Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңылышҡанда аҡса кире ҡайтарыла
Яңылышҡанда аҡса кире ҡайтарыла“Пенсионерға артыҡ түләнгән аҡсаны Пенсия фонды кире ҡайтара аламы?” тигән һорау күптәрҙе борсой. Тормошта хаталарҙан берәү ҙә азат түгел, шул иҫәптән Фонд хеҙмәткәрҙәре лә. Ҡайһы саҡта пенсияның яңылыш иҫәпләнеүе, нигеҙ булмаһа ла, аҡса түләүҙәре ихтимал. Был осраҡта ул мотлаҡ кире ҡайтарылырға тейеш. Ҡайһы бер түләүҙәр билдәле бер ваҡытҡа тәғәйенләнә. Граждандар иһә хәлдең үҙгәреүе тураһында хәбәр итергә ашыҡмай, аҡса алыуын дауам итә.


Пенсияны артыҡ түләүҙең түбәндәге осраҡтары айырыуса йыш осрай:
*ҡараусыһын юғалтҡан студенттарға пенсия. Бындай түләүҙе алыу өсөн нигеҙ – көндөҙгө бүлектә белем алыу. Әгәр студент вуздан ҡыуылһа йәки киске бүлеккә күсһә, пенсияға хоҡуҡ юҡҡа сыға, әммә Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһендә был турала шунда уҡ хәбәр итмәйҙәр, аҡса алыуҙы дауам итәләр.
*инвалид баланы, I төркөм инвалидын, өлкән йәштәге кешеләрҙе (80 йәштән олораҡтарҙы) ҡарау буйынса түләүҙәр. Пенсия эшләмәгән граждандарға ғына түләнә. Әгәр улар ярҙамға мохтаж туғандарын ҡараған осорҙа эшкә урынлашһа, пособиеға иҫәп тоторға тейеш түгел.
*йәшәү минимумына еткереү өсөн пенсияға өҫтәмә. Әгәр пенсионер минималь пенсия алһа, Пенсия фонды уны төбәктәге йәшәү минимумына еткереү өсөн өҫтәмә түләй. Бындай социаль түләүгә эшләмәгән кешеләр генә дәғүә итә ала. Эшкә урынлашҡан осраҡта ул туҡтатыла.
Әйткәндәй, граждандарҙың үрҙә телгә алынған категорияһы тейешле түләү тәғәйенләнгәндә Пенсия фондына тормошондағы үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итеү йөкләмәһенә ҡул ҡуя. Йөкләмәне үтәмәгән осраҡта Фонд хеҙмәткәрҙәре бурысты буласаҡ айлыҡ пенсиянан тотоп ҡалыу (20 процент, айырым осраҡтарҙа 50 процент күләмендә), шулай уҡ ошо мәсьәлә буйынса судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә. Дәғүә белдерелгән кеше лә судҡа ялыу яҙа ала. Әммә бының ҙур сығым талап итеүен иғтибарға алыу шарт. Өҫтәүенә аҡсаның артыҡ түләнеүендә үҙенең ғәйепһеҙлеген дәлилдәр менән раҫларға тура киләсәк. Граждандың башҡа килеме, мөлкәте булмаһа, эшкә һәләтен юғалтһа, дауаланыу талап ителһә, бурыс күләмен кәметеүҙәре лә мөмкин.
Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре ғәйебе менән арттырып түләнгән аҡсаны кире ҡайтартыу законлымы? Эксперттар билдәләүенсә, хеҙмәткәр хаталанып, аҡсаны артыҡ түләһә, ә уны алған кешенең бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаһа, Пенсия фонды яуап тота. Пенсионер аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш түгел, ведомство хеҙмәткәрҙәренең талабы законһыҙ. Ошондай пенсияны алғандан һуң күп тә үтмәй вафат булған пенсионерҙың туғандарына ла борсолорға урын юҡ: социаль хеҙмәткәрҙәр һуңғы пенсияны кире ҡайтарыуҙы талап итергә хоҡуҡһыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 98

Никахтарын оҙайттылар

Никахтарын оҙайттылар 11.09.2018 // Пенсионер

Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын...

Тотош уҡырға 101

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 108

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 120

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 196

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 151

Бәхет урамы бәхетлеләре

Бәхет урамы бәхетлеләре 14.08.2018 // Пенсионер

Мәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул....

Тотош уҡырға 165

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 176

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар” 31.07.2018 // Пенсионер

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем...

Тотош уҡырға 174

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша 27.07.2018 // Пенсионер

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте....

Тотош уҡырға 136

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 308