Ҡартлыҡтың да үҙ йәме бар...

29-09-2017, 00:11 // Пенсионер // Баҫып сығарырға
Ҡартлыҡтың да үҙ йәме бар... Йәшәүҙән йәм таба тиҙәр, ғәҙәттә, уның кеүектәр хаҡында. Йәшәүҙән генә түгел, хеҙмәттән йәм, тәм табып ғүмер иткән, тип өҫтәр инек беҙ Ҡаран ауылында ғүмер итеүсе Ғәлиә апай Дилмөхәмәтова тураһында.

Сапыҡ ауылы ҡыҙы үҫмер йылдарында кран тиклем кранды “ауыҙлыҡлармын” тип башына ла килтермәй. Һөнәр алыр мәл етеп, медицина тикшереүе үтеп йөрөгәндә, бер таныш ҡыҙ, Салауат һөнәрселек училищеһында крансыға уҡыталар икән, тигән хәбәр еткерә. Быға тиклем кранды бер тапҡыр ҙа күргәне булмаһа ла, кис уҡырға булғас, бик уңайлы икән, тигән уй менән Ғәлиә документтарын шул уҡыу йортона тапшыра.
...Ғүмере буйы бер урында – Салауат тимер-бетон заводында эшләп, башня, күпер, козловой крандарҙа сәнәғәт биналары, фермалар, күп ҡатлы йорттар, күперҙәр кеүек халыҡ өсөн мөһим объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнашҡан ул. Мәскәүҙән килгән ҙур ғына бер түрә 15 тонналыҡ ауырлыҡтағы йөктө “ыһ” та итмәй кәрәкле урынға урынлаштырған крансының ҡатын кеше икәнлеген белгәс, аптырауҙан хатта йығылып китә яҙған. “Башҡорт ҡыҙҙары бына ниндәй була икән!” – тигән ул, һоҡланыуҙан таң ҡалып.
Әйткәндәй, кесе улы Ришат (уның бер түгел, өс улы бар) әсәһе юлын дауам итеп, автокрансы һөнәрен үҙләштергән, әлеге көндә Себерҙә эшләп йөрөй. Ҙур улы иһә әсәһенә машина бүләк итеп ҡыуандырған, хәҙер Ғәлиә апай дүрт ейән-ейәнсәренең ҡунаҡҡа килгәндәрен көтөп ултырмай, уларҙы һағына башлау менән “Daewoo Matiz”ында елдереп, үҙе ҡунаҡҡа барып килә.
Тынғыһыҙ кеше тынғыһыҙ инде: хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡалала дүрт стенаға ҡарап ятырға теләмәгән һәм тормош иптәше Ихсан ағай Садиҡов менән Ҡаран ауылынан йорт һатып алып, күсеп ҡайтҡан. Тәүге йылдарҙа ат, һыйыр, һарыҡ малын күпләп аҫрағандар, быйыл иһә аҙыраҡ ял итәйек тип, ике баш һыйыр, тана, быҙау ғына ҡалдырғандар.
Ғәлиә апай йәшелсә-емеш үҫтереүгә лә маһир, уның баҡсаһындағы ҡауын-ҡарбуздарҙы күреп, беҙҙең районда ла шундай уңыш алып була икән, тип аптыраныҡ.
Етенсе тиҫтәне ваҡлағанда ла геүләтеп машина йөрөткән, көндәлек мәшәҡәттәрҙән йәм табып йәшәгән ханымдың “ҡартлыҡтың да үҙ йәме бар” тигән һүҙҙәре буш һүҙ түгел.