Хаҡлы ялға ваҡытынан алда сыҡҡың килһә...

26-12-2017, 00:03 // Пенсионер // Баҫып сығарырға
Йыл һайын Башҡортостандағы медицина хеҙмәткәрҙәренә ваҡытынан алда 700-ҙән ашыу страховка пенсияһы тәғәйенләнә. Бындай хоҡуҡҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында дауалау һәм ошо өлкәләге бүтән төрлө эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған кешеләр эйә.

Страховка пенсияһын ваҡытынан алда алыу өсөн ауыл ерендә йәки ҡала тибындағы ҡасабаларҙа – кәмендә 25, ҡалала кәмендә 30 йыл эшләргә кәрәк. Пенсияға сыҡҡан мәлдә медицина хеҙмәткәрҙәре, стаждан тыш, 2016 йылда туғыҙ пенсия балына эйә булырға һәм был күрһәткес, йыл һайын артып, 2025 йылға 30 балға етергә тейеш.
Медицина эшмәкәрлеге менән шөғөл­ләнгәндәрҙең пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы һаулыҡ һаҡлау учрежде­ниеһына, биләгән вазифаһына бәйле. Әйткәндәй, тейешле вазифалар һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары исемлеге Рәсәй Хөкүмәтенең 2002 йылдың 29 октябрендәге 781-се ҡарары менән раҫланған.
Тағы ла бер мөһим үҙенсәлек: 1999 йылдың 1 ноябренән башлап хеҙмәт тулы эш көнөндә (тулы ставкала) башҡарылырға тейеш. Стажды иҫәпләү календарь тәрти­бендә тормошҡа ашырыла. Хөкүмәттең ошо уҡ ҡарары менән раҫланған ҡағиҙәләрҙә стажды иҫәпләүҙә ташлама биргән осраҡтар билдәләнә. Мәҫәлән, ҡалала, ауылда йәки ҡасабала дауалау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, йәғни “ҡатнаш эш стажы”на эйә булған кешеләр өсөн бер йыл йыл да өс айға тиң. Хирургия, анестезиология-реанимация, реанимация һәм интенсив терапия, патолого-анатомия, суд-медицина экспер­тизаһы бюроһы бүлектәре хеҙмәткәрҙәренең бер йыллыҡ эшмәкәрлеге бер йыл да алты ай тип иҫәпләнә. Әгәр операциялар яһаған табип-хирург ауыл дауаханаһындағы хирургия бүлегендә эшләһә һәм пенсия уға “ҡатнаш стаж” тәртибендә тәғәйенләнһә, бер йыллыҡ эш осоро бер йыл да туғыҙ ай булараҡ махсус стажға индерелә.
Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле 19 927 кеше “медицина хеҙмәткәрҙәре” категорияһы буйынса пенсияны ваҡытынан алда ала.