Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҙаҡ йәшәгәндәр кәңәш итә
Оҙаҡ йәшәгәндәр кәңәш итәТәрән ҡартлыҡта ла рух күтәренкелеген, аҡыл асыҡлығын һаҡлап ҡалыу өсөн үҙеңде һәр йәһәттән сикләп, тормош ҡыуаныстарынан баш тартырға кәрәкмәйҙер. Баҡтиһәң, бының сере бөтөнләй башҡаға ҡоролған. Планетала иң оҙаҡ йәшәгән кешеләрҙең кәңәштәрен белгегеҙ килһә, рәхим итегеҙ.




Зәйтүн майы күп булмай

Йөҙ йәште үткән кешеләрҙең күпселеге үҙҙәренең туҡланыу системаһын төҙөүе, рационға зәйтүн майын өҫтәүе хаҡында белдерә. Шул уҡ ваҡытта өлкән йәштәге ханымдар уны аҙыҡ-түлек рәүешендә генә түгел, ә тән тиреһенең матурлығын һәм йомшаҡлығын һаҡлап ҡалыу өсөн косметика сараһы итеп тә ҡулланған.

Үҙеңде шатлыҡтан
мәхрүм итмә

Оҙаҡ йәшәгәндәр әйтеүенсә, табиптарҙың сикләүенә ҡарамаҫтан, улар үҙҙәре яратҡан алкоголле эсемлектәрҙән (самаһын белеп, әлбиттә!), тәм-томдан, шулай уҡ зыянлы тип иҫәпләнгән гамбургерҙарҙан һәм фри-картуфтан баш тартмаған. Әммә барыһы ла шәкәрҙе табындан алырға, һум итте лә аҙнаһына ни бары ике тапҡыр ғына ашарға кәңәш итә. Ит урынына балыҡҡа өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ.

Газлы эсемлектәр зыянлы

Бындай эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартығыҙ. Уның урынына һыу, мүк еләгенән яһалған морс, йәшел сәй эсегеҙ. Ҡәһүә ҡулланыуҙан да тыйылығыҙ – сәләмәтлеккә зыянлы.

Теш таҙартыу ебе кәрәкме?

Тештең ниндәй ҡағылышы бар бында, тиер күптәр. Әммә, табиптар әйтеүенсә, уны даими файҙаланыу зарур. Сәләмәт тештәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн генә лә түгел. Ауыҙҙа бактериялар бик күп. Улар ҡан әйләнеше системаһына эләкһә, йөрәккә зыян килеүе, микроинсульт булыуы ихтимал, шуға күрә теште даими таҙартырға кәрәк.

Юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙ

Был иң мөһим ҡағиҙәләрҙең береһелер, моғайын. Юҡ-барға борсолоп, тыныслыҡты юғалтып, теге йәки был хәлде төҙәтә алаһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Шуға күрә үҙегеҙҙе ҡулда тоторға, ярһымаҫҡа тырышығыҙ.
Бөгөнгө тормошҡа хас күренеш – кредит алыу. Оҙаҡ йәшәгәндәр иһә сираттағы кредитты байтаҡҡа арттырып түләүгә, уны ҡасан түләп бөтәм тип ҡайғырып ултырыуға ҡарағанда, юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙыуҙы хуп күрә икән.

Саф һауа – тәнгә дауа

Йәйәүләп саф һауала йөрөүҙең орга­низм­ға файҙалы булыуы күптән иҫбат­ланған. Спорт залында физик күнекмәләр менән үҙегеҙҙе интектермәҫкә лә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта машинанан баш тартып, саф һауаға сығығыҙ. Һуңғы осорҙа үткә­релгән медицина тикшеренеүҙәренә ярашлы, 100 йәшен билдәләгән кешеләрҙең 41 проценты йәйәү йөрөүе хаҡында белдергән.

Күңел һөйгән шөғөлөң булһын

Төшөнкөлөккә бирелеп, өйҙә ултырмағыҙ. Киреһенсә, юҡ-барға ваҡыт ҡалмаһын өсөн, яңынан-яңы шөғөл уйлап табығыҙ. Бәлки, һеҙ күптән башҡа кешеләргә ярҙам итергә теләгәнһегеҙҙер, тик бының өсөн мөмкинлек кенә булмағандыр.
Үҙегеҙҙе ирекмән ролендә һынап ҡарағыҙ. Хужаһыҙ йәнлектәр аҫралған приюттарға ла ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә була. Ошондай ябай ғына ғәмәлдәрҙән мотлаҡ күңел йыуанысы табырһығыҙ.

Китап, кроссворд...

Мөмкин тиклем күберәк китап уҡырға тырышығыҙ. Эксперттар раҫлауынса, физик күнекмәләр генә түгел, фекерләү ҡеүәһен үҫтергән күнекмәләр ҙә бик мөһим.
Сәләмәт аҡылды һаҡлап ҡалырға теләһәгеҙ, аҙнаһына кәмендә бер кроссвордты сисегеҙ, берәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәнһәгеҙ, бөтөнләй шәп.

Яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ иғтибарҙан мәхрүм түгелме?

Туғандар һәм дуҫтар... Кеше тормошонда уларҙан да ҡәҙерлерәк нимә бар? Тикше­ренеүҙәр күрһәтеүенсә, ғаиләле, дуҫтары күп кешеләр яңғыҙҙарға ҡарағанда байтаҡҡа оҙағыраҡ йәшәй икән.
Шул уҡ ваҡытта ғаилә ҡороу ғына етмәй, һәр көн яҡындарыңдың тормошо менән ҡыҙыҡһынырға, яҡшы кәйеф менән уртаҡлашырға, күп ваҡытты бергә үткәрергә кәрәк.

Йәштәрҙән дәрт-дарман алып...

“Беҙ һеҙҙең йәштә бөтөнләй икенсе инек” тип йәштәр менән аралашыуҙан баш тартырға ярамай. Оҙаҡ йәшәгәндәрҙең күбеһе йәштәр менән аралашыуҙан тәжрибә уртаҡлашыуҙан, бер үк ваҡытта уларҙан да ниндәйҙер күркәм сифаттарҙы үҙләштереүҙән бөтмәҫ көс-дәрт алыуын билдәләй. “Үҙеңде йәш итеп тойғоң килһә, йәш дуҫтар тап” тип әйтеүҙәре осраҡлы түгелдер, моғайын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 123

Никахтарын оҙайттылар

Никахтарын оҙайттылар 11.09.2018 // Пенсионер

Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын...

Тотош уҡырға 126

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 126

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 146

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 226

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 178

Бәхет урамы бәхетлеләре

Бәхет урамы бәхетлеләре 14.08.2018 // Пенсионер

Мәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул....

Тотош уҡырға 188

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 192

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар” 31.07.2018 // Пенсионер

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем...

Тотош уҡырға 205

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша 27.07.2018 // Пенсионер

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте....

Тотош уҡырға 163

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 341