Урамда ҡалырға яҙмаһын...

16-01-2018, 00:03 // Пенсионер // Баҫып сығарырға
Воронежда был ваҡиға буйынса әле булһа тикшереү бара. Пенсионер ҡатын Мурманск өлкәһендә ваҡытлыса йәшәгән осорҙа Воронеждағы йортонан “ҡолаҡ ҡаҡҡан”. Йортто ере менән бергә ике тапҡыр һатып өлгөргәндәр. “Росреестр”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Елена Перегудова бындай хәлдәрҙең сәбәбе һәм мөлкәтте алдаҡсыларҙан һаҡлау саралары тураһында һөйләй.

Алдайҙар тип уйламаҫһың

Зыян күргән ҡатын Рылеев урамындағы йортта 1990 – 2011 йылдарҙа йәшәгән. Һуңыраҡ ул биш йылға Мончегорскиға китә. Воронеждағы йортта улы тороп ҡала. 2016 йылдың июнендә ул вафат була. Шул арала ике ир милеккә (йортҡа) хоҡуҡты теркәү өсөн “Росреестр”ға мөрәжәғәт итә. Береһенә, имеш, Төньяҡта йәшәгән хужабикә мөлкәтен файҙаланыуҙы ышанып тапшырған, икенсеһе иһә йортто һатып алырға ниәтләй. Ошо рәүешле йорт 1,5 миллион һумға А.А. Сотниковҡа күсә. Әлбиттә, был турала бер нәмә лә белмәгән ҡатын аҡсаның тинен дә күрмәй. Тиҙҙән Сотников “дача амнистияһы” буйынса ергә хоҡуғын теркәй һәм октябрҙә күсемһеҙ милекте 7,5 миллион һумға һатып та ебәрә. Яңы хужа бының өсөн ипотека ала. Күп тә үтмәй 80 йәшлек хужабикә ҡайтып төшә...
Прокуратураға мөрәжәғәт иткәс, 2014 йылда бирелгән ышаныс ҡағыҙының ялған икәнлеге асыҡлана. Ҡатын 2011 йылдан Воронежға ҡайтмаған һәм бер ниндәй ҙә юридик документ тултырмаған. Шул уҡ ваҡытта паспортын да юғалтмаған.
– Документтағы герблы мисәттең ялған булыуы, аныҡ нотариустың уны раҫламауы, тейешле реестрға яҙма индерелмәүе асыҡланды. Әммә һатып алыу-һатыу килешеүе менән бергә беҙгә тәҡдим ителгән ышаныс ҡағыҙы закон талаптарына ярашлы тултырылған. Йәғни ялған документ ярайһы уҡ сифатлы эшләнгән, – тине Елена Перегудова. – Хатта дәүләт теркәүсеһендә лә уның дөрөҫлөгөндә шик тыумаған.
Тикшереү йомғаҡтары буйынса полиция енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әле тикшереү бара.

Хужа өйҙә юҡта

Күп функциялы үҙәк йәки Кадастр палатаһы бүлексәләренә күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡтың күсеүе, туҡтауы йәки сикләнеүе милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш дәүләт теркәүе үтә алмауы хаҡында ғариза тапшырылһа, күңелһеҙ хәлдәр ҙә булмаҫ ине. Бындай осраҡта Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына махсус яҙма индерелә һәм мөлкәткә бәйле барлыҡ ғәмәлдәр тыйыла. Хужанан тыш, башҡа кеше мөлкәтте файҙаланыу тураһында документ тапшыра икән, улар тикшереүгә ҡабул ителмәй, кире ҡайтарыла. Йәғни йортто йәки ерҙе хатта ысын ышаныс ҡағыҙы буйынса ла һатып булмай.
Ғариза тапшырғанда күсемһеҙ милек объектының ҡайҙа урынлашыуы мөһим түгел. Воронеждағы мөлкәтегеҙҙе бүтәндәр тарафынан файҙаланыуҙы Камчаткала йәшәп тә тыя алаһығыҙ.
– Ғариза тураһындағы мәғлүмәт берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелә. Ул милексенең талабы буйынса йәки хужа (уның законлы вәкиле) милеккә бәйле алыш-биреш килешеүе төҙөһә, йә иһә суд ҡарары нигеҙендә ғәмәлдән сығарыла. Хоҡу­ғыңды яҡлау йәһәтенән ошондай ҙа һөҙөмтәле, бер үк ваҡытта ябай ҙа сара юҡтыр, – тине “Росреестр” идаралығы етәксеһе.

