Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте. Күпселек депутаттар ыңғай тауыш бирҙе. Артабан эш көҙгө сессияла дауам итәсәк.

Был темаға ҡағылышлы һорауҙар ҙа, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа күп. Ә асығын ғына белмәйенсә, төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр таралыуына юл ҡуйыла. Һөҙөмтәлә кеше яңылыш мәғлүмәт ала.
Әле законға үҙгәрештәр дөйөм характерҙа ғына ҡабул ителде. Көҙгә тиклем, 18 августан 24 сентябргәсә, уға төҙәтмәләр ин­де­релә. Тимәк, ҡайһы бер өлөштәр үҙгәрәсәк. Шулай уҡ хәрби пенсионерҙар өсөн дә яңы ҡанун әлегә ғәмәлдә булмаясаҡ, һуңғараҡ хәл ителәсәк.
Шуныһы мөһим: үҙгәрештәр һөҙөмтәһен­дә пенсиялар инфляциянан ике тапҡырға тиҙерәк үҫәсәк. Киләһе йылдан уҡ эшләмәгән пенсионерҙарҙың айлыҡ пособиеһы уртаса бер мең һумға артасаҡ, үҫеш тиҙлеге йылына ете процент тәшкил итәсәк, ти илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин. Һөҙөмтәлә 2024 йылға уртаса пенсия күләме 20 мең һум тирәһе буласаҡ (әле ул 14,4 мең һум).
Эшһеҙлектең артыу ихтималлығын да алдан күҙаллағандар. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы көҙгә пенсия йәшенә етеп барған граждандарҙың һөнәрен камиллаштырыу программаһын төҙөйәсәк. Бының өсөн ил Хөкүмәте биш миллиард һум аҡса бүлергә йыйына. Сит илдән килеп эшләгән мигранттар баҙарында ла тәртип булды­рыласаҡ, йәғни уларҙың һаны кәметеләсәк.
Әгәр ҙә кеше барыбер ҙә эшһеҙ ҡалды икән, ул элеккесә ике йыл алдан пенсияға сы­ғыу хоҡуғына эйә. Был хоҡуҡ “Рәсәй Фе­дерацияһында халыҡ мәшғүллеге” ту­ра­һындағы Закондың 32-се статьяһында билдәләнгән.
Ғәмәлдәге закон буйынса ваҡытынан алда хаҡлы ялға киткән граждандарға ла яңы үҙгәрештәр ҡағылмай. Улар түбән­дәгеләр:
1. “Исемлек 1” һәм “Исемлек 2”гә ингән хә­үеф­ле һәм зарарлы хеҙмәт урындарында эшләүселәр.
2. Һаулыҡ торошо арҡылы йәки социаль сәбәптәр менән пенсия тәғәйенләнгән кешеләр:
- биш һәм унан күберәк бала табып, уларҙы һигеҙ йәшкәсә тәрбиәләгән әсәләр;
- тыумыштан инвалид булған баланы һигеҙ йәшкәсә тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе;
- Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа эшләп, тейешле хеҙмәт стажы булған ике һәм күберәк бала тапҡан әсәләр;
- хәрби йәрәхәт алған инвалидтарға, күреү буйынса 1-се төркөм инвалидтары, лилипут һәм кәрлә кешеләр;
- радиация һәм техноген һәләкәттәр арҡаһында, шул иҫәптән Чернобыль атом электр станцияһында зыян күргәндәр;
- авиация, аэройыһан, һауала осоу һәм парашют-десант техникаһын ғәмәлдә һынаған осоу-һынау составында эшлә­гәндәр.
Ә оҙаҡ эшләгәндәр үҙҙәре нимә ти һуң? Мәҫәлән, яҙыусылар, артистар, табиптар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, ғалимдар элек тә ваҡытында хаҡлы ялға китмәне. Мәҫәлән, актер-режиссерҙарҙан Марк Захаровҡа, Александр Ширвинтд, Галина Волчек, Татьяна Доронинаға – 84, Юрий Соломин менән Сергей Юрскийға – 83, Армен Джигарханян менән Светлана Дружининаға – 82, Андрей Кончаловскийға 80 йәш. Вафат булғансы әүҙем эшмәкәрлек алып барған Олег Табаковҡа – 82, ә Владимир Зельдинға хатта 101 йәш ине!
78 йәшлек данлыҡлы кардиохирург Лео Бокерия ла: “Кеше ни хәтлем күберәк һөнәри эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, шул тиклем оҙағыраҡ йәшәй. Был нервы эшмәкәрлеге, күҙҙәр өсөн күнекмә бит ул”, – ти.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 123

Никахтарын оҙайттылар

Никахтарын оҙайттылар 11.09.2018 // Пенсионер

Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын...

Тотош уҡырға 126

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 126

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 146

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 226

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 178

Бәхет урамы бәхетлеләре

Бәхет урамы бәхетлеләре 14.08.2018 // Пенсионер

Мәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул....

Тотош уҡырға 188

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 192

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар” 31.07.2018 // Пенсионер

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем...

Тотош уҡырға 205

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 341

Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт

Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт 26.06.2018 // Пенсионер

Халыҡ-ара ғалимдар төркөмө 300 мең кешенең генетик анализы нигеҙендә күрәшлек, күҙлек йәки...

Тотош уҡырға 259