Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләт һеҙҙе хәстәрләй
Дәүләт һеҙҙе хәстәрләйИлебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ хаҡлы ялға ярайһы уҡ иртә сыға. Гүзәл заттар өсөн пенсия йәше 55-тән, ирҙәр өсөн иһә 60-тан башлана. Пенсионер статусын алыу менән күптәрҙең алдында өр-яңы мөмкинлектәр асыла. Дәүләт халыҡтың ошо ҡатламын хәстәрләү буйынса яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. Ярҙам саралары хаҡында ҡайҙан хәбәрҙар булырға һәм уларҙы нисек рәсмиләштерергә? Был һорауға яуап алһаң, дәүләт бонустарынан файҙаланырға, тормошто еңеләйтеп, теге йәки был өлкәләге сығымды кәметергә мөмкин.


Ниндәй ташламалар бар?

Тәү сиратта иғтибарҙы ташламалар­ҙың төрлөлөгөнә йүнәлтегеҙ. Пенсионер­ҙарға социаль, һалым, торлаҡ, мөлкәт, финанс, медицина, матди өлкәләрҙә ярҙам күрһәтелә. Һәр осраҡты айырым ҡарап сығайыҡ.

Һалым буйынса

Һалым ташламаһы – иң таралған дәүләт ярҙамы. Өлкән йәштәгеләр, ғәҙәттә, теге йәки был һалымдан тулыһынса азат ителә. Был өлкәләге ҡайһы бер ташламалар төбәк, әммә күпселеге федераль кимәлдә билдәләнә. Ҡартлыҡ буйынса пенсионерҙарға һалым буйынса түбәндәге льготалар бирелә:
*мөлкәткә һалым – һәр күсемһеҙ милек категорияһындағы бер объектҡа (бүлмәгә, йортҡа, дачаға, фатирға һ.б.) һалым түләүҙән тулыһынса азат итеү;
*транспортҡа һалым – ҡеүәте ҙур булмаған еңел автомобилдәргә һалым­дан өлөшләтә йәки тулыһынса азат итеү;
*ергә һалым – ғәҙәттә, был өлкәлә ташлама булмай, әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә уны түләүҙән өлөшләтә йәки тулыһынса азат итәләр;
*ергә һалым буйынса 10 000 һумлыҡ ҡайтарма – барлыҡ өлкән йәштәгеләргә.
Был льготаны Федераль һалым хеҙмәтендә рәсмиләштерәләр.

Торлаҡ буйынса

Дәүләт бонусының киләһе төркөмө – торлаҡ. Дәүләттән тейешле ярҙамды алыу өсөн идарасы компанияға үҙ хоҡуғыңды тормошҡа ашырыу хаҡында яҙма рәүештә белдереү шарт. Пенсионер статусын алғандар был өлкәлә түбәндәгеләргә дәғүә итә ала:
*торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр һәм фатир өсөн түләүҙә ташламаға;
*өй телефонынан файҙаланыуға сығымды ҡаплауға;
*өй телефонын сираттан тыш бушлай ҡуйыуға;
*йортҡа газ үткәргәндә ярҙамға (сираттан тыш бушлай тоташтырыуға);
*йортто капиталь төҙөкләндереүгә түләүҙән бушатыуға (80 йәштән) йәки 50 процент ташламаға (70 йәштән).
Был льготаларҙың барыһы ла, ҡағиҙә булараҡ, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә гарантиялана, әммә ярҙам саралары бының менән генә сикләнмәй. Билдәле бер хәл-шарттарҙа пенсионерҙар дәүләт­тән торлаҡ алыуға ла иҫәп тота ала. Әле бындай ярҙам түбәндәгеләргә күрһәтелә:
*милкендә торлағы бөтөнләй булмағандар;
*мохтажлыҡ кисергән пенсионерҙар (дәүләт алдында махсус хеҙмәттәре булған кешеләр (ветерандар, геройҙар һ.б.).
Был льгота төбәктәге торлаҡ палата­һында йәки ҡала хакимиәтендә рәсмиләштерелә.

Медицина буйынса

Кеше тормошонда киләһе мөһим өлкә ул – медицина. Өлкәндәргә бында байтаҡ ташлама бирелә. Уларҙың күпселеген рәсми теркәүҙең дә кәрәге юҡ, үҙең менән шәхес һәм пенсия таныҡлығын алыу етә. Медицина мәсьәләһендә ҡартлыҡ буйынса пенсионерға тәҡдим ителгән льготалар:
*дарыуҙар менән түләүһеҙ тәьмин итеү (рецепт буйынса);
*шифаханаларҙа һәм курорттарҙа түләүһеҙ дауаланыу (юллама буйынса);
*медицина ойошмаларында сиратһыҙ бушлай хеҙмәтләндереү;
*ҡарттар йорттарында һәм пансионат­тарҙа түләүһеҙ хеҙмәтләндереү;
Теш протездары менән бушлай тәьмин итеү.

Транспорт буйынса

Ҡартлыҡ буйынса пенсионерҙарға тейешле ташламалар йыш ҡына ғаиләнең ҡайҙа йәшәүенә бәйле. Бында транспорт мәсьәләһе лә ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо өлкәлә өлкәндәр түбәндәгеләргә хоҡуҡлы:
*йәмәғәт транспортынан бушлай файҙаланыуға;
*ҡала яны транспортына билетты сиратһыҙ алыуға;
*ҡала яны транспортында юл хаҡын түләмәйенсә йөрөүгә (ғәҙәттә, 80 йәштән һуң).
Шул уҡ ваҡытта бындай ташламалар маршрут йәки ябай таксиҙарға ҡағылмай.

