Ташламаны беләһеңме, пенсионер?

16-01-2018, 00:03 // Пенсионер // Баҫып сығарырға
Хаҡлы ялдағы кешегә, килем кимәле йәшәү минимумынан түбәнерәк йәки һаулығы насар булһа, ташлама бирелә. Әммә теге йәки был льготаға эйә булыу өсөн башҡа нигеҙҙәр ҙә бар.


Ташламаларға кемдәр хоҡуҡлы?

Дәғүәселәр исемлеге:
lматди тәьминәт кимәле түбән булған граждандарға төрлө льготалар бирелә. Был төркөмдө ҡарағанда, йәшәү минимумы кимәле иҫәпкә алына;
l70-80 йәше тулғандар һәм унан да өлкәнерәктәр;
lһàóëûғûíà өҫòәìә ôèíàíñ ñûғûìы талап ителгән кешеләр, мәҫәлән, ҡаты сирлеләр;
lÝñêå ýøòәð, Ғәҙәòòәí òûø õәëäәð ìèíèñòðëûҡòàðûíûң ýëåêêå õåҙìәò­êәðҙәðå, ÿíғûí һүíäåðåүñåëәð, õәðáè õәðәêәò âåòåðàíäàðû, äәүëәò õåҙìә­òåíåң áàøҡà өëêәëәðåíäә ýøëәãәíäәð.

Социаль ташламалар

Социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн күсерелгән аҡсаны файҙаланып ҡына ҡалмайҙар, муниципаль власть органдары аша туранан-тура кәрәкле тауарҙар тапшыралар, хеҙмәт күрһәтәләр. Бындай программаларҙы бер нисә төргә бүлергә мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ташлама. Был өлкәләге льготалар Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексы менән көйләнә. Кодексҡа ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымы килемдәрҙең билдәләнгән өлөшөнән (18%) артығыраҡ булған кешеләр төбәк кимәлендә аҡсалата субсидия алыуға хоҡуҡлы. Пенсионерҙарҙың айырым категорияларына (ветерандарға, инвалидтарға) 50 процент ташлама бирелә. СССР һәм Рәсәй Геройҙары коммуналь сығымдарҙы тулыһынса ҡаплауға дәғүә итә ала.
Капиталь ремонтҡа ташлама. Рәсәй Торлаҡ кодексының 169-сы статьяһына ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа милке булған граждандар ай һайын капиталь ремонтҡа аҡса күсерергә тейеш. Ошо уҡ закон буйынса 70 йәше тулған яңғыҙ йәшәгән кешеләр 50 процент ташламаға иҫәп тота ала. 80 йәше тулғандар бындай түләүҙән тулыһынса азат ителә.
Түләүһеҙ юл йөрөү. 2017 йылда Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн ҡала эсендәге йәмәғәт транспортында ғына юл йөрөүгә ташлама бирелде. Ҡала-ара маршруттарҙа иһә льгота булыу-булмауын социаль яҡлау бүлексәһендә асыҡларға мөмкин.
Юл йөрөүгә сығымды ҡаплау. Компенсацияның был төрө илебеҙ Хөкүмәтенең 2005 йылдың 1 апре­лендәге (2016 йылдың 8 декабрендәге редакцияла) 176-сы ҡарары менән билдәләнә. Документҡа ярашлы, Алыҫ Төньяҡта йәки уға тиңләштерелгән төбәктәрҙә йәшәгән кешеләр ял итергә барғанда ике йылға бер тапҡыр юл йөрөүгә компенсация алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай ташламаға шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр ҙә иҫәп тота ала, тик был осраҡта улар ҡала-ара маршрутта юл йөрөүгә социаль ярҙамдан баш тартырға, инвалид, ветеран йәки блокадник булырға тейеш.
Адреслы ярҙам. Социаль ярҙамдың был төрө аҙ тәьмин ителгән йәки килеме йәшәү минимумынан түбән тип танылған яңғыҙҙарға күрһәтелә.
Дарыуҙар буйынса ташлама. Бындай льготаға хоҡуҡлы кешеләр исемлеге Рәсәй Социаль үҫеш министр­лығының 2004 йылдың 29 декабрендәге 328-се фарманына 1-се ҡушымтала бирелә. Медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә пациентҡа медицина картаһы асыла. Ошо карта, шулай уҡ шәхесте раҫлаған башҡа документ нигеҙендә кәрәкле дарыу уға ташлама менән бирелә.
Һалым ташламалары. Башҡортос­танда пенсионерҙарҙың дәүләт һалым ташламалары дөйөм федераль һәм урындағы, төбәк кимәлендәге положениелар менән көйләнә.
Транспорт һалымы. Бындай ташлама 2002 йылдың 27 ноябрендәге (2015 йылдың 25 декабрендәге редакцияла) 365-се Башҡортостан Законына ярашлы билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хеҙмәт ветерандары, дәүләт һәм хәрби хеҙмәт ветерандары транспорт һалымы түләүҙән тулыһынса азат ителә (бер транспорт сараһына).
Ер һалымы – урындағы һалым төрҙәренең береһе. Ул һәр төбәктә айырым, ерҙең кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнә. Ер һалымы түләүҙән бушатылған кешеләр исемлеге Рәсәй Һалым кодексының 395-се статьяһы менән көйләнә. Был нормаға ярашлы, Төньяҡтың, Алыҫ Көнсығыштың һәм Себерҙең төп халҡы вәкилдәре сәнәғәт һәм хужалыҡ эшмәкәрлегендә файҙаланылған ер өсөн һалым түләргә тейеш түгел. Ер һалымын 10 000 һумға кәмерәк түләү хоҡуғына эйә булған кешеләр категорияһы ла бар. Улар – СССР һәм Рәсәй Геройҙары, бала саҡтан инвалидтар, I һәм II төркөм инвалидтары һәм башҡалар.
Мөлкәткә пошлина. Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 407-се статьяһы нигеҙендә 60 йәшкә еткән ирҙәр һәм 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар тик бер күсемһеҙ милек объектына һалым түләүҙән азат ителә. Шул уҡ ваҡытта был объект коммерция өлкәһендә файҙаланылмаҫҡа тейеш.
Физик берәмектәрҙең килеменә һалым. Һалым кодексының 217-се статьяһы пенсионерҙарҙы килемгә һа­лым түләүҙән бушата. Был ҡағиҙә бөтә пенсия тәьминәтенә, шулай уҡ хаҡлы ялдағы кешене балалары ҡараһа, алимент түләүҙәренә лә ҡағыла.

Ташламаны рәсмиләштереү тәртибе

Ташламаларға эйә булыуҙағы һәм рәсмиләштереүҙәге айырмалар дәғүәсенең категорияһына, проект өсөн яуаплы дәүләт органына бәйле. Социаль льготаларҙы социаль яҡлау бүлексәһендә, һалым ташламалары иһә һалым комитетында рәсмиләш­терелә. Пенсия тәьминәтендәге мәсьәләләрҙе Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәләре көйләй. Хеҙмәт 10 – 30 көн эсендә күрһәтелә. Пенсияға өҫтәмә түләүҙе киләһе айҙың тәүге көнөнән ала башларға мөмкин.

Ташламаларҙы рәсмиләштереү өсөн ғариза, паспорт, пенсия таныҡлығын, ИНН, милеккә таныҡлыҡ (мөлкәткә ташламаны рәсмиләштергәндә), килем тураһында белешмә ҡағыҙы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә бурыстың булмауы тураһында белешмә ҡағыҙы, ташламаға хоҡуҡты раҫлаған башҡа документтар тапшырыла.