Инвалидты алдаһаң...

16-01-2018, 00:03 // Пенсионер // Баҫып сығарырға
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы “Роспотребнадзор” менән берлектә тауар һатҡанда, хеҙмәт күрһәткәндә инвалидтарҙы, пенсионерҙарҙы һәм бәлиғ булмаған балаларҙы алдаған өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә тәҡдим итә.

Федерация Советы вице-спикеры Галина Карелова әйтеүенсә, яңы закон проекты тәү сиратта әхлаҡи нормаларҙы нығытыуға йүнәлтелә. “Үҙеңдән көсһөҙҙәрҙе һәм яҡлаусыһыҙҙарҙы файҙаланып байыҡма, уларҙы алдама, рәнйетмә. Ошо нормаларҙы боҙған өсөн хөкөмгә тарттырасаҡтар. Минеңсә, был ғәҙел сара”, – тигән өҙөк килтерә сенаторҙың сығышынан юғары палатаның матбуғат хеҙмәте.
ТАСС мәғлүмәттәренә ярашлы, закон проектында граждандарҙың социаль йәһәттән аҙ яҡланған категорияларын (инвалидтарҙы, пенсионерҙарҙы, балаларҙы) махсус яҡлау саралары һәм уларҙы боҙған өсөн админис­тратив яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала. Атап әйткәндә, социаль хеҙмәттән файҙа­ла­ныусылар мәнфәғәтендә төп ҡулланыу­сылар хоҡуҡиәтен ғәмәлгә индерергә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, инвалидтарға үткәрелгән реабилитация сифатһыҙ булған осраҡта улар әхлаҡи зыянды ҡаплауҙы талап итә ала. Был талап ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡәнәғәтлән­дерелергә тейеш. Шулай уҡ сәләмәтлегенә, йәшенә йәки матди хәленә бәйле граждан менән һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөүҙән, уға эш башҡарыуҙан йәки хеҙмәт күрһәтеүҙән баш тартыуҙы тыйыу күҙаллана.
Закон проекты инвалидты, өлкәндәрҙе, бәлиғ булмаған балаларҙы алдаған, шулай уҡ уларҙың һатылған тауар (күрһәтелгән хеҙмәт) тураһында дөрөҫ һәм тулы мәғлүмәт алыуға хоҡуғын боҙған, килешеүгә ошондай ҡулланыусыларҙың хоҡуғын сикләгән шарттарҙы индергән һәм уларға ташлама бирмәгән өсөн һатыусының, эш башҡа­рыусының административ яуаплылығын билдәләй. Шул уҡ ваҡытта һаулығында кәмселектәре булған кешеләр, мәҫәлән, насар ишеткән һәм насар күргән граждандар, тауар йәки хеҙмәт тураһындағы мәғлүмәткә үҙҙәре өсөн ҡулай шарттарҙа һәм өҫтәмә хаҡ түләмәйенсә эйә булырға тейеш.
ТАСС хәбәр итеүенсә, әле закон проектының тексы бүтән башҡарма власть органдары менән яраштырыуға әҙерләнә. Документ буйынса фекер алышыуҙар бара, административ яуаплылыҡ саралары ниндәй буласағы әлегә билдәһеҙ. Башлыса, ойошмаларға штраф һалыу хаҡында һүҙ баралыр, моғайын.