙ йәштәре менән яуланған тыныслыҡтың ҡәҙерен белеү зарур.

Күгәрсен районы.