Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Страховка пенсияһы кемгә тейеш?
Страховка пенсияһы кемгә тейеш?Пенсияға стаж өсөн өҫтәмә тураһындағы мәҡәлә донъя күргәс, редакцияға текстағы положениеларға асыҡлыҡ индереүҙе һорап, хаттар килә башланы. Ошо һорауҙарға яуап алыу өсөн Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт иттек.


2015 йылдан башлап страховка пенсиялары 2013 йылдың 28 декабрендәге “Страховка пенсиялары тураһында”ғы 400-сө Федераль законға ярашлы билдә­ләнә һәм шәхси пенсия коэффициенты – пенсия балдарынан сығып иҫәпләнә.
Страховка пенсияһына нығынған күләмдәге түләү өҫтәлә. Быйыл 1 ғинуар­ҙан ул 4982 һум 90 тин тәшкил итә. Пенсионерҙарҙың айырым категориялары – 80 йәше тулғандар, I төркөм инвалидтары, эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаларын ҡараған кешеләр, төньяҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар өсөн өҫтәмә күләме тағы ла юғарыраҡ.
Страховка стажының һәр йылы, шул иҫәптән “страховкаланмаған” осорҙар – армияла хеҙмәт итеү, бала ҡарау буйынса отпуск һәм башҡалар пенсия балы менән баһалана. Страховка пенсияһын иҫәп­ләгәндә, йыллыҡ пенсия балдары күләме иғтибарға алына.
2015 йылға тиклемге осор өсөн пенсия балын сығарғанда, 2002 йылға тиклемге стаждан һәм эш хаҡынан, 2002 йылдан һуңғы страховка иғәнәләренән сығып, 2014 йылдың 31 декабренә тиклемге пенсия күләме иҫәпләнә. Алынған сумма 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 64,1 һумға тиң булған бер пенсия коэффициенты хаҡына бүлеү юлы менән балдарға әйләндерелә. 2015 йылдан иһә хеҙмәт эшмәкәрлегенең һәр йылы пенсия балдарында баһалана. Улар эш биреүсе тарафынан түләнгән страховка иғәнәлә­ренән сығып иҫәпләнә.
Пенсия билдәләнгәндә балдар бергә ҡушыла һәм ул тәғәйенләнгән йылдағы пенсия балы хаҡына ҡабатлау юлы менән һумға әйләндерелә. Әйткәндәй, быйыл 1 ғинуарҙан бер пенсия коэффициенты (балы) хаҡы 81,49 һум тәшкил итә.
Һәр граждан өсөн пенсия күләме шәхсән билдәләнә. Ул хеҙмәт хаҡына, стажға һәм эш биреүсе тарафынан түләнгән страховка иғәнәһе күләменә бәйле. Эш хаҡы юғарыраҡ, страховка стажы оҙайлыраҡ булған һайын пенсия балы ла, пенсия ла күберәк тәғәйенләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта 400-сө Федераль законда, мәҫәлән, 30, 35, 40 йылдан ашыу стажы булғандарға өҫтәмәләр ҡаралмай. Страховка пенсия­һын балл нигеҙендә иҫәпләү тәртибе бөтә пенсияларға (ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыны юғалтыу буйынса) ҡағыла.
Ун биш йыллыҡ страховка стажы һәм кәмендә 30-ға тиң шәхси пенсия коэффициенты булған, 60 йәше тулған ирҙәр һәм 55-е тулған ҡатын-ҡыҙҙар дөйөм нигеҙҙә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына хоҡуҡлы. Стаж һәм пенсия коэффициенты буйынса талаптар 2015 йылдан башлап әкренләп, ун йыл дауамында ғәмәлгә индерелә. 2018 йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн кәмендә туғыҙ йыллыҡ эш стажы һәм 13.8 пенсия коэффициенты кәрәк.
Граждандың страховка пенсияһына хоҡуғы юҡ икән, дәүләт уға ҡартлыҡ буйынса социаль пенсия билдәләй. Ул страховка пенсияһы менән сағыштыр­ғанда түбәнерәк һәм биш йылға һуңыраҡ тәғәйенләнә. Инвалидлыҡ һәм ҡараусыны юғалтыу буйынса страховка пенсиялары страховка стажына бәйле. Әйткәндәй, уның оҙайлылығы әһәмиәтле түгел. Стаж булмаһа, социаль пенсия билдәләнә.
Хаҡлы ялдағы кешенең дөйөм матди тәьминәте төбәктә йәшәгән пенсионер­ҙарҙың йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, уға социаль өҫтәмә түләнә. Матди тәьминәт күләмен асыҡлағанда барлыҡ пенсия төрҙәре, айлыҡ аҡсалата түләү, шулай уҡ социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы хаҡы, өҫтәмә матди тәьминәт сығанағы, социаль ярҙам саралары иҫәпкә алына.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 123

Никахтарын оҙайттылар

Никахтарын оҙайттылар 11.09.2018 // Пенсионер

Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын...

Тотош уҡырға 126

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 126

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 146

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 226

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 178

Бәхет урамы бәхетлеләре

Бәхет урамы бәхетлеләре 14.08.2018 // Пенсионер

Мәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул....

Тотош уҡырға 188

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 192

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар” 31.07.2018 // Пенсионер

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем...

Тотош уҡырға 206

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша 27.07.2018 // Пенсионер

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте....

Тотош уҡырға 164

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 341