Һеҙ – һатып алыусы

Милекте һатып алған кеше лә иғтибарлы булырға тейеш. Объект һай­лағанда, уны Интернет селтәрендәге асыҡ кадастр картаһында табыу зарур. Ошо рәүешле милек кимәлен, объект­тың сиктәрен, ерҙе файҙаланыуға рөхсәт төрөн тиҙ һәм түләүһеҙ белергә мөмкин. Бәлки, күңелегеҙгә хуш килгән ерҙе һыу баҫалыр йәки ул мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһында урынлашҡандыр. Был осраҡта төҙөлөштә билдәле бер сикләүҙәр буласаҡ.
– Асыҡ кадастр картаһы – белешмәләр сервисы. Ундағы мәғлүмәт дөрөҫ, әммә рәсми документ түгел. Белешмәне шулай уҡ “Росреестр” порталындағы (www.rosreestr.ru) “Күсемһеҙ милек объекттары буйынса online тәртибендәге белешмә мәғлүмәттәр” түләүһеҙ сервисы аша алырға була. Бының өсөн мөлкәттең кадастр номерын, шартлы номерын йәки адресын яҙыу етә, – тине Елена Перегудова.
Тағы ла бер алым – килешеү төҙөгәнгә тиклем Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек объекты реестрынан объект тураһында өҙөмтә алыу. Документта күсемһеҙ милек объекты тураһында рәсми мәғлүмәт күрһәтелә, вазифалы кешенең ҡултамғаһы һәм органдың мисәте ҡуйыла. Был һатып алыусылар өсөн генә түгел, шулай уҡ һатыусылар, мөлкәтте бүләккә йәки мираҫҡа биреүселәр өсөн дә бик мөһим. Объектҡа арест һалынмауына, залогка бирелмәүенә, сикләүҙәр булмауына, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн алынмауына инанырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта башҡа берәүҙең суд аша был мөлкәткә хоҡуҡтарын юллауы йәки теркәлгән хоҡуҡҡа дәғүә белдереүе ихтимал. Запросты электрон рәүештә йәки почта аша ебәрергә, күп функциялы үҙәк йәки Кадастр палатаһы хеҙмәткәренә шәхсән тапшырырға кәрәк. Өҙөмтәлә объект һәм уға хоҡуҡ тураһында төп мәғлүмәттәр күрһәте­ләсәк. Документ Кадастр палатаһы хеҙмәткәренең ҡултамғаһы һәм мисәте менән раҫлана (һорауҙы Интернет аша ебәрһәгеҙ, документ электрон һанлы ҡултамға менән ебәреләсәк).
Әгәр һеҙгә объектты ышаныс ҡағыҙы буйынса һатһалар, уны Федераль нотариаль палата сайтындағы махсус сервис аша тикшерергә кәрәк. Һеҙгә тәҡдим ителгән документтың нотариус тарафынан раҫланыуын, унан һуң был ышаныс ҡағыҙының рәсми ғәмәлдән сығарылмауын бушлай йәһәт кенә белергә мөмкин.

“Амнистия” сикһеҙме?

Һуңғы тиҫтә йылда халыҡтың күпселеге ергә һәм йортҡа хоҡуғын “дача амнистияһы” законы буйынса теркәне. Шул уҡ ваҡытта объекттар кадастр иҫәбенә межа һалмайынса ҡуйылды. Әммә тиҙҙән участкаларҙың координаталарын билдәләргә, майҙанын асыҡларға тура киләсәк.
– Әле эшләнгән закон проекты ер участкаһын сиктәре хаҡында мәғлүмәт булған осраҡта ғына кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм уға хоҡуҡты теркәү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Был осраҡта “дача амнистияһы” буйынса иҫәпкә ҡуйылған участканы межаһыҙ файҙаланыу тыйыласаҡ, – тип иҫкәртте Елена Перегудова. – Эш еңелдән түгел. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә межа һалыу бер ни тиклем тыныс үтә. Ә бына ауыл-ҡала ерендә һәр сантиметр өсөн көрәштең йылдар буйы дауам итеүе ихтимал.
Ҡайһы бер өлкәләрҙә участкаларҙың яртыһынан күберәге сиктәрен билдәлә­мәйенсә иҫәпкә ҡуйылған. Закон ҡабул ителгәс, уларҙың хужалары күпләп кадастр инженерҙарына юлланһа, сират китәсәк, көсөргәнеш тыуасаҡ. Эште оҙаҡҡа һуҙасаҡтар, хеҙмәттәренә хаҡты арттырасаҡтар. Хәл ҡуйырып китмәһен тиһәк, межа һалыу хаҡында әле үк хәстәрлек күрергә кәрәк.
1. “Росреестр” сайтында кадастр инженерҙары рейтингы бирелгән – әүҙем эшләгән, хаталанмаған белгестәрҙе шунан асыҡларға була.
2. Үҙегеҙ өсөн ҡулай инженерҙы һайлағас, уның менән подряд договоры төҙөгөҙ. Унда яҡтарҙың яуаплылығы һәм түләнәсәк хаҡ күрһәтелергә тейеш, юғиһә дәғүә белдерә алмаясаҡһығыҙ.
3. Кадастр инженерының эшен ҡабул иткәнгә һәм хаҡын түләгәнгә тиклем әҙерләгән документтарҙы “Росреестр” порталындағы электрон сервис аша тикшереүен талап итегеҙ. Программа межа һәм техник пландың, биләмәнең карта-планы һәм тикшереү акты сифатын баһалаясаҡ, хаталарҙы күрһәтәсәк. Һөҙөмтәлә артыҡ мәшәҡәттән һәм сығымдан ҡотоласаҡһығыҙ.
– Сервис кадастр инженерҙары ебәргән хатаның 70 проценттан ашыуын асыҡлай. Был уларға ни бары 25 һумға төшә, – тине Елена Перегудова. – Өҫтәүенә инженер межа һәм техник планды “Шәхси кабинет”та һаҡлай һәм уларҙың идентификация номерын бирә ала. Был осраҡта объектты иҫәпкә ҡуйыу өсөн ошо номерҙы күрһәтеп ғариза яҙырға ғына ҡала. Уның буйынса дәүләт теркәүсеһе документты эҙләп табасаҡ.