Эшләп йөрөгән пенсионерҙар

Хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләрҙең күпселеге эшмәкәрлеген ташларға ашыҡмай. Шул уҡ ваҡытта уларға ла дәүләттән ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Эшен ташламаған өлкәндәр түбәндә­геләргә иҫәп тота ала:
*үҙе өсөн уңайлы ваҡытта эш хаҡын һаҡлап ҡалмайынса отпуск алыуға (ялдың оҙайлылығы пенсионерҙың статусына бәйле);
*йылына бер тапҡыр пенсияны ҡайтанан иҫәпләтеүгә;
*квалификацияны түләүһеҙ камиллаш­тырыуға йәки эш биреүсе иҫәбенә ҡайтанан уҡыуға;
*хеҙмәт эшмәкәрлеге осоро өсөн пенсия балдарын өҫтәүгә.
Әйткәндәй, эшләмәгән пенсионерҙар ҙа, әгәр эшмәкәрлеген туҡтатыуға өс йылдан күберәк ваҡыт үтмәгән булһа, һалым ҡайтармаһын алырға хоҡуҡлы.

Юридик ярҙам

Оло йәштәгеләр йыш ҡына юридик ярҙамға мохтаж. Шул уҡ ваҡытта тәжрибәле юрист кәңәшен арзан тип әйтеп булмай. Дәүләт бындай ярҙам төрөн бушлай тәҡдим итә. Унан түбәндәгеләр файҙалана ала:
*һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары;
*аҙ тәьмин ителгәндәр;
*социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында йәшәгәндәр;
*сәйәси золом ҡорбандары;
*гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм бурыс­тарын тормошҡа ашыра алмаған кешеләр.
Бүтәндәргә иһә юрист хеҙмәттәре өсөн түләргә тура киләсәк.

Адреслы һәм матди ярҙам

Адреслы ярҙам кейем-һалым, аҡса, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек, йорт йыһазы, көнкүреш һәм йорт әйберҙәре йәһәтенән булышлыҡ итеүҙе күҙаллай. Матди ярҙам пенсионерға төбәктәге йәшәү минимумын тәьмин итергә тейеш. Бындай сараларға эйә булыу өсөн социаль хеҙмәттәргә ғариза яҙырға кәрәк.

Финанс өлкәһе

Рәсәйҙә хаҡлы ялдағыларға ҡайһы бер финанс ташламалары ла ҡаралған. Атап әйткәндә, бындай льготаларға түбәндәгеләр инә:
*матди ярҙамға һалымдан азат итеү;
*пенсия түләү;
*билдәле бер йәшкә еткәс, пенсияның страховка өлөшөн арттырыу.

Тәрән ҡартлыҡ

80 йәш тулыу менән өлкәндәргә ташламалар тағы ла арта төшә. Был йәшкә еткәндәр:
*үҙенә ҡараусы тәғәйенләүгә (был кешегә хеҙмәт стажы өҫтәлә, айына 1 200 һум аҡса түләнә);
*капиталь ремонтҡа түләүҙән тулыһынса азат итеүгә;
*пенсияның страховка өлөшөн икеләтә арттырыуға иҫәп тота ала.
Ҡараусыны Рәсәй Пенсия фонды тәғәйенләй. Бының өсөн ғариза яҙырға, яҡтарҙың паспорты, пенсия таныҡлығы, СНИЛС кәрәк. Әйткәндәй, өлкәндәрҙе туғандары ла, бөтөнләй ят кешеләр ҙә ҡарай ала, ләкин улар башҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнмәҫкә тейеш.

Һалым ташламаһын рәсмиләштереү

Был мәсьәләне хәл итеү өсөн пенсионерға Федераль һалым хеҙмәтенә һалым түләүҙән бушатыу тураһында ғариза яҙырға, пенсия таныҡлығын, паспорт, ИНН (булһа), транспортҡа йәки күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты раҫлаған документ тапшырырға кәрәк. Әйткәндәй, ғаризаны 1 ноябргә тиклем яҙыу шарт, юғиһә киләһе йылға ғына һалым түләүҙән азат итәсәктәр.

Һалым ҡайтармаһын рәсмиләштереү

Был льгота эшләп йөрөгән һәм дәүләт ҡаҙнаһына физик берәмектәрҙең килеменә 13 процент һалымды күсергән кешеләргә бирелә. Пенсионерҙар ҡайтарманы дөйөм ҡағиҙәләр буйынса ала. Улар ҡайтарманы һорап яҙылған ғариза, шәхес таныҡлығын, теркәлеү тураһындағы белешмә ҡағыҙын, хеҙмәт кенәгәһен, килем тураһындағы белешмә ҡағыҙын (2-НДФЛ буйынса), һалым декларацияһын, ҡайтарманы алыу өсөн нигеҙ булған документтарҙы (ипотека договорын, һатып алыу-һатыу тураһындағы килешеү һ.б.), аҡса күсерелергә тейешле иҫәп реквизиттарын тапшырырға тейеш.
Бөтә мәғлүмәттәр ҙә теүәл булһа, Федераль һалым хеҙмәте аҡсаны 1,5-2 ай эсендә күсерә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 123

Никахтарын оҙайттылар

Никахтарын оҙайттылар 11.09.2018 // Пенсионер

Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын...

Тотош уҡырға 128

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 126

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 148

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 227

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 178

Бәхет урамы бәхетлеләре

Бәхет урамы бәхетлеләре 14.08.2018 // Пенсионер

Мәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул....

Тотош уҡырға 189

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 192

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар” 31.07.2018 // Пенсионер

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем...

Тотош уҡырға 209

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша 27.07.2018 // Пенсионер

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте....

Тотош уҡырға 166

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 341