Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартая килә аҡыл ҡеүәһе арта
Ҡартая килә аҡыл ҡеүәһе артаЙәмғиәттә кешенең мейеһе өлкәнәйгән һайын насар эш итә, ҡарттар һәр төрлө мәғлүмәтте хәтерендә ҡыйынлыҡ менән ҡалдыра тигән фекер йәшәй. Әммә Гарвард университетындағы ғалим-психологтар бының менән риза түгел. Улар ҡарттарҙың мейеһе йәштәрҙекенә ҡарағанда күберәк мәғлүмәтте “һеңдереүен” асыҡланы. Әлбиттә, был процесс әкренерәк бара, әммә мәғлүмәт башҡа күренештәр менән бәйләп ышаныслыраҡ үҙләштерелә һәм классификациялана.

Йыш ҡына кибеттә каникул осоронда ваҡытлыса эшләп торған йәш кассирға, әллә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да эш урынын ҡалдырырға ашыҡмаған өлкән йәштәге һатыусыға сиратҡа баҫырғамы, тигән һорау тыуа. Ғәмәлдә өлкән йәштәге кассирға өҫтөнлөк бирәләр, сөнки ул тиҙерәк хеҙмәтләндерә. Ә йәш һатыусы, тәү ҡарашҡа йылдам эшләгән кеүек тойолһа ла, йыш хаталана, сиратты тотҡарлай.
Күптән түгел генә бындай күренештең дөйөм таралыуы асыҡланды һәм ул фәнни яҡтан нигеҙләнде. Неврология буйынса “Мейене тикшереүҙә алға китеш” тип аталған китапта ошо турала байтаҡ мәғлүмәт бирелә. Тәжрибә үткәргән ғалимдар ике төркөмдө – 60 йәштән өлкәндәрҙе һәм студенттарҙы – тикшергән. Улар алдына бөтөнләй кәрәкмәгән артыҡ фразаларҙан һәм һүҙҙәрҙән торған тексты уҡырға тигән бурыс ҡуйғандар. Йәштәр тәҡдим ителгән тексты барыһы берҙәй уҡып сыҡҡан, ә өлкәндәр иһә “артыҡ” һүҙҙәргә баҫым яһап, улар булған ерҙә туҡталып, яҙманы әкренләп уҡып сыҡҡан. Артабан тәжрибәлә ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап биргән. Уларға яуаптар “артыҡ” һүҙҙәргә ҡоролған була. Асыҡ­ланыуынса, өлкәндәрҙең төркөмө йәштәрҙекенә ҡарағанда яҡшыраҡ яуап биргән.
Торонто университеты ғалимдары быны түбәндәгесә аңлата: айырым хәл-шарттарҙа өҫтәмә мәғлүмәтте үҙләштереп, уны икенсе ваҡиғаға күсереү һәләте өлкәндәргә ҡуйылған бурысты башҡарырға ярҙам итә, йәғни улар мөһимлек дәрәжәһенә ҡарап, өҫтөнлөктәрҙе билдәләй, мәғлүмәтте “һөҙөп ала”. Әйткәндәй, тап ошоно “тәрән аҡыл”, “аҡыл ҡеүәһе” тип йөрөтәләр, күрәһең.
Меңгә яҡын пенсионерҙың психик һәм эмоциональ хәлен өйрәнгән ғалимдар иһә өлкәндәрҙең башҡа өҫтөнлөктәрен дә билдәләй. Мәҫәлән, улар әйтеүенсә, 60 йәштән үткәндәр тормош ауырлыҡтарын еңелерәк үткәрә, йәшәүҙән йәм таба. Йәштәр менән сағыштырғанда, өлкәндәр пассив йәшәү рәүеше алып бара, һөҙөмтәлә уларҙың эмоциональ кисерештәре лә аҙыраҡ, шуға күрә һау-сәләмәт ҡарттарҙың хәтере һәм иғтибары яҡшы булыуға аптырарға ярамайҙыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 123

Никахтарын оҙайттылар

Никахтарын оҙайттылар 11.09.2018 // Пенсионер

Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын...

Тотош уҡырға 127

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 126

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 148

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 227

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 178

Бәхет урамы бәхетлеләре

Бәхет урамы бәхетлеләре 14.08.2018 // Пенсионер

Мәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул....

Тотош уҡырға 189

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 192

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар” 31.07.2018 // Пенсионер

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем...

Тотош уҡырға 209

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша 27.07.2018 // Пенсионер

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте....

Тотош уҡырға 166

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 341